КУЛЬТУРАЛАШТЫРЫУ
нисә быуат буйы Урҙа бөтә халыҡ бер телдә һөйләшә, бер культураға инана. Н. Ғәйетбай. Туған халҡының тормош һәм культура дәрәжәһен кутәреу өсөн теоретик һәм практик тәҡдимдәр эшләп, М. Өмөтбаев был теләккә ирешеуҙең бер юлы рус һәм башҡорт халыҡтарының дуҫлығын нығытыуҙа, башҡорттарҙы алдынғы Европа культураһына ылыҡтырыуҙа тигән нәтижәгә килә. Ғ. Ҡунафин.
2. Айырым халыҡ йәки синыфтың билдәле бер дәүерҙе эсенә алған рухи, матди һәм ижтимағи ҡаҙаныштары. □ Культура. / Культурный. Боронғо Рим культураһы. Антик культура.
3. Ниндәйҙер эшмәкәрлектең үҫеш кимәле, камиллыҡ дәрәжәһе. □ Культура; мәҙәниәт. / Культурный. Телмәр культураһы. Игенселек культураһы. Хеҙмәт культураһы. ■ Ҡарт һаман һөйләнә бирҙе: «Белмәйем, эшселәр синыфы, тиҙәр, алдынғы кешеләр, тиҙәр. Мин инде уларҙы эш культураһын, производство тәртибен белгән әҙәмдәрҙер, тип уйлай инем. Ә һеҙҙә остоғо ла юҡ, курәһең». Р. Солтангәрәев. «Был мөйөштә брезент ни эшләп насар беркетелгән? — Иҫәнғолов ҡаштарын йыйырҙы. — Төҙәтегеҙ! Беренсе буровойҙы нисек монтажлаһағыҙ, шулай китер. Производство культураһы булырға тейеш!» «Ағиҙел», № 11, 2010.
4. Аң-белемле кешенең талаптарына ярашлы тормош шарттары. □ Культура. Ҡала культураһы. Ауыл культураһы. Сит ил культураһы.
5. Аң-белем кимәле, уҡымышлылыҡ; тәрбиәлелек. □ Культура (человека)’, мәҙәниәт. / Культурный. ■ Бына кеше, тип аптырай Рауза Әптеләхәткә, етем уҫкән, һуғышын да, төрмәһен дә кургән, ә культураһын юғалтмаған. Т. Ғарипова. Халыҡ культураһы менән кешеләрҙең тышҡы культураһы араһында ныҡ бәйләнеш бар. Ф. Ти-мерғәзин. [Новиков:] Ҡугәрсендәрем, ниндәй матур яҙалар бит. Ундай матур һуҙҙәрҙе ҡайҙан һайлағандар? Хәйер, культура шул, культура. Д. Юлтый.
6. Аң-белем таратыуға, сәнғәткә бәйле эшкә ҡарата әйтелә. □ Культура, мәҙәниәт. /
Культурный. Культура министрлығы. Культура ойошмалары. Культура эшмәкәре. ■ Төштән һуң уны [Искәндәрҙе] культура эштәре халыҡ комиссарлығына саҡырҙылар. Ә. Хәкимов. [Менәуәрә:] «Киттек, иптәш Харисов, культура эштәрен алға ебәрергә!» — тип уны ҡултыҡлап, ишеккә ыңғайлай. Н. Мусин.
7. Сәсеп үҫтерә, игелә торған үҫемлек. □ Культура. / Культурный. Бөртөклө культуралар. Майлы культуралар. Тутәл культуралары.
КУЛЬТУРА-АҒАРТЫУ (Р: культурнопросветительный; И.: educative; T.: eğitimsel) с. кусм.
Аң-белем таратыу эшенә бәйле. □ Культурно-просветительный. Культура-ағартыу ойошмалары. Культура-ағартыу эше. Культура-ағартыу техникумы. ■ Шәрифулла Манатов мәктәптәр асыу, культура ағартыу эштәрен юлға һалыу буйынса эшкә тотона. К. Әхмәтйәнов. Ленин урамы буйлап Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһын тамамлаған йәш егет китеп барэ. «Йәйғор», 13 октябрь 2010. Быйыл культура-ағартыу учреждениеларын ремонтлау киң ҡолас алды. «Башҡортостан», 27 июль 2010.
КУЛЬТУРА ЙОРТО (Р.:дом культуры; И.: house of culture; T.: medeniyet binası) u.
Халыҡтың культураға бәйле ихтыяждарын хеҙмәтләндергән мәҙәниәт йорто. □ Дом культуры. Культура йорто әллә ҡайҙан балҡып, уҙенә тартып тора. Культура йортонда кургәҙмә ойошторолған.
КУЛЬТУРА-КӨНКҮРЕШ с. ҡар. мәҙә-ни-көнкүреш.
КУЛЬТУРАЛАШТЫРЫУ (культуралаштыр-) ҡ.
1. ҡар. мәҙәниләштереү. ■ Йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара Берлеге «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Башҡарма комитеты Советы кусмә ултырышында ҡатнашыусылар ҡарар сығарҙы: Абдуллино, Ҡаранай, Әбдрәхим ауылдарында археологик һәйкәлдәрҙе (ҡәберлек) культуралаштырыу буйынса сара курергә. Интернет селтәренән.
745