КУЛЬТИВАТОРЛАНЫУ
□ Культиватор. Дискылы культиватор. Табанлы культиватор. Ат культиваторы. Трактор культиваторы. Яҙ ҡоро килгәндә сәсеу алдынан ерҙе культиватор менән эшкәртергә кәрәк. ■ Бөгөнгө космос заманында ла нисәмә төрлө тракторға, комбайндарға, сәскес йә культиватор, кәбән ослағыс йә самосвал һымаҡ ҡеуәтле машиналарға иң етмәгәне — запчасть. Д. Бүләков.
КУЛЬТИВАТОРЛАНЫУ (культиваторлан-) ҡ. төш. ҡар. культиваторлау, страд, от культиваторлау.
КУЛЬТИВАТОРЛАУ (культиваторла-) (Р.: культивировать; И.: cultivate; T.: toprağı kültivatörle işlemek) ҡ. а. х.
Культиватор менән эшкәртеү. □ Культивировать. Ерҙе культиваторлау. Баҡсаны культиваторлау.
КУЛЬТИВАЦИЯ [рус. < лат. cultico ‘эшкәртәм’] (Р.: культивация; И.: cultivation (of land), farming; T.: kültivasyon) и. a. х.
Ерҙе культиватор менән эшкәртеү эше.
□ Культивация. Культивация уткәреу. ■ Моторҙар тауышынан баҫыу киңлектәре геуләп тора. Бер агрегат культивация яһаһа, икенсеһе уның артынан уҡ сәсә бара. «Башҡортостан», 10 май 2012. Тырмалауҙа, культивацияла, катуклауҙа һәм сәсеуҙә еңеп сыҡҡан агрегаттарға вымпелдар, шулай уҡ аҡсалата буләктәр бирелә. «Башҡортостан», 28 май 2011.
КУЛЬТИВАЦИЯЛАНЫУ (культивациялап-) ҡ. төш. ҡар. культивациялау, страд, от культивациялау.
КУЛЬТИВАЦИЯЛАУ (культивацияла-) (Р: культивировать; И.: cultivate; T.: toprağı kültivatörle işlemek) ҡ.
Ерҙе культиватор менән эшкәртеү.
□ Культивировать. ■ Уңыш йыйыу башланыу менән ук трактористар туңға һөрөргә тотона, ә яҙын уны комбайнёрҙар культивациялай. Р. Ураҙғолов. Ҡар иреп, ер һурыҡҡас, та, ерҙе ике эҙҙән тырматып дым ҡапланыҡ, ике тапҡыр культивацияланыҡ. Яр. Вәлиев. Быйыл, мәҫәлән, культивациялап та ҡалдырабыҙ. Бының маҡсаты: суп уләндәрен бөтөрөу, ерҙе йомшартыу. «Башҡортостан», 13 август 2011.
КУЛЬТИВАЦИЯ ҮТКӘРЕҮ (культивация үткәр-) ҡ. ҡар. культивациялау. ■ Билдәле булыуынса, ҡый уләндәре купләп шытып сыҡҡас, культивация уткәреу уларға ҡаршы көрәштә иң файҙалы ысул булып тора. Р. Ураҙғолов. Көнбағышты, мәҫәлән, башта гербицид индереп, метрына 4—5 бөртөкләп сәсәбеҙ. Был осраҡта уны 2 тапҡыр тырматыу, культивация уткәреу кәрәкмәй, рәт араларынан йөрөп кумдереу ҙә етә. «Юшатыр», 13 май 2010.
КУЛЬТИВИРЛАУ (культивирла-) (Р: культивировать; И.: cultivate; T.: üretmek) ҡ.
Микроорганизмдарҙы, хайуан һәм үҫемлек күҙәнәктәрен яһалма шарттарҙа үҫтереү. □ Культивировать. Лимон культивирлау. Кофе культивирлау. Культивирланған ынйы.
КУЛЬТМАССА [рус. культурно -массо -вый\ (Р: культмассовый; И.: public cultural; T.: kitle kültürü) c.
Халыҡтың культураға бәйле ихтыяждарын үтәгән. □ Культмассовый. Культмасса берләшмәһе. Культмасса комиссияһы. Тәр-биәуи һәм культмасса эштәрен ойоштороу.
КУЛЬТПОХОД [рус. культурный поход} (Р: культпоход; И.: cultural outing; T.: gezi) и.
Коллективтың театр, музей кеүек ергә күмәкләп барыуы. □ Культпоход. Культпоход ойоштороу. Театрға культпоход яһау. И [Арыҫлан Рәхмәтуллович:] Тә-әк, әсәһе, ҡыҙым Гөлшан, бөгөн ял көнө хөрмәтенә культпоход ойошторайыҡ әле, — тине. Д. Бүләков.
КУЛЬТУРА [рус. < лат. cultura ‘игенселек, тәрбиәләү, хөрмәтләү’] (Р: культура; И.: culture; T.: kültür) и.
1. Кешелектең тормош шарттары нигеҙендә барлыҡҡа килгән рухи, матди һәм фәнни ҡаҙаныштары; мәҙәниәт. □ Культура. / Культурный. Культура кимәле. Культура торошо. Милли культура. Прогрессив культура. Культура тарихы. ■ һәм мин уҙемсә аҡыл һатырға тотондом: «.. Легенда халыҡтың уткән экономикаһын, культураһын белеу өсөн мөһим». И. Абдуллин. Рус теле минең өсөн Европа культураһына сығыр купер булды. Ш. Хажиәхмәтов. Инде бер
744