Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 747 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КУПОН
КУЛЬТУРНИК (культурнигы) [рус.] и. һөйл. ҡар. культурасы.
Шифахана, ял йорттарында культура эштәре алып барған хеҙмәткәр. □ Культурник. ■ [Спартак] саҡ ҡына һуҙ оҫтаһы, саҡ ҡына йырсы, бейеусе һәм баянист. Йыйып ҡына әйткәндә, ял йорттары өсөн ҡойоп ҡуйған культурник. Ф. Иҫәнғолов.
КУЛЬТУРНИКЛЫҠ (культурниклығы) (Р.: культурничество; И.: culturel trend in enlightenment; T.: kültürel bir akım) и. map.
Революцияға тиклемге Рәсәйҙә халыҡ мәнфәғәте өсөн булған көрәште аң-белем таратыу эше менән генә сикләргә тырышҡан интеллигенция араһында таралған ағым. □ Культурничество. ■ Мәжит Ғафури .. ҡаҙаҡ далаларында культурниклыҡ эше менән шөғөлләнеуен һөйләгәндә, халыҡтың белемгә ынтылыу теләге көслө булмауына, теләге булғанының мөмкинселеге юҡлығына аптырап, әсенеуен белдергән. «Йәшлек», 25 март 2008.
КУНЖУТ [рус. < фарс. -^] (Р: кунжут; И.: sesame; T.: susam, küncü) и. бот.
1. Орлоғонан май алыу өсөн үҫтерелгән оҙон һабаҡлы йылы яҡ үҫемлеге. □ Кунжут. / Кунжутный (лат. Sesamum). Кунжут сәсеу. һуңғы ваҡытта (Афғанстанда) шәкәр сөгөлдөрө менән шәкәр ҡамышы ла уҫтерелә. Башҡа техник культураларҙан кунжут (май өсөн), етен, киндер, горчица һәм көнбағыш игелә. М. Бураҡаева.
2. Шул үҫемлектең орлоғо. □ Кунжут. / Кунжутный. Кунжут майы. Кунжут орлоғо. Кунжут һибелгән икмәк.
КУПАЛЬНИК (купальнигы) (Р: купальник; И.: swimsuit; T.: mayo) и.
һыу инеү кейеме. □ Купальник. Айырым купальник. Ябыҡ купальник. Яңы купальник.
КУПЕ [рус. < фр. coupe} (Р: купе; И.: compartment; T.: kompartıman) и.
Пассажир вагонының өс-дүрт кеше өсөн иҫәпләнгән айырым бүлмәһе. □ Купе. Айырым купе. ■ Дилбәр стенаға ҡарай боролоп, бөршәйеп кенә барып ятты. Купеға башҡа юлаусылар килеп ингәс, оҙатыусылары төшөп китте. Г. Ғиззәтуллина.
КУПЕЛЫ (Р: купейный; И.: compartment; T.: kompartımanlı) с.
Купеһы булған. □ Купейный. Купелы вагон. Купелы вагонда пассажирҙар аҙ ине.
КУПЕЦ [рус.] и. ҡар. сауҙагәр. Эре купец.
КУПЛЕТ [рус. < фр. couplet ‘бер-ике шиғри юл’] (Р: куплет; И.: verse, couplet; T.: küple) и.
1. Көйгә һалынған шиғри әҫәрҙең (йырҙың) рифма менән берләштерелгән бер нисә юллыҡ өлөшө. □ Куплет. / Куплетный. ■ Кайһылай яҡын, тетрәткес йыр был! Уның һәр куплеты, һәр һуҙе Миңлеғәле менән Зәкиәгә бағышланған һымаҡ. Я. Хамматов.
2. купл. Көндәлек тормошҡа ҡарата сығарылған, таҡмаҡ рәүешендәге сатирик йәки юмористик йырҙар. □ Куплеты. / Куплетный. Куплет сығарыу.
КУПЛЕТЛЫ (Р: куплетный; И.: consisting of... stanzas; T.: kupleli) c.
Купмелер куплеттан торған. □ Куплетный. Өс куплетлы йыр. И [Нәтижә апай:] Был йыр тимме, таҡмаҡ тимме, 10— 15-ләп куплетлы булған; мин бала саҡта өйҙә яҙма нөсхәһе була торғайны. «Йәшлек», 9 март
2012.
КУПЛЕТЛАП (Р: по куплетам; И.: by stanzas; T.: küple ile) p.
Шиғри формала, куплет менән. □ По куплетам. Йырҙы куплетлап йырлау. Куплетлап ятлау.
КУПЛЕТСЫ (Р: куплетист; И.: cabaret singer; T.: türkücü) и.
Куплеттар башҡарыусы эстрада артисы. □ Куплетист. Яҡшы куплетсы. Билдәле куплетсы.
КУПОЛ [рус. < ит. cupola} и. ҡар. көмбәҙ.
КУПОН [рус. < фр.] (Р: купон; И.: coupon; T.: kupon) и.
1. Ҡиммәтле ҡағыҙҙың процент түләтеү өсөн йыртып алына торған талоны. □ Купон. Купон өҙөу. Купонға һатып алыу.
2. Билдәле бер кейем тегеүгә йәтешләп сигелгән йәки биҙәк һалынған бесеүле тауар. □ Купон (отрез материи). Юбкалыҡ купон. Кулдәклек купон. Алъяпҡыс купоны.
747