Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 750 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КУРОРТЛЫ
Тәбиғи шарттары шифалы булып, дауаланыу, ял итеү өсөн тейешле шарттар булдырылған бер нисә корпустан торған урын, бәләкәй ҡаласыҡ. □ Курортный городок. Курорт-ҡалала ял итеу. Курорт-ҡалаға путёвка алыу.
КУРОРТЛЫ (Р.: с курортом; И.: resort; T: карһсаһ) с.
Курорты булған. □ С курортом, курортный. Курортлы яҡ. Курортлы район. Курортлы ҡала.
КУРОРТОЛОГ [рус. < нем. Kurort ‘дауалау урыны’ + гр. logos ‘фән’] (Р.: курортолог; И.: balneology; T: banyo ile tedavi bilimi uzmanı) и.
Курортология буйынса белгес, врач. □ Курортолог. Йәш курортолог. Яҡшы курортолог.
КУРОРТОЛОГИК (Р: курортологический; И.: balneology; T: banyo ile tedavi bilimiyle ilgili) c.
Курортологияға мөнәсәбәтле. □ Курортологический. Курортологии дауалау. Курортологии ял.
КУРОРТОЛОГИЯ [рус. < нем. Kurort ‘дауалау урыны’ + гр. logos ‘фән’] (Р: курортология; И.: balneology; T: banyo ile tedavi bilimi) и. мед.
Клиник медицинала тәбиғәттең шифалы сифаттарын, улар менән дауалауҙы өйрәнеүсе тармаҡ. □ Курортология. Курортология белгесе.
КУРОРТНИК (курортнигы) [рус.] и. һөйл. ҡар. курортсы. Курортниктар килеп тулған. Курортниктар еләк йыйырға сыҡҡан.
КУРОРТОТЕРАПИЯ [рус. < нем. Kurort ‘дауалау урыны’ + гр. therapeia ‘тәрбиәләү, дауалау’] (Р: курортотерапия; И.: balneology; T.: banyo ile tedavi) и. мед.
Курорт шарттарында дауалау. □ Курортотерапия. Курортотерапия курсын утеу.
КУРОРТСЫ (Р: курортник; И.: recumbent; T: kaplıcada dinlenen kimse) и. мед.
Курортта дауаланыусы. □ Курортник. И Үткән йыл Кырымға курортҡа барып ҡайтҡан Мамаев, курортсыларҙы, ундағы Севастополь, «Байҙар» ҡапҡаһын, Симеиз, Алупка, Ай-Петри, Мисхорҙарҙы тағы бер
тапҡыр кургән кеуек, тән ҡыҙҙырыусыларҙың маҡтаныуҙарын, йырлауҙарын ишеткәндәй булды. А. Таһиров.
КУРС [рус. < лат. cursus ‘йүгереү’] (Р: курс; И.: course; T: kurs) и.
1. Юлһыҙ йөрөүсе транспорттың (самолёт, карап) йәки кешеләрҙең (сәйәхәтсе, альпинист) хәрәкәт йүнәлеше. □ Курс, направление. Көнсығышҡа курс алыу. Курстан яҙыу. Курс тотоу. Дөрөҫ курс менән барыу.
2. Юғары уҡыу йорттарында уҡытылған берәй фәндең йәки уның бүлегенең системалы рәүештә тулы бирелеше һәм шуның дәреслеге. □ Курс. Тел тарихы буйынса курстар. Математика курсын уҡыу.
3. Уҡыу-уҡытыуҙың тулы бер циклы, күләме. □ Курс. Урта мәктәп курсын тамамлау.
4. Юғары йәки махсус урта уҡыу йортоноң бер баҫҡысы һәм унда уҡыусы студенттар. □ Курс. Беренсе курс. Һуңғы курс. ■ Федотов училище тамамлаған йылды Люба унынсы класҡа кусте, быйыл ҡайтҡанында иһә ҡыҙ институттың икенсе курсында уҡып йөрөгән студентка ине. Ә. Хәкимов. Бына һуғыш менән уҙған өсөнсө яҙ килеп етте. Был йылды Хәмит ауыл хужалығы институтының беренсе курсын тамамланы.
3. Биишева.
5. Берәй һәнәр биргән ҡыҫҡа ваҡытлы уҡыу. □ Курс. Тегеу курсы. Белемде камиллаштырыу курсы. Инглиз теле буйынса курстар утеу. ■ [Перовский:] Беҙ урмансылар курстары асып, һәр төбәктән белгестәр әҙерләмәксебеҙ. 3. Ураҡсин. [Егеттәр] армиянан ҡайтҡас, бергәләп электриктар курсын бөткәндәр. Ф. Әсәнов.
6. Тулы бер дауаланыу циклы. □ Курс лечения. Дауалау курсы. Ун көнлөк уколдар курсы.
7. Ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың дәүләт тарафынан йәки биржала билдәләнгән хаҡы. □ Курс. Юғары курс. Акциялар курсы. Курс төшөу.
КУРСАНТ [рус.] (Р.: курсант; И.: student; T: kurs gören kimse, öğrenci) и.
1. Курстарҙа уҡыусы. □ Курсант. ■ Курсанттар таралышып, уҙ-ара гәпләшәләр.
750