КСЕРОГРАФИЯ
КСЕРОГРАФИЯ [рус. < гр. xeros ‘ҡоро’ + grapho ‘яҙам’] (Р.: ксерография; И.: xerography; T.: çoğaltma yönetimi) и.
Электр зарядтар тыуҙырған һүрәттәр ярҙамында күсермә яһау ысулы. □ Ксерография.
КСЕРОКОПИЯ [рус. < гр. xeros ‘ҡоро’ + лат. copia ‘күплек’] (P: ксерокопия; И.: photocopy; T.: fotokopi) и.
Ксерография ысулы ярҙамында яһалған күсермә. □ Ксерокопия. Ксерокопия яһау. Ксерокопия эшләтеу. Туләуле ксерокопия.
КСЕРОКС [рус. < гр. xeros ‘ҡоро’] (Р: ксерокс; И.: xerox; T.: kuru kopya) и.
1. Баҫма һәм ҡулъяҙма материалдарҙың күсермәһен яһаусы аппарат. □ Ксерокс (аппарат). Документты ксерокс аша уткәреу. Ксерокс һатып алыу.
2. Шул аппараттан сыҡҡан текст, күсермә. □ Ксерокс (копия). Ксерокстар папкаһы.
КСЁНДЗ [рус. < пол. Ksiqdz] (Р: ксёндз; И.: Roman Catholic priest; T.: Polonya papazı) u.
Польшалағы католиктар руханийы. □ Ксёндз. И Бына һалдат атты алып китте, ксёндз килде ясин сығырға. Ғ. Әмири.
КСИВА [рус.] (Р: ксива; И.: document; T.: belge) и. жарг.
Кеше шәхесен билдәләүсе ялған документ. □ Ксива. Ксива эшләтеу. Ксива алдырыу. Ксивалар һатыу менән шөғөлләнеу.
КСИЛОГРАФИК (Р: ксилографический; И.: xylography; T.: ksilografi) с.
Ксилографияға мөнәсәбәтле, ксилогра-фияға бәйле. □ Ксилографический. Ксило-график оҫтахана. Ксилографик китаптар. Ксилографик текстар. Ксилографик таҡта.
КСИЛОГРАФИЯ [рус. < гр. xylon ‘ағас’ + grapho ‘яҙам’] (Р: ксилография; И.: xylography; Т.: ksilografi) и.
Ағасҡа соҡоп төшөрөлгән рәсем, гравюраның бер төрө. □ Ксилография. / Ксилографический. Төҫлө ксилография. Сальвадор Далиҙыц ксилографияһы.
КСИЛОЛИТ [рус. < гр. xylon ‘ағас’ + lithos ‘таш’] (Р: ксилолит; И.: sorel cement; T.: sorel çimentosu) и.
Магнезиялы цемент, бысҡы табы, асбест һ. б. нәмә ҡатыштырып эшләнгән төҙөлөш материалы. □ Ксилолит. / Ксилолитовый. Ксилолит иҙән. Ксилолит плиткалар. Ксилолит — яҡшы төҙөлөш материалы. Интернет селтәренән.
КСИЛОФОН [рус. < гр. xylon ‘ағас’ + phone ‘өн, тауыш’ ] (Р: ксилофон; И.: xylophone; T.: ksilofon) и. муз.
Билдәле бер тәртиптә ҡуйылған ағас пластинкаларға бәләкәй ағас сүкештәр менән һуғып уйнай торған музыка ҡоралы.
□ Ксилофон. ■ Лариса һәм Геннадий Евстегнеевтарҙыц ксилофонда төрлө халыҡ көйҙәрен уйнауҙары ла һәйбәт тәьҫир ҡалдыра. «Йәшлек», 20 май 2012.
КЖФЁР [рус. < фр. coiffure] и. ҡар. сәс алыусы.
КУБ I [рус. < гр. kybos] (Р: куб; И.: cube; T.: küp) и.
1. геом. Һәр яғы квадрат рәүешендәге алты ҡырлы геометрик есем. □ Куб. / Кубический. Кубтыц ҡырҙары. Куб һыҙыу.
2. Ошо геометрик есемгә оҡшаш
нәмә. □ Куб. Куб формаһындағы.
3. мат. Һандың үҙ-үҙенә ике тапҡыр ҡабатландығы, һандың өсөнсө дәрәжәһе.
□ Куб. Кубҡа кутәреу. Өстөц кубы — егерме ете. Куб тамыры.
КУБ II [рус. < гр. kybos] (Р: куб; И.: boiler; T.: küp) и.
Шыйыҡлыҡты ҡайната йәки эҫетеп ҡыуа торған цилиндрик һауыт. □ Куб. / Кубовой. Дистилляция кубы. Куб мейесе. Куб булмәһе. ■ Балаларға һыу ҡайнатыу өсөн мәктәпкә ҡаҙан урынына куб ҡуйҙырып, усаҡ сығарҙылар. С. Ҡудаш.
КУБ III [рус. < гр. kybos] и. ҡар. кубометр. ■ Бөгөн һыуһаҡлағыс ике кубометр самаһы һыу бирә, ә бер айҙан, йәйге отпускылар осоро тамамланғас, һыу ағыҙыу 10—14 кубҡа етәсәк. Интернет селтәренән.
КУБ АЛ Ы (Р: кубинец, кубинка; И.: Cuban; T.: Kübalı) и. этн.
Куба иле кешеһе. □ Кубинец, кубинка. / Кубинский. Кубалылар беҙҙец илгә килгән.
КУБАНКА [рус.] (Р: кубанка; И.: kubanka; T.: başlık) и. һөйл.
738