КРЕДИТЛАУ
лөшкә тотоноу осон беҙгә кредит кәрәк. Р. Ураҙғолов.
КРЕДИТЛАУ (кредитла-) (Р: кредитовать; И.: credit; T.: kredi vermek) ҡ.
Кредит биреү. □ Кредитовать. // Кре-дитование. Төҙөлөштө кредитлау. Кредитлау булеге. Ойошмаларҙы кредитлау ҡағиҙәләре.
КРЕДИТЛАУСЫ (Р: кредитор; И.: creditor; T.: kreditör) и.
Бурысҡа биреп тороусы кеше йәки ойошма. □ Кредитор. Кредитлаусы бурыстары. Кредитлаусы хоҡуҡтары. Кредитла-усы менән килешеу төҙөу.
КРЕДИТОР [рус. <лат. creditor] и. ҡар. кредитлаусы. Кредитор ҡуйған шарттар. Кредитор хоҡуҡтары. ■ Шуны әйтергә кәрәк, сит ил кредиторҙары партнёре а кешелеклелек тойғоларынан тугел, ә башҡа нигеҙҙә ярҙам итергә ашыҡтылар. Р. Ураҙғолов.
КРЕДИТОРЛЫҠ I (кредиторлығы) (Р: кредиторство; И.: possibility to credit; T.: kredi vermek olanağı) u.
Кредитҡа аҡса, тауар бирә алырҙай мөмкинлек. □ Кредиторство. Кредиторлыҡҡа эйә банк. Кредиторлыҡ буйынса эш асыу. Кредиторлыҡҡа эйә ойошма.
КРЕДИТОРЛЫҠ II (Р: кредиторский; И.: credit; T.: kredi) с.
Кредитҡа аҡса, тауар алған кешегә ҡағылған. □ Кредиторский. Кредиторлыҡ бурысы. Кредиторлыҡ ҡағиҙәләре.
КРЕДО [рус. < лат. credo ‘ышанам’] (Р: кредо; И.: credo; T.: kredo) и.
Ҡараш, фекер нигеҙе. □ Кредо. Сәйәси кредо. Яҙыусы кредоһы. Фәнни кредо. Шағирҙың эстетик кредоһы. И Тәу ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолған «Юлаусы» тигән шиғыр ҙа ғәйәт тәрән фекер уята: кеше был донъяға, юлаусы булыуҙан да бигерәк, юллаусы булып килә. Лирик героиняның төп кредоһы, уның кешелек асылы һуңғы строфала кире ҡаҡҡыһыҙ итеп асып һалынған. «Ағиҙел», №3, 2010. «Ер» поэмаһы Б.Бикбайҙың поэтик кредоһы булды. Ошонан һуң сыҡҡан һәр бер куренекле әҫәрендә ул «Ер» темаһын уҫ-тергәндән-уҫтерә барҙы. М. Хәмиҙүллина.
КРЕЙСЕР [рус. < гол. kruiser] (Р: крейсер; И.: cruiser; T.: kruvazör) и. хәрби.
Көслө артиллерия, торпеда, мина, һәм ракета менән ҡоралланған тиҙ йөрөшлө ҙур хәрби карап. □ Крейсер. Крейсер эскадраһы. «Аврора» крейсеры. Еңел крейсер. ■ Ишмырҙа хеҙмәт иткән крейсерҙа бик йор һуҙле, өлкән ук йәштәге мичман бар ине. Н. Мусин. Ни, Юлдаш, беләһеңме, — тине ул [Кыҙырас], серле итеп, — диңгеҙҙә бик ҙур бер крейсер йөҙә, ти. Н. Мусин. Өлкән иптәштәре яһаған крейсерҙы бәләкәстәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарайҙар. «Йәншишмә», 21 февраль 2010.
КРЕЙСЕРЛЫ (Р: имеющий крейсер; И.: with cruiser; T.: kruvazör ile) c.
Крейсеры булған. □ Имеющий крейсер. Ракеталы крейсерлы илдәр. Еңел крейсерлы карап килеп туҡтаны. Крейсырлы хәрби ойошма.
КРЕЙСЕРЛЫҠ ТИҘЛЕГЕ (Р: крейсерская скорость; И.: cruising speed; T: seyir hızı) и.
Самолёт һәм караптарҙың уртаса йөрөш тиҙлеге. □ Крейсерская скорость. ■ «Башҡортостан» — ярайһы уҡ ҙур теплоход. Уның оҙонлоғо — 125, киңлеге 16 метр, 5600 тонна йөк тейәй, крейсерлыҡ тиҙлеге — 20 узел, йәғни сәғәтенә 40 километр. «Башҡортостан», 15 март 2011.
КРЕЙЦЕР [рус. < нем. Kreuzer] (Р: крейцер; И.: kreutzer; T.: kreutzer) и.
Австро-Венгрияла һәм Көньяҡ Герма-нияла XIX быуат аҙағына тиклем ҡулланылышта йөрөгән ваҡ аҡса. □ Крейцер. Крейцерҙар музей экспонаттарына әуерелде. Крейцерҙарға ваҡлатыу. Крейцерҙың ҡулланылыштан сығыуы.
КРЕКЕР [рус. < ингл. cracker] (Р: крекер; И.: cracker; T.: kreker) и.
1. Шәкәрһеҙ, ыуалыусан ҡоро печенье. □ Крекер (сухое печенье). Крекер һатып алыу. Крекер көтөрҙәтеу. Крекерлап ҡәһуә тәҡдим итеу.
2. Йоҡа итеп телеп киптерелгән картуф киҫәктәре. □ Крекер (тонко нарезанные высушенные ломтики картофеля). Крекер ашау. Крекер киптереу. Крекер менән һатыу итеу.
КРЕКИНГ [рус. < ингл. cracking] (Р: крекинг; И.: cracking; T.: kraking) и. тех.
726