КҮБӘ
килеү. □ Вздуваться, покрываться волдырями, мозолями. Ирен куберсегэн. Ус куберсегэн. 3 Арғын егеттәренең байтағы, ҡанға биләнеп, эйәрҙән ҡоланы, һауҙарының ҡеуәте кәмегәндән-кәмей: устары ҡылыс һабынан куберсеп, беләктәре һамҫыған. Ә. Хәкимов. [Әсәйем:] Салғыңды утә ҡыҫып тотма, усың куберсер. Н. Мусин.
2. диал. ҡар. күпсеү 1. Куберсеп ойоған ҡатыҡ. Куберсегэн ҡымыҙ. ■ Окоп ҡаҙа башлау менән куберсеп батҡаҡлы һаҙ һыуы өҫкә кутәрелә. «Ағиҙел» № 11, 2010.
КҮБЕРӘК (Р.: преимущественно; И.: mainly, chiefly; T.: daha çok)/?.
Күбеһенсә, күп ваҡыт. □ Преимущественно, в большинстве случаев, больше всего. ■ Арыҫланбәк бейәләр көтоуен һауым кәртәһенә алып ҡайтырға киткән, Гөлйөҙөм дә шунда бейә һауырға әҙерләнә, ә Кинйәһолтан был арала куберәк Көнбикә килене эргәһендә була. Н. Мусин. Килгән кеше куберәк беҙҙең батальон тураһында һорашты. Д. Юлтый. Оҙаҡламай көҙ ҙә килеп етер, һатырға мал ҡыуыу, ҡышҡа әҙерләнеу куберәк уның [Алдарҙың] өҫтөнә төшәсәк. Картотека фондынан.
КҮБЕТЕҮ (күбет-) ҡ. йөкм. ҡар. күбеү II. понуд. от күбеү II. Тегеусенән һырма кубештем.
КҮБЕҮ I (күп-) (Р.: распухать; И.: swell; T.: şişmek) ҡ.
Ҡабарыу, күләме ҙурайыу. □ Распухать, вспухать, раздуваться, вздуваться. // Распухание, вздутие. Кубеп сығыу. Кубеп тороу. Кубеп барыу. И Әптеләхәттең шул саҡ ошо ҙур ауыҙлы, купкән ҡорһаҡлы, нәҙек аяҡлы йән эйәһен ултереп ташлағыһы килә. Т. Ғарипова. Егерме йыл эсендә элекке егет-ҡыҙҙар ныҡ уҙгәргәйне: сәстәр һирәгәйгән, тештәр кәмегән, ҡорһаҡтар купкән. Картотека фондынан. [Карт] тултырған тауыҡ һымаҡ купкән портфелде ҡушҡуллап кутәреп алды. Б. Бикбай.
♦ һуҡты ла күпте тиҙ генә, анһат ҡына булғанды теләгән кешегә әйтелә. □ соотв. Вынь да положь. Әсең күпкер! ҡарғағанда әйтелә. □ Чтоб ты лопнул! (зложелание).
КҮБЕҮ II (күп-) (Р: стегать; И.: quilt; T.: pamuk doldurup dikmek) ҡ.
Әйберҙең эслеге һәм тышы араһына йөн, мамыҡ һалып, үтәнән-үтә тегеү; һырыу. □ Стегать. Һырма кубеу. Юрған кубеу.
КҮБЕҺЕ (Р: большинство; И.: majority; T.: çoğunluk) и.
Кемдеңдер йәки ниҙеңдер күп өлөшө, күпселеге. □ Большинство, большая часть. Кубеһе килде. ■ Китапҡа ингән әйтештәрҙең кубеһе кинәйәле һорауҙарға, йомаҡтарға ҡоролған. Ә. Сөләймәнов. Кояш урман артына йәшеренде, мин ауылға килдем. Ауылда өйҙәрҙең кубеһе бикле йәки буш торалар. Д. Юлтый. Әҫәрҙәренең бик кубеһе баҫылманы. М. Өмөтбаев. Гәзиттәр һәр көн тиерлек мал ҡышлатыу барышы тураһында материалдар баҫа. Уларҙың кубеһе — тәнҡит. «Юшатыр», 11 ғинуар 2012. Турғайҙар былтыр ни хәтлем кумәктәр һәм ниндәй туҡтар ине. Быйыл уларҙың кубеһе ҡыштың әсе һыуығында астан ҡырылып бөттө. һ. Дәүләтшина. Ялан да ғына ерҙең, ай, буреһе, кук һыртлан да булыр кубеһе. Халыҡ йырынан.
КҮБЕҺЕНСӘ (Р.: преимущественно; И.: chiefly, mainly; T.: çoğunlukla) р.
Күп осраҡта, күп ваҡыт. □ Преимущественно, главным образом. ■ Ер өҫтөнә яҡын ятҡан ҡаҙылмалар хәҙер кубеһенсә асылып бөткән. Шуға курә яңы хазиналарҙы тәрәндән эҙләргә кәрәк. Д. Бураҡаев. Он тартыу комбинаты, кубеһенсә игенде тирмәндә тартып, онлата оҙата. Ф. Ғүмәров. Катын-ҡыҙ хеҙмәте ни тиклем ҡыйын һәм ҡатмарлы булмаһын, ул, кубеһенсә, «тауыҡ супләһә лә бөтмәҫлек» йорт эшенә ҡайтып ҡалған. Ф. Нәҙершина.
КҮБЕШЕҮ (күбеш-) ҡ. урт. ҡар. күбеү II. взаимн. от күбеү II. Кубешеп ултырыу.
КҮБӘ I (Р: копна; И.: shock, stook; T.: küme) и.
Бер нисә күтәремдән ослап һалынған бесән өйөмө. □ Копна (сена). Бер кубә бесән. Кубә ебәреу. Кубә тарттырыу. Кубә артын йыйыу. Кубә һалыу. Я [Атайым] бесәнен кубәнән өҙә-йолҡа сәнсеп алған була ла еректән генә таған һөйәп ҡоя башлаған
25*
755