Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 741 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КУЛАКТАРСА
уҫә. һабағы йыуан һәм ныҡ. Япрағы киң һәм оҙон, башында сәкәне була. Р. Ураҙғолов. Кукуруздың башы әле бешеп өлгөрмәгәйне, тик япраҡтары ғына киске елгә һелкенә. А. Таһиров.
2. Шул үҫемлектең орлоғо. □ Кукуруза. / Кукурузный. Кукуруз ашау. Кукуруз йыйыу. Кукуруз майы. Кукуруз оно. ■ Сәукә-ҡарға супләгәндән имен ҡалған йәрәбәләй кукуруз орлоғо унда-һанда ғына шытып сыҡты ла, орсоҡ буйы ҡыяҡ ебәргәс, ҡатты ла ҡуйҙы. Д. Бүләков. [Гайбә әбей:]Дөгө, кукуруз ярмалары ла етерлек. Шулай булғас, бутҡа ла туя ашарлыҡ була инде! 3. Биишева.
КУКУРУЗ ВАҠЛАҒЫС (Р: кукурузодробилка; И.: crusher; T: kırma makinesi) и.
Кукурузды сәкәне менән ваҡлау ҡорамалы (малға ашатыу өсөн). □ Кукурузодробилка. Кукуруз ваҡлағыс ҡулланыу. Кукуруз ваҡлағыс һатып алыу.
КУКУРУЗ ҠУҢЫҘЫ (Р: кукурузный навозник; И.: pentodon; T: pentodon) и. зоол.
Ҡара йәки ҡуңыр төҫтәге, буйы ике-өс сантиметрға еткән, суҡ мыйыҡлылар ғаиләһенә ҡараған ҡуңыҙ төрө. □ Кукурузный навозник (лат. Pentodon).
КУКУРУЗЛЫҠ (кукурузлығы) (Р: кукурузное поле; И.: cornfield; T: mısır alanı) u.
Кукуруз баҫыуы. □ Кукурузное поле. И Холодовский уҙҙәренең квартираһынан беҙҙе артҡа, кукурузлыҡҡа алып китте. А. Таһиров.
КУКУРУЗСЫ (Р: кукурузник; И.: seller of corn; T: mısırcı) и.
Кукуруз үҫтереүсе. □ Кукурузник. Яҡшы кукурузсы. Кукурузсы булыу. Данлыҡлы кукурузсы. И Хәниф — кукурузсы. Ул сәскән кукуруз ҡотороп уҫте быйыл. Р. Шаммас. Булексәнең оҫта кукурузсылары Фёдор Иванов, Хәмиҙулла Исмәғилев, Сөләймән Вә-литовтар гектарҙан 307 центнер йәшел масса алды. «Көнгәк», 15 сентябрь 2010.
КУКУРУЗСЫЛЫҠ (кукурузсылығы) (Р: кукурузничество; И.: seller of corn; T: mı-sırcıhk) u.
Кукуруз үҫтереү эше. □ Кукурузничество. Кукрузсылыҡ эшен йәйелдереу.
КУКУРУЗ СӘКӘНЕ (Р: початок кукурузы; И.: corn-cob; T: mısır koçanı) и.
Кукуруздың орлоҡло башы. □ Початок кукурузы. Кукуруз сәкәнен йыйыу. Кукуруз сәкәнен бешереу. ■ Кайһыһы икмәк ҡыйырсығы, ҡайһыһы яңыраҡ ҡына бешерелгән кукуруз сәкәне, һөт-ҡатыҡ, хатта киҫәкле сусҡа майы биреп китә. Ә. Хәкимов.
КУКУ-ЯМАН ТӘКӘҺЕ (Р: куку-яман; И.: bharal; T: bharal) и. зоол.
Үҙәк Азия тауҙарында йәшәгән кәзә тәкәһенә оҡшаған тау һарығы. □ Куку-яман (лат. Pseudois пауаиг).
КУЛАК (кулагы) [рус.] (Р: кулак; И.: kulak, wealthy peasant; T: ağa) и. тар.
20—30-сы йылдарҙағы бай крәҫтиән. □ Кулак. / Кулацкий. Кулак эйәрсене. Кулак ялсыһы. ■ Колхозлашыуҙан өс йыл әуәл әле ауыл йыйылышы лавкасы Мөхтәйҙе, кулак яһап, илдән ҡыуырға ҡарар сығарҙы. М. Кәрим. Колхозлашыу осоро башланғас, Кәшфулла Булактан шундай бойороҡ алып ҡайтты: «Синфи көрәштең көсәйгәндән-көсәйә барыуын раҫлау өсөн тиҙ арала биш байғура табып, шуларҙы кулак яһарға». Юғарынан килгән әмерҙең ашығыс булыуы Зилскийгә лә, кулактарға ла уҙ эштәрен яйлап, баплап, иркенләп эшләргә ирек бирмәне. Ғ. Дәүләтшин. Тирә-яҡ ауылдарҙа булып ятҡан кулактарҙы бөтөрөу ваҡиғаларын ишетә белеп торған Шәрифә менән Тамир өсөн егеттең был һуҙҙәре көтөлмәгән яңылыҡ тугел ине. Б. Бикбай. Совет Рәсә-йендә большевиктарҙың кулактарҙы синыф булараҡ юҡ итеу, крәҫтиәндәрҙе колхозға ҡыуалап индереу өсөн бар көс һәм хәйләһен эшкә ҡушҡан мәл. Ике-өс йыл элек кенә әҙәм рәтле донъя көтә башлаған Хөснөтдин — Хәлфетдиндең атаһы ла кулактар исемлегенә индерелде. М. Хужин.
КУЛАКЛЫҠ (кулаклығы) (Р: кулачество; И.: the kulaks; T: ağalık) и.
Кулак булыу хәле. □ Кулачество. Кулак-лыҡты бөтөрөу.
КУЛАКТАРСА (Р: по-кулацки; И.: like kulaks; T: ağalar gibi) p.
741