КРИШНАИТ
Кристалдар һәм матдәләрҙең кристаллик хәлдә булыуы тураһындағы фән. □ Кристаллография.
КРИСТАЛЛЫ (Р.: кристаллический; И.: crystal; T.: billuri) ҡ.
Кристалдарҙан торған. □ Кристаллический, состоящий из кристаллов. Кристаллы сланецтар. Кристаллы структура. Кристаллы матдә.
КРИСТАЛЛЬГК (кристаллығы) (Р: кристалличность; И.: crystallicity; T.: billur olma durumu) и.
Кристалл булыу хәле. □ Кристалличность. Кристаллыҡ торошо.
КРИТЕРИЙ [рус. < гр. kriterion ‘уйлау, хәл итеү сараһы’] (Р: критерий; И.: criterion; T.: ölçüt) и. кит.
Ниҙелер баһалауға нигеҙ булған билдә. □ Критерий. ■ Ассоциатив образдар, тойғолар аша әхлаҡи һығымталарҙың, баһа-критерийҙарҙыц бөгөндән уткәнгә, уткәндән бөгөнгә урелә барыуы, заман куренештәрен баһалауҙа заманалар теҙмәһе тәжрибәһенә мөрәжәғәт итеу Ә. Хәкимов әҫәрҙәренә хас. Р. Байымов. Ысынлап та, актёр тышҡы, ялған эффектҡа, тамашасының йомшаҡ яҡтарына ғына һуҡтырыуға иҫәп тоторға тейеш тугел. Уның өсөн берҙән-бер критерий — оҫталыҡ, ә ысын сәнғәт бер ваҡытта ла ҡыланыуға мохтаж тугел. Интернет селтәренән. Яҙыусының әҙәби оҫталығын билдәләй торған критерийҙарҙың береһе — уның теле. Тел — яҙыусының төп ҡоралы. Ә. Вәли.
КРИТИК I (критигы) [рус. < гр. khtikos} и. ҡар. тәнҡитсе. Әҙәби критик. Критик сығышы.
КРИТИК II с. ҡар. тәнҡит II. Критик куҙлектән сығып тикшереу.
КРИТИК III (Р: критический; И.: critical; T.: tenkit) с.
Киҫкен үҙгәреш кисергән, кризис хәлендәге; иң ҡыйын, ҡурҡыныс. □ Критический. Критик хәл. Критик нөктә. Критик мәл.
КРИТИКА [рус. < гр. kritike ‘тикшереү һәләте’] и. ҡар. тәнҡит I. Урынлы критика. Ғәҙел критика. Дөрөҫ критика. ■ [Шубин:]
Критика өсөн эшсене эштән сығармайҙар. А. Карнай.
КРИТИКАН [рус.] (Р: критикан; И.: critic; T.: tenkit düşkünü) и.
Бөтә нәмәгә тәнҡит менән ҡараған бәйләнсек кеше. □ Критикан. Критикан булыу.
КРИТИК РЕАЛИЗМ (Р: критический реализм; И.: critical realism; T.: eleştirel gerçekçilik) и. әҙ., сәнғ., фәлс.
Әҙәбиәттә һәм сәнғәттә тормошто, ысынбарлыҡты тәнҡит аша дөрөҫ сағылдырыуҙы төп метод итеп алған әҙәби ағым. □ Критический реализм. ■ Халыҡ менән, тормош менән тығыҙ бәйләнеш М. Ғафури поэзияһында тәнҡит йунәлешенең, критик реализмдың артабан уҫеуе өсөн төп шарт булды. Ғ. Рамазанов.
КРИТИК ТЕМПЕРАТУРА (Р: критическая температура; И.: critical point; T.: kritik nokta) и. физ.
Матдәнең шыйыҡ хәлдән пар хәленә күсеү йәки улар араһындағы айырмалыҡ бөтөү температураһы. □ Критическая температура. һыуҙың критик температураһы. Критик температураға еткереу.
КРИТИЦИЗМ [рус.] (Р: критицизм; И.: criticism; T.: tenkitçilik) и. кит.
1. Тәнҡитле ҡараш. □ Критицизм (критическое отношение к чему-л.). Критицизм курһәтеу.
2. фәлс. Фәлсәфәүи ағым. □ Критицизм. Кант критицизмы. Критицизм яҡлылар.
КРИШНА [рус. < санскр.] (Р: Кришна; И.: Krishna; T: Krişna) и.
Индуизмда Вишну Аллаһының бер кәүҙәләнеше. □ Кришна. Кришнаға табыныу. Кришна тәғлимәте. Кришнаға ышаныу.
КРИШНАИЗМ [рус.] (Р: кришнаизм; И.: Krishnaism; T: Krişna bilinci hareketi) и.
Кришнаға табыныуға нигеҙләнгән дини йүнәлештәр төркөмө. □ Кришнаизм.
КРИШНАИТ [рус.] (Р: кришнаит; И.: Krishnaist; T.: Krişna taraftarı) u.
Кришнаизм тәғлимәтен ҡабул иткән кеше. □ Кришнаит. ■ Рәсәйҙә тәуге криш-наиттар Тула ҡалаһында 90-сы йылдар башында куренә башлай. Интернет селтәренән.
735