КРОКЕТ
КРОКЕТ [рус. < фр. croquet] (Р.: крокет; И.: croquet; T.: kroke) и.
Туп һуғыш уйыны (уйнаусылар икегә буленә, һәр төркөм уҙ шарын, ағас сукеш менән һуғып, билдәле бер тәртипкә ҡуйылған бәләкәй генә ҡапҡаларҙан уткәрергә тырыша). □ Крокет. Крокет һуғыу. ■ Ишек алдында приют ҡыҙҙары крокет уйнай ине. Д. Юлтый. Балалар һыу инергә барыу, кәмәлә йөрөу йә крокет уйнау тураһында һуҙ ҡуйышалар. Картотека фондынан.
КРОКОДИЛ [рус. < гр. krokodeilos] (Р: крокодил; И.: crocodile; T: timsah) и. зоол.
Тропик һыуҙарҙа йәшәй торған ҡалын ҡабырсаҡ тиреле, кеҫәртке һымаҡ ҙур йыртҡыс йәнлек. □ Крокодил. / Крокодиловый, крокодилий (лат. Crocodylus niloticus). Крокодил тиреһе. Крокодил аулау. ■ һөй-рәлеуселәр араһында ғумерҙәренец куп өлөшөн һыуҙа уткәреусе хайуандар ҙа бар. Мәҫәлән, Нил крокодилы шулар иҫәбенә инә. Картотека фондынан. Эре крокодилдар ауыҙына эләгеп, ҡайһы саҡ кешеләр ҙә харап булғылай. Д. Бураҡаев. Кайрасов уҙенең крокодил тиреһе төҫлө йөҙөн тағы ла нығыраҡ йыйырсыҡландырып көлдө. А. Таһиров.
КРОЛИК (кролигы) [рус.] (Р: кролик; И.: rabbit; T: tavşan) и. зоол.
Ҡуянға оҡшаған кимереүсе йәнлек; йорт ҡуяны. □ Кролик. / Кроличий. Кролик урсетеу. Инә кролик. Кролик аҙбары. Кырағай кролик. Аҡ кролик. Кролик тиреһе. Кролик бурек. Кролик тун.
КРОЛЬ [рус. < ингл. crawl 'имгәкләү’] (Р: кроль; И.: crawl; T: krol yüzme) и. спорт.
Күкрәккә йәки арҡаға ятҡан килеш ҡулдарҙы сиратлаштырып, ҡолас ташлап йөҙөү төрө. □ Кроль. ■ «Ирекле» йөҙөу стиле буйынса ярыштар иғлан ителһә, кубеһенсә спортсылар «кроль» менән йөҙөргә тырыша, шуға ла «кроль» һәм «ирекле йөҙөу» синонимдар булып киткән. «Аманат», № 7, 2010.
КРОМАНЬОН КЕШЕҺЕ (Р: кроманьонец; И.: Cro-Magnon; Т: Cro-Magnon) и.
40—12 мең йыл элек Европала йәшәгән тәүге кешеләрҙең бер тибы. □ Кроманьонец. Кроманьон кешеләрҙең рәсемдәре. Кро-маньон кешеләр осоро.
КРОН I [рус.] и. ҡар. кронглас.
КРОН II [рус. < гр. chroma ‘буяу’] (Р: крон; И.: chrome colour; T: kromlu boya) и.
Хромлы минераль буяу. □ Крон. һары крон. Крон менән буяу.
КРОНА [рус.] (Р: крона; И.: krone; T: kron) и.
Ҡайһы бер Көнбайыш Европа илдәренең аҡса берәмеге. □ Крона (денежная единица некоторых Западных Европейских стран). Швед кронаһы. Чех кронаһы.
КРОНГЛАС [рус. < нем. Krone ‘юғары’ + Gias ‘быяла’] (Р: кронглас; И.: crown glass; T: mercek camı) и. махс.
Оптик приборҙар өсөн ҡулланылған иң юғары сортлы быяла. □ Кронглас.
КРОНПРИНЦ [рус. < нем. Kronprinz] (Р: кронпринц; И.: crown prince; T: veliaht prens) и.
Германия һәм Австро-Венгрия илдәрен-дәге тәхет вариҫы. □ Кронпринц.
КРОНЦИРКУЛЬ [рус. < нем. Kronzirkel] (Р.: кронциркуль; И.: callipers; T: pergel) и.
1. Бәләкәй радиуслы түңәрәк һыҙа торған, винт менән нығытып куймалы циркуль. □ Кронциркуль. Кронциркуль менән һыҙыу. Черчениела кронциркуль ҡулланыу.
2. Деталдәрҙең тышҡы дәүмәлен үлсәй торған ҡорал (циркулгә оҡшаған). □ Кронциркуль. Электрон кронциркуль.
КРОНШТЕЙН [рус. < нем. Kragstein] (Р: кронштейн; И.: bracket; T: paraçol) и. тех.
Түбәнге осон стенаға, бағанаға нығытып, кәштә, балкон кеүек нәмәне күтәртеп ҡуйған ауыш терәк; таяу. □ Кронштейн. Кәштәләр өсөн кронштейн. Телевизорға кронштейн эшләу.
КРОСС [рус. < ингл. cross ‘киҫеп үтеү’] (Р: кросс; И.: cross-country (race); T: kros) и. спорт.
Тәбиғи шарттарҙа, тигеҙһеҙ юлда үткәрелгән күмәк ярыш. □ Кросс. Мотоциклистар кросы. Саңғысылар кросы. ■ Кростың еңеуселәренә миҙалдар, дипломдар һәм «Рәсәй спорты »нан иҫтәлекле буләктәр тапшырылды. «Йәшлек», 14 октябрь 2011.
736