Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 752 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КУРЬЕР ПОЕЗЫ
Курьер вазифаһы, хәле. □ Курьерство. ■ Почтальондың эшенә бәрәбәр икән курьер -лыҡ тигәнең. һалым инспекцияһы, пенсия фонды хаттарын мотлаҡ адресаттың ҡулына тапшырырға кәрәк. «Башҡортостан», 16 март 2012.
КУРЬЕР ПОЕЗЫ (Р.: курьерский поезд; И.: express (train); T.: ekspres treni) и.
Оҙон юлға йөрөгән етеҙ пассажир по-езы. □ Курьерский поезд. Курьер поезына хаҡ артҡан. ■ Мәскәуҙән килә торған «ИС» электровозлы курьер поезы утеп китеугә беҙ көткән поезд да килде. С. Ҡудаш.
КУСКУСТАР (Р: кускусы; И.: cuscus; T.: kuskus) и. зоол.
Австралияла ағастарҙа йәшәй торған муҡсалы хайуандар. □ Кускусы (лат. Phal-anger).
КУСТ [рус.] (Р: куст; И.: group, cluster; T.: çalı, birlik) u.
Бер профилдәге бәләкәй учреждениелар берекмәһе. □ Куст. Уҡытыусыларҙың методик кусы. Ауыл советтары кусы. Артелдәр кусы. Йырлаусылар клубы кусы. ■ Яҡшы булыр, Ғәбди Сәлихович, әҙерләнегеҙ. Март баштарында куст кәңәшмәһе уткәрергә тигән уй бар, шунда һөйләрһегеҙ, — тине лә дәрескә сығырға әҙерләнә башланы [Зифа]. Н. Мусин.
КУСТАР [рус. кустарный] (Р: кустарный; И.: handicraft; T.: el işi) с.
1. Кустарь хеҙмәтенә мөнәсәбәтле, ябай ҡул менән эшләнгән. □ Кустарный. Кустар тауарҙар. ■ Ҡул эштәрен, кустар һөнәрселекте бөтөнләйгә ҡалдырып, фабрика тауарҙарын ғына һатып алыу ҙа крәҫтиәндәрҙең наҡыҫлана барыуына аҙ булышлыҡ итмәне. М. Өмөтбаев.
2. кусм. Бик ябай итеп эшләнгән. □ Кустарный. Кустар әйбер.
КУСТАРСЫ и. ҡар. кустарь. ■ Ихтыяр көсө ҙур булған Хәмди ҙә, ауыл кулактарынан, бигерәк тә шул уҡ волоста егерме йылдан бирле старшина булып та, хәҙер эшенән осҡан кустарсы Мәхмутовтарҙан .. шөрләй. Ғ. Хәйри.
КУСТАРСЫЛЫҠ (кустарсылығы) и.
1. ҡар. һөнәрселек. Кустарсылыҡ артеле.
2. кусм. Ябай ысул менән, ҡул көсө ярҙамында эшләү алымы. □ Кустарничество.
КУСТАРСЫЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ (Р: кус тарная промышленность; И.: handicraft industry; T.: esnaflık) и. иҫк.
Ябай ысул менән эшләүгә, кустарҙар хеҙмәтенә бәйле сәнәғәт. □ Кустарная промышленность. ■ [Башҡортостанда] кустарсылыҡ сәнәғәте ун туғыҙынсы быуаттың 50-се йылдарында мөһим бер урынды тотҡан. «Башкортостан», 19 ноябрь 2011.
КУСТАРЬ [рус.] (Р: кустарь; И.: handicraftsman; T.: zanaatçı, esnaf) и.
Ябай ысул менән үҙ өйөндә ваҡ-төйәк нәмә эшләгән һәнәрсе. □ Кустарь. ■ Ҡайҙа барһаң да, бормалы тар урам, бәләкәй ишек, ҡайһыһында кустарҙар аяҡтарын бөкләп ултырғандар ҙа, боронғоса орсоҡ ҡыралар, табаҡ яһайҙар, ҡайһылары иләгән тире ҡыралар. А. Таһиров.
КУТУМ [рус.] (Р: кутум; И.: Rutilus kutum; T: levkit balığı) и. зоол.
Каспий диңгеҙендә йәшәй торған промысла балығы. □ Кутум (лат. Rutilus frisii kutum).
КУФАЙКА [рус. фуфайка] (Р: фуфайка; И.: jersey, sweater; T: fanila) и.
1. Йылы бәйләм кофта. □ Фуфайка. Йөн куфайка. Куфайка бәйләу.
2. Һырылған өҫ кейеме. □ Фуфайка.
■ Торф сығарғанда йөрөрһөң ҡупшы кейенеп, куфайка менән һырыған салбар өҫтән төшмәй торғайны. «Ағиҙел», № 4, 2010.
КУФАЙКА САЛБАР (Р: стёганые штаны; И.: quilted pants; T: kapitoneli pantalon) и. диал.
Һырыған салбар. □ Стёганые штаны. Куфайка салбар тегеу. Куфайка салбар йөрөтөу.
КУФИ [ғәр. сА£] (Р: куфическое письмо; И.: Kufic; T.: Kûfi) и.
Тура һыҙыҡтарҙан торған боронғо ғәрәп яҙмаһы төрө. □ Куфическое письмо.
■ Тамьян йылъяҙмаһы һәм Шаҡман турәнең мәшһур биографияһы хеҙмәтен утәргә тейеш булған был дәфтәрҙә ғәрәп хәрефе менән куфи яҙмаһында тубәндәге һуҙҙәр теҙелгәйне. К. Мәргән.
752