Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 753 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮБЕКЛӘНЕҮ
КУФИ ЯҘЫУЫ и. ҡар. куфи.
КУХАРКА [рус.] и. ҡар. ашнаҡсы. ■ Ғауға ҡупҡан арала Брагиндың кухаркаһы һыуға төшөп, танауын өҫкә күтәргән дә ҡамыш араһына ингән дә ятҡан, ти. Легенданан. Әсәйемдең кухарка булып килеуен бер аҙнанан һуң ғына белдем, сөнки мине бында «кухарка малайы» тип йөрөтәләр ине. Д. Юлтый.
КУХНЯ [рус. < нем. Кисһе] (Р.: кухня; И.: kitchen; T.: mutfak) и.
1. Аш-Һыу әҙерләү бүлмәһе. □ Кухня. /Кухонный. ■ Галина Васильевна алсаҡ йылмайҙы ла кухня яғына сыҡты. Н. Мусин. «Әсәй, — Батыр кухняла булашҡан әсәһенә өндәште, — балкондағы кейемдәрҙе һин алдыңмы?» Н. Ғәйетбаев.
2. Ялан шарттарында аш-һыу әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән күсмә мейес; ялан кухняһы. □ Полевая кухня. Кухня килде.
КУШЕТКА [рус.] и. ҡар. кәнәфи 1. В Киң булмәнең һул яҡ стенаһына төкөтө-лөп ҡуйылған кушеткала ҡырын ятып ниндәйҙер ҡалын китап уҡыған мөфтөй, яғымлы йылмайып, урынынан кутәрелде. Я. Хамматов.
КҮБЕГЕҮ (күбек-) (Р: пениться; И.: foam; T.: köpüklenmek) ҡ.
Күбеклегә әйләнеү, күбекле булыу; күбекләнеү, күпереү. □ Пениться, вспениваться, покрываться пеной. // Вспенивание. И [Маҡтымһылыу:] Атың ауыҙы кубеккән, татыр ялар малға оҡшай. «Ҡара юрға».
КҮБЕГӘН и. диал. ҡар. бишмәт. Кубегән тектереу. Кубегән кейеу. Кубегән йөрөтөу.
КҮБЕК I (күбеге) (Р: пена; И.: foam, spume; T.: köpük) и.
1. Шыйыҡлыҡтан ҡыуыҡланып-ҡыуыҡ-ланып өрөлөп сыҡҡан нәмә; күперек. □ Пена. / Пенный. Аҡ кубек. Һөт кубеге. Һабын кубеге. ■ Урғып-урғып һыуҙар аға, һыу өҫтө кубек кенә. Халыҡ йырынан. Ағын һыуҙың кубектәрен алып, һабын итегеҙ; иламағыҙ минең өсөн, әсәй, сабыр итегеҙ. «Шоңҡар», №9, 2011.
2. Ниҙелер ҡайнатҡанда ҡыуыҡланып-ҡыуыҡланып өҫкә ҡалҡҡан нәмә. □ Пенка. Ҡайнатма кубеге. Май кубеге.
3. Ауыҙ-морондан, тәндән күпереп сыҡҡан шыйыҡлыҡ (тир, һеләгәй). □ Пена. / Взмыленный. ■ Ҡара тиргә батҡан кук саптарҙың өҫтөнән кубектәр оса. Һ. Дәүләтшина. Ҡотора [Иблис], тулай, зыҡ ҡуба ғифрит кеуек, укерә, ауыҙынан сәсеп ҡайнар кубек. Ш. Бабич. Март аҙаҡтарында, атын аҡ кубеккә төшөрөп, йәнә бер сапҡын килеп төштө. Аты аҡ кубеккә батҡан, уҙенең [Әлмисаҡтың] бите-башы саңға буялған. Н. Мусин.
КҮБЕКЛЕ (Р: пенный; И.: foamy; T.: köpüklü) с.
Күбеге, күпереге күп булған, күбек менән ҡапланған. □ Пенный, пенистый; взмыленный. Кубекле һөт. Кубекле тулҡындар. Кубекле эсемлек. Кубекле һабын. Кубекле май. ■ Тау мәғдәне махсус тирмәндәрҙә ҡом кимәленәсә онталып, артабан флотация машиналарында кубекле һыуҙа йыуыла һәм шул рәуешле баҡыры буш тоҡомдарҙан айырылып сығып, бергә туплана. «Йәшлек», 14 июнь 2011.
КҮБЕКЛӘНДЕРЕҮ (күбекләндер-) (Р: пенить; И.: make foam / froth; T.: köpüklendirmek) ҡ.
Күбекле итеү; күпертеү. □ Пенить, вспенивать, взбивать пену. Һабынды кубеклэн-дереу. һөттө кубекләндереу. Йомортҡаны кубекләндереу. И [Сафуан] ауыҙын кубек-ләндереп уҙ хәбәрен һөйләуҙән туҡталғас, барыһының да куҙ ҡараштары тыныс ҡына торған Михаилға йунәлде. Я. Хамматов. [Хәлил] бағананы яңынан таба алманы һәм һыуҙы кубекләндереп, купер аҫтынан сығып, уҙ өҫтөнә табан юл алыусы ағас тамырҙарын һәм купер аҫтынан баштарын күрһәткән бурәнәләрҙе курҙе. Я. Хамматов.
КҮБЕКЛӘНЕҮ (күбеклән-) (Р: пениться; И.: foam; T.: köpürmek) ҡ.
1. Күбеклегә әйләнеү, күбекле булыу; күпереү. □ Пениться, вспениваться, взбиваться, покрываться пеной. Ҡаты һыуҙа һабын насар кубекләнә. Диңгеҙ кубекләнә. ■ Бер аҙ ваҡыт үткәс, кул кубекләнеп ҡайнай башлай. Теге ят кеше һыу төбөнән иҫ киткес матур ерән бейә алып сыға. «Таң», 30 май
25- 1.0117.12
753