Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 729 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КРЕП-ЖОРЖЕТ
Крен үлсәгес. □ Кренометр. Кренометр ярҙамында улсәу. Кренометр курһәткестәре. Кренометр менән эш итеу.
КРЕОДОНТ [рус. < лат. creodonta] (Р: креодонты; И.: creodonts; T.: creodonts) и. зоол.
Палеоген дәүерендә йәшәгән боронғо йыртҡыс һөтимәрҙәр төрө. □ Креодонты (лат. Creodonta). Креодонттар ғаиләһе. Креодонттар тоҡомо. Креодонттарға хас һыҙаттар.
КРЕОЗОТ [рус. < фр. creosote < гр.] (Р: креозот; И.: creosote; T.: kreozot) и. хим.
Агас йәки ташкүмерҙе томалап ҡыуыу юлы менән алынған майлы шыйыҡса (техникала, медицинала ҡулланыла). □ Креозот. һарғылт креозот, һарғылт йәшел креозот. Креозот менән һатыу итеу. Креозот етештереу. Креозот һаҡланған махсус склад.
КРЕОЛ [рус. < фр. creole < исп. criolo] (Р: креол; И.: Creole; T.: Kreol) и.
1. этн. Испания һәм Португалиянан Латин Америкаһына күсеп ултырған беренсе колонизаторҙар тоҡомо. □ Креол. / Креольский. Латин Америка креолдары. Креол ҡыҙы. Креолдар ғәҙәте. Креолдар бейеуе. Креол телендәге журнал.
2. Ата-әсәһе ике төрлө расанан (испан менән һиндтан, урыҫ менән алеут йәки эскимостан) тыуған кеше. □ Креол. / Креольский. Креолдар көнкуреше.
КРЕОЛИН [рус.] (Р: креолин; И.: creolin; Т.: creolin) и.
Малдарға дезинфекция үткәреү өсөн тәғәйенләнгән махсус шыйыҡса. □ Креолин. Креолин һауыты. Креолин әҙерләу. Креолин һибеу. ■ Подразделениеларҙың бө-тәһендә лә аттар торған урынға һәм снаряжениеларға дезинфекция уткәрелде, һәр бер ат креолин эретмәһе менән йыуылды. С. Әлибаев. Кугәуендәрҙе ҡурҡытыр өсөн малдарға көн һайын 3 процентлы креолин шыйыҡсаһы һибергә кәрәк. Башҡортостан календарынан.
КРЕП I (кребы) [рус. < фр. егере < лат. crispus "тулҡынлы’] (Р: креп; И.: егере; T.: krep) и. туҡ.
1. Бик сираҡ ептән ҡытыршы итеп һуғылған ебәк йәки йөн туҡыма. □ Креп (вид ткани). Ебәк креп. Креп тауар. Креп кулдәк. Крептан кейем тегеу. Креп туҡыма һатып алыу.
2. Үтә күренмәле һырлы ҡара туҡыма һәм шул туҡыманың траур ваҡытында беләккә бәйләй торған киҫәге. □ Креп (траурная повязка из крепа). Креп бәйләтеу. Креп тағыу.
КРЕП II (кребы) [рус. крепь] (Р: крепь; И.: lining; T.: kaplama) и.
Шахтала ер ишелеп төшмәһен өсөн ҡуйылған терәү рәүешендәге нығытма; таяу.
□ Крепь. Креп ҡуйыу. Креп ултыртыу. Крепты емереу. ■ Тиҙҙән туҡылдаған тауыштар ишетелде, .. шахтёр лампаларының уттары куренде. Майҙансыҡтың бер яғында вагонеткаға руда тейәйҙәр, әле крептар һуғылмаған икенсе яғында забой-өң соҡойҙар ине. С. Кулибай. Забойҙың ике урынына креп һуҡҡандан һуң да емерелеу ҡурҡынысы бөтмәне. Я. Хамматов.
КРЕП III [рус.] (Р: креп; И.: bill of sale; T.: tapu) и. тар.
Ер һатыу ер алыу тураһындағы ҡағыҙ.
□ Креп (документ о купле-продаже земли). Креп төҙөу. Креп яҙыу. Крепты юғалтыу. Крепһыҙ ер алыу.
КРЕПДЕШИН [рус. < фр. crepe de Chine "Ҡытай кребы’] (Р: крепдешин; И.: crepe de Chine; T.: krepdöşin) и. туҡ.
Өҫтө һырланыбыраҡ торған йоҡа ебәк туҡыма. □ Крепдешин. / Крепдешиновый. Аҡ крепдешин. Биҙәкле крепдешин. Ш Ул [Гөлкәй], башҡа ҡыҙҙар кеуек, формала тугел, кофе төҫлө бейек уксәле туфли, сәскәле крепдешин кулдәк кейеп, һары сәстәрен манрай тәңгәлендә тәгәрмәс кеуек итеп купертеп, төҙәнеп-биҙәнеп, айырата һылыу булып килгәйне. 3. Биишева. Бер ситтә тик мануфактуранан ғына павильон яһалған. Унда зәңгәр крепдешинды диңгеҙ итеп, тулҡынландырып тушәгәндәр. С. Агиш.
КРЕП-ЖОРЖЕТ [рус. < фр.] (Р: креп-жоржет; И.: crepe-georgette; T.: krepsüzet) и. туҡ.
729