КРЕМЛЫ
1. Ауыр нефть продукттарын һәм нефть ҡалдыҡтарын (мәҫәлән, мазутты) махсус рәүештә эшкәртеп, бензин, газолин кеүек нәмә алыу. □ Крекинг. ■ Крекинг нефттән бензиндың сығышын 50 процентҡа һәм унан да куберәккә арттырырға мөмкинселек бирә. Д. Бураҡаев.
2. Шул ысулды ғәмәлләштерә торған ҡоролма. □ Крекинг. Крекинг заводы.
КРЕКИНГЛАУ (крекингла-) (Р: крекинг; И.: cracking; T.: kraking) к. тех.
Нефть ҡыуыу. □ Крекинг. Крекинглау цехы. ■ Мазуттың куп өлөшө крекинглау һәм башҡа ысулдар менән яңынан бензин алыу өсөн китә. Д. Бураҡаев.
КРЕМ [рус. < фр. егете] (Р.: крем; И.: cream; T.: krem) и.
1. Бит-ҡулға һөртә торған еҫле май. □ Крем (косметический). Биткә крем һөр-төу. Ҡул кремы. И Эсти Лаудер кремдарының өҫтөнлөгө — уларҙың юғары сифатында. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2010. [Сәриә] кукһелләнгән ирендәрен ҡыҙартты. «Идеал» кремын һөртөп, битенә массаж яһаны. Я. Хамматов. Ә ниңә уҙегеҙ крем, лосьон, пудра тотонмайһығыҙ? Ниңә көн дә биткә массаж яһамаҫҡа? Башҡортостан календарынан.
2. Күн аяҡ кейемдәрен таҙарта торған махсус май. □ Крем (обувной). Итек кремы. Ҡара крем. Төҫһөҙ крем. ■ Кремды аяҡ кейеменең төҫөнә ҡарап алығыҙ. Бик тә булмаһа, төҫһөҙ крем менән файҙаланығыҙ. Башҡортостан календарынан.
3. кул. Май, ҡаймаҡ йәки һөткә йомортҡа, шәкәр, какао һ. б. нәмә ҡушып туҡылған иҙмә (пирожный, торт бешергәндә ҡулланыла). □ Крем (кондитерский). / Кремовый. Кремлы торт. Сәтләуекле крем. Шоколадлы крем.
КРЕМАТОРИЙ [рус. < нем. Kremato-rium] (Р: крематорий; И.: crematorium; Т.: krematoryum) и.
Кремация өсөн махсус тәғәйенләнгән бина. □ Крематорий. Крематорий мейесе. Крематорий торбалары. Крематорийҙа яндырыу. ■ Ҡасырға ынтылыусыларҙы аяп тормайҙар, көнө-төнө ҡара, һаҫыҡ һө
рөмдәрен бөркөусе крематорий мейесенә оҙата инеләр. Н. Мусин. Был юлы Роберт менән мине, ысынлап та улгәнгә һанап, крематорийға сират көтөп ятыусы уле кәуҙәләр штабеленә ырғытҡандар. Н. Мусин. Бер ниндәй ҙә эҙ ҡалдырмау ниәте менән улар [фашистар] Э. Тельмандың мәйетен крематорий мейесендә яндыралар. Интернет селтәренән.
КРЕМАЦИЯ [рус. < лат. crematio ‘яндырыу’] (Р: кремация; И.: crematorium; T.: kre-masyon) и.
Мәйеттең юғары температуралы махсус мейестә яндырылыуы. □ Кремация. Кремация яһау. Кремация йолаһы. Кремация урыны. Мәйетте кремацияға әҙерләу.
КРЕМАЦИЯЛАУ (кремацияла-) (Р: кремировать; И.: cremate; T.: kremasyon etmek) и.
Мәйет яндырыу. □ Кремировать. ■ Беҙҙең Дели менән танышыу Гандиҙы крема-циялаған урынға венок һалыу менән башланып китте. Н. Нәжми.
КРЕМЗӘ и. һөйл. ҡар. кремнезём.
КРЕМЛАНЫУ (кремлан-) ҡ. төш. ҡар. кремлау, страд, от кремлау. Кремланған ҡулдар.
КРЕМЛАТЫУ (кремлат-) ҡ. йөкм. ҡар. кремлау, понуд. от кремлау. Аяҡ кейемен кремлатыу.
КРЕМЛАУ (кремла-) ҡ.
1. ҡар. майлау. Туфлиҙы кремлау. Итекте таҙартып, кремлап ҡуйыу. ■ Мәжит һәр ваҡыт ыҫпай йөрөй. Кейемдәрен таҙа тота, уларҙы щёткалай, утекләй. Ботинкаһын кремлауы айырыуса ҡыҙыҡлы, әйтерһең, бер мауыҡтырғыс уйын. «Табын», 25 май 2012.
2. Биткә крем һөртөү. □ Мазать кремом (лицо, руки). Битте кремлау. Ҡулды кремлау. ■ Балаларҙың бик ҡыҙыҡ кургән ғәҙәте бар: битен, ҡулын кремлау. Тиҙерәк уҫеп еткеләре килә, курәһең. Картотека фондынан.
КРЕМЛЫ (Р: намазанный кремом; И.: cream; T: kremli) с.
1. Кремланған, крем менән майланған. □ Намазанный кремом. Кремлы итек. Кремлы туфли.
727