КРЕМЛЬ
2. кул. Крем менән биҙәлгән. □ Кремовый. Кремлы торт.
КРЕМЛЬ (Р.: кремль; И.: Kremlin; Т.: kremlin) и.
1. Рәсәйҙәге боронғо ҡалаларҙа ҡал-ҡыуыраҡ урынға төҙөлгән эске ҡәлғә. □ Кремль. / Кремлёвский. Рәсәй ерендә элекке замандан атаҡлы Мәскәу крепосынан тыш, тағы ун алты таш кремль һаҡланып ҡалған. Улар араһында Мәскәу Кремленән дә ҙурыраҡтары бар. Интернет селтәренән.
2. (баш хәреф менән) Мәскәү Кремле территорияһында президент аппаратының урынлашҡан ере. □ Кремль. / Кремлёвский. Кремль куранттары. Кремлгә барыу. Мәскәу Кремле. ■ 1967 йылда Кремль стенаһы эргәһендә Билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәл асылды. «Ағиҙел», № 5, 2010. Кремль эргәһендәге Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә сәскәләр һалғас, Кораллы Көстәрҙең Үҙәк музейында булдыҡ. «Ағиҙел», № 5, 2010. Миллион тапҡыр ғорур яңғыраны Кремлдең сәғәт һуғыуы. Р. Назаров. Миләштең Кремль эсендә уҫкәненең дә, Дим буйындағы ауылда уҫкәненең дә бер иш булыуын раҫлап, шағир [Назар Нәжми] халыҡ берҙәмлеген данлай, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ хаҡында йырлай. К. Әхмәтйәнов. Ябалаҡлап ҡар яуғанда, Кремлдә уттар янғанда буламын мин Кыҙыл майҙанда. Р. Ғарипов. Минең ун һигеҙем тулмағайны, Кремлде тәуләп кургәндә. һ. Дәүләтшина. [Ғилман:] Мин Мәскәуҙе курҙем, малайҙар, — тип башланы ул һуҙен. Быны әйткән саҡта уның былай ҙа яҡты ҡуңыр куҙҙәре тағы ла яҡтырып китте. — Кремлде курҙем, метрола булдым. 3. Биишева.
КРЕМНЕЗЁМ [рус.] (Р: кремнезём; И.: silica; T.: silis) и. мин.
Кремнийҙың тәбиғәттә кварц, тау гәлсәре, аметист һ. б. минералдар рәүешендә таралған икеләтә әсетмәһе. □ Кремнезём. ■ Аҡ ҡом бөтөнләй тип әйтерлек кремнезём булып тора. Ябай ҡом да шулай уҡ кремнезём булып тора, ләкин уға башлыса тимер берләшмәләре ҡушылған була. Экспедиция материалдарынан. Улар уҙҙәре менән ирегән кремнезём, тимер, көкөрт, баҡыр, ҡурғаш,
цинк һәм башҡа бик куп матдәләр һәм элементтар алып килә. Д. Бураҡаев.
КРЕМНЕЗЁМЛЫ (Р: кремнезёмистый; И.: silica; T.: silis) с. махс.
Составында кремнезём булған. □ Кре-незёмистый, кремнистый. Кремнезёмлы тупраҡ. Кремнезёмлы тимер иретмәһе. Кремнезёмлы ҡушылма.
КРЕМНИЙ [рус. < гр. kremnos 'ҡая’] (Р: кремний; И.: silicon; T.: silisyum) и. хим.
Күп тау тоҡомдарының составында була торған химик элемент. □ Кремний. / Кремниевый, кремнистый. Кремний берләшмәләре. Кремний кислотаһы. ■ Кислородтан һуң кремний — тәбиғәттә иң куп таралған элементтарҙың береһе. Картотека фондынан. Яр буйҙарындағы ҡом, нигеҙҙә, кремнийҙан тора. Экспедиция материалдарынан. Тупраҡтың минераль өлөшөн тәшкил итеусе ҡом һәм балсыҡ та кремний берләшмәләре булып торалар. «Башҡортостан», 3 апрель 2010.
КРЕМНИЙ КАРБИДЫ (Р: карбид кремния; И.: carborundum; T.: zımpara) и. хим.
Кремний менән углерод берләшмәһе; карборунд. □ Карбид кремния, карборунд. Кремний карбидын газ менән иретеп йәбештереуҙә ҡулланалар.
КРЕМНИЙЛЫ (Р: кремниевый; И.: silicic, siliceous; T.: silisyumlu) с.
Составында кремний булған. □ Кремниевый. Кремнийлы тоҙҙар. Кремнийлы ҡорос.
КРЕМ-СОДА [рус.] (Р: крем-сода; И.: cream soda; T.: limonata) и.
Һалҡын эсемлектең бер төрө, татлы һыу. □ Крем-сода (напиток). Крем-сода эсеу. Крем-сода шешәһе. Крем-сода етештереу цехы.
КРЕН [рус.] (Р: крен; И.: banking; T.: yana yatma) и.
Самолёт йәки пароходтың хәрәкәт итеү барышында билдәле бер дәрәжәлә янтайы-уы. □ Крен (боковой наклон самолёта, парохода). Крен яһап боролоу. Крен яһау.
КРЕНОМЕТР [рус. крен + гр. metron 'үлсәү’] (Р: кренометр; И.: clinometer; T.: kli-nometre, eğimölçer) u.
728