КУРОРТ-ҠАЛА
1. Башлыҡтар, баһадирҙар иҫтәлегенә өйөп яһалған ҡалҡыулыҡ; ҡорған. □ Курган. Бейек курган. Балсыктан яһалған курган. ■ Йылғаныц төньяғындағы ҡалҡыулыҡта Бәндәбикә курганы бар. Легенданан. Тирбәлә кургандар халыҡтың күңелендә, батырҙар йоҡлайҙар кургандар төбөндә. Ә. Исхаҡ.
2. Нығытма, ҡәлғә диуары. □ Крепость. Куҙәтеу курганы. Курганға менеу. ■ Бохара .. балсыҡтан яһалған бейек курган менән уратып алынған. Картотека фондынан. Тауҙар араһында далаларҙағы ҙур курган кеуек Торатау айырым-асыҡ куренә. Ә. Вилданов. Ауыл ситендә туңәрәк курганды ҡаплап уҫкән ҡуйы оҙон алабуталыҡ эсенә йәшеренеп ятҡан ҡыҙылармеецтар Әкрәмде туҡтатып маташманылар. А. Таһиров.
КУРД (Р.: курд; И.: Kurd; T: Kürt) и. этн.
Яҡын Азия илдәрендә һәм Әзербайжанда, Әрмәнстанда һәм Төркмәнстанда йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (иран телдәренең береһендә һөйләшә). □ Курд. Курд ҡатын-ҡыҙы. Курд теле. Курд халҡы.
КУРДСА (Р: по-курдски; И.: Kurd; Т: Kürtçe) р.
1. Курд телендә. По-курдски. Курдса һөйләшеу. Курдса ацлау.
2. Курдтар кеүек, курд халҡына хас булғанса. □ По-курдски. Курдса кейенеу.
КУРИН [рус. курень} (Р: курень; И.: chop down; T.: orman açma) и. диал.
1. Урман ҡырҡыу, ағас әҙерләү эше. □ Курень. Куринға ебәреу. Куринда эшләу.
2. Урманда ағас ҡырҡҡан урын. □ Место обрубки деревьев. Киң курин. Куринға барып еттек.
КУРИН ҠЫРҠЫУ (курин ҡырҡ-) (Р: обрубать лес; И.: chop down (a tree); T: orman açmak) ҡ. диал.
Урман ҡырҡыу, ағас әҙерләү. □ Обрубать лес, заготавливать брёвна. И Ғәлим йәштән йәтим ҡалды. Уға өс йәш булғанда, атаһын курин ҡырҡҡанда ағас баҫып ултерҙе. Картотека фондынан. Элек курин ҡырҡыу булған. Йәштәр, билдәле, арып ҡайтһалар ҙа, киске уйынға йөрөйҙәр, ә уларҙы бригадирҙары көн һайын, «вечер» һуҙен боҙа-боҙа: «Көн дә пишер, көн дә пи-
шер,кем барыр һуң куринға?» — тип ҡыуып ҡайтарыр булған. Ваҡыт ҡәҙерен белмәгән кешегә хәҙер ошо һуҙҙе ҡулланалар. Башҡорт әҙәбиәте анталогияһы, 2-се том.
КУРИЯ [рус. < лат.] (Р: курия; И.: curia; T: küri) и.
Буржуаз илдәрҙә һәм революцияға тиклемге Рәсәйҙә: милке, милләте һәм башҡа яғы буйынса бүленгән һайлаусылар төркөмө. □ Курия. Эшселәр курияһы. Крәҫтиәндәр курияһы. Ер биләуселәр курияһы.
КУРМЫ [рус. корм} (Р: корм; И.: forage, feed, provender; T: yem, mekel) и. һөйл.
Мал аҙығы. □ Корм. Малға курмы биреу. Курмы әҙерләу. Малдың курмыһы бөткән.
КУРОК (курогы) [рус. курок} (Р.: курок; И.: cock; T: tetik) и.
Атыу ҡоралындағы затворҙың пистонға һуға торған өлөшө; тәте (сирткес). □ Курок. ■ Кит ҡапыл судноның моронона ғына килеп сыҡты. Гарпунсы, тупты төҙәп, курокты баҫты. Туп атты, һәм гарпун .. киттың арҡаһына барып ҡаҙалды. Ә. Харисов. [Ирназаров — ҡартҡа:] Шул патронды бына был барабан тишегенә тығып ҡуяһың да, капсулына курок менән һуҡтыраһың. Шунан, патрон эсендәге дары янып, пуляны алып сығып китә. И. Насыри.
КУРОРТ [рус. < нем. Kurort} и. мед. ҡар. шифахана. Курортта дауаланыу. Янғантау курорты. Шифалы һыу менән дауаланыу курорты. Н Аштан һуң Нурый урынынан ҡуҙғалды, ул хәҙер арыған, ватылған кеше кеуек һыҡранып йөрөмәй, бәлки, оҙаҡ ял иткән, курортта ятып таҙарған кешеләй еңел йөрөй. А. Таһиров. Ғәлимов бынан бер нисә йыл элек өйләнгән һәм хәҙер уның бисәһе Казан медицина институтын тамамлағандан һуң, Кырым курорттарының береһендә ял итә. Б. Дим.
КУРОРТ КИТАПСЫҒЫ (Р: курортная книжка; И.: resort outpatient book; T: defter) u.
Курортҡа киткән кешенең ауырыуҙары тураһында яҙылған китапсыҡ. □ Курортная книжка. Курорт, китапсығын тултырыу.
КУРОРТ-ҠАЛА (Р: курортный городок; И.: resort town; T: dinlenme yeri) и.
749