КУЛЬТИВАТОР
лон. Кулон тағыу. Кулон йөрөтөу. ■ Мәктәпкә шулай уҡ кулон, брошка кеуек эре биҙә-неу әйбер ҙә тағырға кәңәш бирмәйбеҙ. «Киске Өфө», №39, 2011. Мәскәуҙең 2-се сәғәт заводы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бәләкәй генә сәғәт ҡуйылған матур кулондар, аҫыл ташлы муйынсаҡтар эшләп сығарҙы. «Башҡортостан», 10 март 2010.
КУЛУАР [рус. < фр. couloir ‘тығыҙ үтеү урыны, коридор’] (Р.: кулуары; И.: lobby; T.: kulvar) и.
Парламент, театр йортондағы оло залдың ян бүлмәләре (ял итеу, һөйләшеп ултырыу өсөн). □ Кулуары. Кулуарҙа осрашыу. Кулуарҙа фекер алышыу.
КУЛУАРҘА ҺӨЙЛӘШЕҮ (кулуарҙа һөйләш-) (Р: беседовать в кулуарах; И.: backstage; T.: kulvarda konuşmak) ҡ.
Рәсми һөйләшкәндән һуң, үҙ-ара фекер алышыу. □ Беседовать в кулуарах. / Кулуарный разговор.
КУЛЬБИТ [рус. < фр. culbute ‘тәкмәсләү’] (Р: кульбит; И.: somersault; T.: takla at) и.
Ҡулдарға таянып баштүбан әйләнеү акробатик трюгы. □ Кульбит. Келәмдә кульбит яһау.
КУЛЬМИНАЦИОН [рус. кульминационный} (Р: кульминационный; И.: culmination; T.: en yüksek) с.
Иң көсөргәнешле, юғары кульминацияға еткән. □ Кульминационный. Әҫәрҙең кульминацион өлөшө. Сығыштың кульминацион урыны.
КУЛЬМИНАЦИОН НӨКТӘ и. ҡар. кульминация. ■ Рәми Ғарипов менән Рифҡәт Алғушаев өсөн был походтың иң кульминацион нөктәһе Шайморатов һәләк булған Штеровка ауылы янындағы Роман ҡаяһы булғандыр. Р. Бикбай. Бөгөн ГФР менән ғәрәп дәуләттәре араһындағы мөнәсәбәттәрҙәге кризис уҙенең кульминацион нөктәһенә етте: Ғәрәп Көнсығышының 10 иле ГФР менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙҙө. «Башҡортостан», 29 июнь 2009.
КУЛЬМИНАЦИЯ [рус. < лат. сиһпеп ‘бейеклек’] (Р: кульминация; И.: culmination, climax; T.: doruk) и.
1. астр. Планетаның күк меридианын киҫеп үтеүе. □ Кульминация. ■ Яҡтыртҡыстың меридианды киҫеп утеу куренеше кульминация тип атала. Картотека фондынан.
2. Хәл-ваҡиғаның иң көсөргәнешле, киҫкен мәле; юғары нөктә. □ Кульминация. ■ «Ерәнсә сәсән менән Гимерхан батша» көләмәсендә батша әйткән хәл иткеһеҙ мәсьәләне Ерәнсәнең хәрәкәт һәм ҡыланыш ярҙамында cüceye — бер ук ваҡытта кульминация ла, сиселеш тә. Ә. Сөләймәнов. Ваҡиғалар уҫеше артабан көрәшеусе көстәрҙең бәрелешеуенә, хәл — ваҡиғаларҙың иң ҡыҙған, юғары нөктәһенә килтерә. Был момент кульминация тип атала. К. Әхмәтйәнов. Икенсе шаршауҙың өсөнсө картинаһы балеттың драматик кульминацияһы булып яңғырай. Ул ғәйбәт темаһы менән башланып, хурлыҡлы «тантана» ваҡиғаһы менән тоташып китә. «Тамаша», №2,2010.
КУЛЬТ [рус. < лат. cultus < colo ‘эшкәртеү, ололау] (Р: культ; И.: cult, worship; T.: kült) и.
1. Кешенең ниҙелер аллалаштырып та-быныуы һәм табыныу йолалары, ғибәҙәт. □ Культ. Буре культы. Кояш культы. Кояш культына бәйле легенда. ■ Януар, хайуан атамалары-тотемдар тураһында төрки халыҡтары тарихында куп мәғлумәт тупланған. Баланы һаҡлау йолалары араһында буре культы менән бәйлеләре куп курһәтелгән. Башҡортостан календарынан.
2. кусм. Кемгә йәки нимәгәлер табыныу, уны ҙурлау нигеҙендә барлыҡҡа килгән мөнәсәбәт. □ Культ. Матурлыҡ культы. Сәнғәт культы. Шәхес культы. Байлыҡ культы. ■ Үҙәк матбуғат актив һәм даими рә-уештә йәш куңелдәргә көс культын, аҡса, байлыҡ культын пропагандалай. Ә. Әминев. Ғаилә, бигерәк тә куп балалы ғаилә, культын булдырырға кәрәк. М. Хужин.
КУЛЬТИВАТОР [рус. < фр. cultivateur] (Р: культиватор; И.: cultivator; T.: kültivator) и. а. х.
Баҫыу ерен ҡый үләндәренән таҙартыу, рәт араларын йомшартыу өсөн ауыл хужалығында ҡулланылған тағылма ҡорал.
743