КУЛАЧОК
Кулактарға хас булғанса. □ По-кулацки, как кулак. Кулактарса ҡыланыу. Кулактарса йәшәу. Кулактарса бай булыу.
КУЛАЧОК (кулачогы) [рус.] (Р.: кулачок; И.: come; T.: kam) и. тех.
Машинала берәй механизмды әтеү көсө менән хәрәкәтләндерә торған деталь. □ Кулачок. Двигатель кулачогы.
КУЛЕР I [рус. < ингл. cooler ‘һыуытҡыс’] (Р.: кулер; И.: cooler; T.: soğutucu) и.
1. Компьютерҙы ҡыҙыуҙан һаҡлаусы вентилятор. □ Кулер. Кулер һатып алыу. Учреждениела кулер урынлаштырыу.
2. Эсәр һыуҙы ҡойоу дозалау өсөн тәғәйенләнгән ҡулайлама, аппарат. □ Кулер. Кулерҙан һыу алып килеу.
КУЛЕР II [рус.] (Р: кулер; И.: caramel; T.: karamela) и.
Көйҙөрөлгән шәкәр. □ Кулер. Кулер етештереу. Кулер иҫерткес эсемлектәрҙе буяу өсөн ҡулланыла.
КУЛИ [рус. < һинд. kuli] (Р: кули; И.: coolie; T.: kuli) и.
Ҡайһы бер Азия илдәрендәге йөк ташыусы ҡара эшсе. □ Кули. И Арба тартып барған саҡта урам урталай, Шанхай урамында ярлы кули бер минутҡа ғына туҡтала. X. Ҡунаҡбай.
КУЛИНАР [рус.] (Р: кулинар; И.: culinary / cookery expert; cook; T.: usta aşçı) и.
Аш-Һыу оҫтаһы. □ Кулинар. / Кулинарный. Кулинарҙар мәктәбе. ■ [Юрий Перов:] Дуҫтар, таныштар, яҡындар араһында кулинар тигән даным бар. Грузин, узбәк, корей, йәһуд, француз, ҡытай һәм башҡа бик куп халыҡтарҙың аш-һыуын бешерә беләм. «Йәшлек», 26 август 2010. Аш-Һыу әҙерләу оҫталығына эйә булған 21 кулинар Башҡортостандың ун алты районына эшкә ебәрелде. Картотека фондынан. Әлшәй райпотребсоюзы эргәһендә асылған туғыҙ айлыҡ курста республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән кулинарҙар уҡый. «Башҡортостан», 2 апрель 2009.
КУЛИНАРҘАРСА (Р: по-кулинарски; И.: like a culinary; T.: aşçı gibi) р.
Кулинарҙарға хас булғанса, оҫта. □ По-кулинарски, как кулинары. Кулинарҙарса бешереу. Кулинарҙарса эшләнгән.
КУЛИНАРИЯ [рус. < лат. culina ‘кухня’] (Р: кулинария; И.: cookery; T.: aşçılık, tabahat) и.
1. Аш-Һыу әҙерләү эше. □ Кулинария. Кулинария курстары. ■ Калала [Белорет] кулинария эшселәренең кәңәшмәһе булып утте. «Шоңҡар», № 11, 2009. Аҡ бәшмәкте, уйлап тормай, «Башҡортостан бәшмәктәренең батшаһы» тип атарға мөмкин. Сөнки уның аҙыҡ сифаты юғары, кулинарияла киң ҡулланыла. «Йәшлек», 28 август
2011.
2. йыйн. Аҙыҡ-түлек. □ Кулинария. Кулинария магазины. Эштән ҡайтышлай кулинария магазинына инеп, ҡамыр алырға булдым. «Киске Өфө», № 12, 2012.
КУЛИНАРЛЫҠ (кулинарлығы) (Р: специальность кулинара; И.: culinary’s trade; T.: aşçılık) и.
Кулинар эше, һәнәре. □ Работа, специальность кулинара. Кулинарлыҡ курстары. Кулинарлыҡ рецепттары. Кулинарлыҡ конкурсы.
КУЛИСА [рус. < фр. coulisse < couler ‘шыуыу, ағыу’] (Р: кулисы; И.: wing, sidescene; T.: kulis) и.
1. Сәхнә декорацияһының ике яҡ ҡабырғалағы ҡат-ҡат булып торған өлөшө. □ Кулисы. Кулиса артына инеу. Кулиса артына баҫыу.
2. а. х. Баҫыу ерен һыуыҡтан, ҡоронан һаҡлау һәм ҡар тотоу өсөн рәт-рәт итеп сәскән көнбағыш, кукуруз кеүек оҙон һабаҡлы үҫемлек һыҙаттары. □ Кулиса. Кулисалы уҫемлектәр. Кулисалы пар.
КУЛОН I [рус. < фр. Coulomb ‘француз ғалимы Шарль Кулон исеменән’] (Р: кулон; И.: coulomb; T.: kulon) и.
Электр зарядын үлсәү берәмеге. □ Кулон. 6,2415Г1018 электрондарҙың заряды 1 кулонға тиң.
КУЛОН II [рус. < фр. coulant] (Р: кулон; И.: pendent; T.: pandantif) и.
Нескә сынйыр менән муйынға тағыла торған биҙәүес. □ Кулон. Яҡут ҡашлы ку
742