КУВАЛДА
1. Караптағы экипаждың торлаҡ бүлмәһе. □ Кубрик. Кубрикка урынлаштырыу. Кубриктағы кают-компания. ■ Капитан тубәнгә төшөп барғанда, команда урынлашҡан кубрикта тауыш ишетелде. Картотека фондынан. Команданың вахтанан буш булғандарының ҡайһыһы кубрикка инде. А. Таһиров.
2. XVIII—XIX быуаттарҙа елкәнле хәрби караптағы түбәнге палуба. □ Кубрик (нижняя палуба военного корабля).
КУВАЛДА [рус.] и. ҡар. балға 1.
КУДУ [рус. < афр.] (Р.: куду; И.: kudu; Т: kudu) и. зоол.
Африканың көнбайыш өлөшөндә йәшәй торған борма мөгөҙлө эре антилопа. □ Куду (лат. Tragelaphus strepsiceros).
КУЗЕН [рус. < фр. cousin} (Р.: кузен; И.: cousin; T: kuzen) и.
Ике туған ағай йәки эне, ҡусты. □ Кузен.
КУЗИНА [рус. < фр. cousine} (Р: кузина; И.: cousin; T: kuzine) и.
Ике туған апай йәки һеңле. □ Кузина.
КУЗЛА [рус. козлы} (Р: козлы; И.: coach box; T: arabacı yeri) и.
1. Кырандас йәки кашауайҙағы күсер урыны. □ Козлы; облучок, сиденье в передке. ■ Ат әкрен генә бара. Кузлала кусер йоҡомһорап ултыра. Н. Нәжми. Оло апайым менән Хәләф еҙнә ултырған арбаның кузлаһына аҫау аттарҙы өйрәтеусе ун дурт-ун биш йәшлек бер малай ултырҙы. Ф. Сәлимова.
2. Күпер, баҫма кеүек нәмәнең аҫтына арҡырсаҡлап ҡуйылған терәү. □ Козлы. Куперҙе кузлаға ултыртыу. ■ Сәлим .. килеп төштө лә һал менән алып ҡайтҡан ағастарынан баҫманы ҡороп та ҡуйҙы. Кыҙ-ҙар .. кузлаларын ултыртышты. И. Ғиззәтуллин.
3. Утын һалып быса торған дүрт тағанлы ҡулайлама. □ Козлы (для распиловки дров). Ағасты кузлаға һалып бысыу уңайлы.
КУЗЛАҒА ҠУЙЫУ (кузлаға ҡуй-) (Р: поставить ружья в козлы; И.: put guns in a trestle; T: tüfekleri depolamak) ҡ.
Бер нисә мылтыҡты баштары менән терәтеп, бер-береһенә һөйәп ҡуйыу. □ Поставить ружья в козлы.
КУЗЛАУАЙ [рус. козловый} (Р: козловый; И.: goatskin; T.: keçe) с. һөйл.
Кәзә күненән тегелгән. □ Козловый. ■ Кузлауай ҙа итек, ай, еҙ даға, баҫҡан ғына һайын ҡом туҙа. Халыҡ йырынан.
КУЗНА и. диал. ҡар. бәкәлсәй. Кузна һөйәге. Кузна уйнау. ■ Һарыҡ, кәзә, ат, һыйыр кеуек хайуандарҙың ашыҡ һөйәге һәм шул һөйәк менән уйнай торған балалар уйынын беҙ ниңә кузна тигәнбеҙҙер, белмәһәк тә, уйындың исеме ҡыҙыҡ ине. Р. Шаммас.
КУЗНАЛЫ (Р: с путовой костью; И.: with a tether bone; T.: aşıklı) c.
Бәкәлсәй һөйәкле. □ С путовой костью. Оҙон кузналы бейә.
КУЗОВ [рус.] (Р: кузов; И.: body; Т.: karoseri) и.
Автомашинаның йөк тейәй йәки кешеләр ултырып йөрөй торған өҫкө өлөшө. □ Кузов. / Кузовной. Йөк машинаһының кузовы. Ябыҡ кузов. ■ Йөк машинаһының кузовы юлаусылар менән шығырым тулы ине. Яр. Вәлиев. Юлда машина курҙеме, олоһо ла, кесеһе лә ҡул кутәрә. Әле һин туҡталып та өлгөрмәйһең, ул инде, ауыҙы ҡолағына етеп йылмая-йылмая, кузовҡа менеп тә ултырған була. Ш. Янбаев. Әнғәм ағай машинаһын туҡтатып, барыбыҙҙы ла кузовҡа тейәп ала ла, йөрөтөп килтерә ине. С. Шәрипов. Урамдан утеп барғанда кузовына тауҙай итеп утын тейәгән автомашинаны осраттым. Экспедиция материалдарынан.
КУЗОВЛЫ (Р: с кузовом; И.: with а body; T.: karoserdi) с.
Кузовы булған. □ С кузовом. Кузовлы автомобиль. ■ Куп тә утмәне, кузовлы машинанан офицер һикереп төштө. Д. Бүләков.
КУКУРУЗ [рус. кукуруза} (Р: кукуруза; И.: maize; T.: kokoroz, mısır) и. бот.
1. Башаҡлылар ғаиләһенә ҡараған сәкән башлы, йыуан оҙон һабаҡлы баҫыу үҫемлеге. □ Кукуруза. / Кукурузный (лат. Zea mays). Кукуруз баҫыуы. Кукуруз сәсеу. Кукуруз силосы. Кукуруз сәкәне. ■ Кукуруз — бөртөклө ашлыҡ. Ул бейек булып
740