Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 746 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КУЛЬТУРАЛАШЫУ
2. Ҡырағай үҫемлек һәм хайуандарҙы йорт йәки ауыл хужалығы шарттарында үҫтереү, үрсетеү. □ Окультуривать. Культуралаштырылған уҫемлектәр. Ҡырағай сейәне культуралаштырыу. И Сәсеу әйләнеше системаһында тупраҡты культуралаштырыу, төп агрономия алымдарының сифатын яҡшыртыу — шәкәр сөгөлдөрө уңышын кутәреуҙең .. төп юлдары бына ошолар. «Көнгәк», 10 апрель 2011.
КУЛЬТУРАЛАШЫУ ( культуралаш-) (Р.: становиться культурным; И.: become cultured; T: medenileşmek) ҡ.
Мәҙәниләшеү, мәҙәнигә әйләнеү; тейешле тәрбиә, аң-белем алыу. □ Приобщаться к культуре, становиться культурным, цивилизоваться. Культуралашыу кимәле. Культуралашыу курһәткесе.
КУЛЬТУРАЛЫ I (Р.: культурный; И.: cultured; T.: kültürel) с.
1. Тейешле аң-белемгә, культураға эйә булған, мәҙәниәтле. □ Культурный, воспитанный. Юғары культуралы кеше. ■ Ҡатын таҡ-тоҡ баҫып ишек эргәһенә барҙы ла кире боролоп килде. [Шәһурәгә:] Бел, ҡыҙыҡай, уҙеңде былай тотһаң, бында балауыҙ һуҙа алмаҫһың. Аҙ ғына культуралы, әҙәпле булырға кәрәк. Н. Мусин. [Фәйзи — туғанына:] Һин дә бар шунда, культуралы йәштәр менән аралашырһың. Р. Шаммас.
2. Сәсеп үҫтерелә торған. □ Культурный, выращиваемый (орастениях). Культуралы уҫемлектәр. ■ Ә Юлдаш һөйләгән һайын асылды, ҡыйыуланды һәм уҫемлектәр, уларҙың төҙөлөшө, тормошо, ҡырағай һәм культуралы уҫемлектәрҙең кеше тормошондағы әһәмиәте, тәбиғәтте уҙгәр-теу, уҫемлектәрҙең сорттарын яҡшыртыу юлында кешеләрҙең көрәше, эше хаҡында асыҡ, ҡыҫҡа итеп һөйләп бирҙе. 3. Биишева. Ауыл хужалығы ағыуҙарының тәьҫир итеу механизмын ентекләп өйрәнергә кәрәк. Ул препараттар кешегә һәм хайуанға зарарһыҙ, культуралы уҫемлектәргә файҙалы булһын. Картотека фондынан.
КУЛЬТУРАЛЫ II (Р: культурно; И.: in а cultured way; T.: medeni)/?.
Культура ҡағиҙәләренә ярашлы рәүештә. □ Культурно. Культуралы куңел асыу. Культуралы ял итеу. Культуралы һөйләшеу.
■ Культуралы булыу өсөн тәртип, әхлаҡ ҡағиҙәләрен уҙләштерергә һәм тормошта уларға ярашлы уҙ-уҙеңде тота белергә кәрәк, юғары ойошҡанлыҡ та талап ителә.
3. Ураҡсин.
КУЛЬТУРАЛЫЛЫҠ (культуралылы-ғы) и. ҡар. мәҙәнилек. Культуралылыҡ һәм интеллигентлыҡ — кешенең иң юғары уҫеш, тәрбиә курһәткесе ул.
КУЛЬТУРАСЫ (Р: культурник; И.: animator; Т: animator) и.
Шифахана, ял йорттарында, культура эштәре алып барған хеҙмәткәр. □ Культурник. Культурасы саҡырыу. Яҡшы культурасы. Культурасы булып эшләу.
КУЛЬТУРАҺЫҘ с. ҡар. мәҙәниәтһеҙ.
■ «Культуралы уҫемлек» тип йыйылышта көнбағышты, эй, маҡтанылар! Әммә мине, шуны ярып торған өсөн, «культураһыҙ малай» тиеп атанылар. Р. Назаров. Ауыл тураһында тубән уйлаған, хеҙмәт кешеләрен культураһыҙ, белемһеҙ тип ҡараған Гарифуллин менән Шәрәфиҙең әйткән һуҙҙәренә купелағы пассажир тыныс ҡына төҙәтмәләр яһап, репликалар ташлап бара. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 10, 2010.
КУЛЬТУРАҺЫҘЛЫҠ (культураһыҙ-лығы) и. ҡар. мәҙәниәтһеҙлек. ■ [Әпте-рәхим — Таһир бабайға:] Фу, ниндәй куль-тураһыҙлыҡ! Ниңә ауылығыҙҙың урамын көрәтмәйһегеҙ? И. Солтанов.
КУЛЬТУРИЗМ [рус. < фр. culturisme] (Р: культуризм; И.: body building; T.: kül-türizm) и. спорт.
Тән мускулдарын нығытыу өсөн физик күнекмәләр системаһы. □ Культуризм. Культуризм менән шөғөлләнеу.
КУЛЬТУРИСТ [рус.] (Р: культурист; И.: body builder; T: kültürist) и. спорт.
Культуризм менән шөғөлләнеүсе. □ Культурист. Культуристар клубы. Культурис-тар уҙәге. И Культуристар өсөн айырым туҡланыу ҡаралған. «Йүрүҙән», 15 октябрь 2011.
746