КҮБӘ
кәбәне өҫтөнә ырғыта. Н. Мусин. [Сәлмән] бесән сабырға төтөндөмө, һә тигәнсе бер кубә бесәнең сабып та ҡуйылған. Халыҡ ижадынан. Һуғыш барған бер йылды йәйге эҫе көндә Шайтан йылғаһы туғайында ҡарттар кәбән ҡоя, ә беҙ, малайҙар, кубә тарттыра инек. Д. Бураҡаев. Былай эшләһәң, һин, Ғәлим, колхоздың сабылған бесәнен бер аҙнала ҡойоп бөтөрөрһөң, — тине кубә ебәреп торған ағай. И. Ғиззәтуллин. Бер ай эсендә 1200 кубә бесәнде 69 кәбәнгә ултырттыҡ. Экспедиция материалдарынан. Үҙем дә бәләкәйҙән әрһеҙ уҫтем: ялланып көнбағыш баҫыуын ҡарауылланым, кубә тарттырҙым, ер тырматтым. Я. Ҡолмой.
КҮБӘ II (Р.: первая маленькая копна при сборке сена вручную; И.: stack; T.: ilk küme) и. диал.
1. Бесәнде ҡул менән йыйғанда беренсе өйөм; сәнсем. □ Первая маленькая копна при сборке сена вручную. И Беренсе ку-тәремде беҙҙә кубә, тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
2. Йөктөң д үрттән бер өлөшө ҡәҙәр булған бесән өйөмө. □ Объём сена величиной с одну четвёртую воза. И Бер ҙур йөктө бәләкәйерәк дурт кубә итеп йөкмәп ташый инек элек. Экспедиция материалдарынан.
КҮБӘ III [боронғо төрки кубә] (Р.: латы; И.: armour, cuirass; T.: zırh) и. иҫк.
Боронғо батырҙарҙың уҡ үтмәҫлек тимер кейеме; ҡояҡ. □ Латы. ■ [Хәбибә инәй:] Кинйә батырҙың тимер кейеме бынан ун биш-егерме йыл элек кенә лә бар ине әле... «Ул кейем — тимер кубә ҡайҙа һуң?» — тим мин ҡыҙыҡһынып. Б. Бикбай. Атҡынан йөрөк уҡ булмаҫ, атһаң, кубә боҙолмаҫ. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
КҮБӘЙЕҮ (күбәй-) (Р: увеличиваться; И.: increase; T.: çoğalmak) ҡ.
Һан йәки күләм яғынан артыу. □ Увеличиваться, возрастать, прибывать, размножаться, возрасти, прибыть. // Увеличение, возрастание, прибывание, размножение. ■ Уҡытыусының килеп инеуе уларҙың шатлығын тағы йәнләндереп ебәрҙе: хәбәрҙәр кубәйеп, тағы ла ҡыҙығыраҡ булып китте. Һ. Дәүләтшина. Беҙҙең эргәлә һалдаттар
кубәйҙе. Белмәйем, арттан киләләрме, әллә алдан киләләрме. Беҙ ҙә шулар уңайына ыңғайлайбыҙ. Д. Юлтый. Ҡояш кутәрелгән һайын бәйгелә ҡатнашыусылар ишәйә, ярыш төрҙәре лә кубәйә бара. К. Мәргән.
КҮБӘЙТЕЛЕҮ (күбәйтел-) ҡ. төш. ҡар. күбәйтеү, страд, от күбәйтеү. Китаптар кубәйтелде. Кубәйтелгән ҡулъяҙмалар.
КҮБӘЙТЕҮ (күбәйт-) (Р: увеличивать; И.: enlarge; T.: artırmak) ҡ.
һан йәки күләм яғынан арттырыу, күп итеү. □ Увеличивать (в количестве), множить. // Увеличение, размножение. ■ Ер ҙә биләнек, мал да аҫраныҡ, урманға ла бай булдыҡ, умартаһын да кубәйттек. Т. Хәйбуллин. Рамғун .. тауҙан тәгәрләтә торған йыуан бурәнәләрҙе, йомро таштарҙы арттырҙы, ҡыуаҡ араларындағы уҡсыларҙы кубәйтте, туҙ ыҫмалаһы тулы мискәләрҙе әҙерләтте. 3. Ураҡсин, [һәнәрсе] көршәккә төшөрөлгән сәскәләр төрөн тағы ла кубәйтә, уларҙы ысын сәскәләргә .. оҡшатырға тырыша. 3. Биишева. [Алдар батыр:] Минең шундай уй бар: көстө тағы ла кубәйтә төшөргә ине. Н. Мусин. • Бурыс алып, дуҫлығың юғалтма, бурыс биреп, дошман кубәйтмә\ Мәҡәл.
КҮБӘЙТЕШЕҮ (күбәйтеш-) ҡ. урт. ҡар. күбәйтеү, взаимн. от күбәйтеү.
КҮБӘЙТТЕРЕҮ (күбәйттер-) ҡ. йөкм. ҡар. күбәйтеү, понуд. от күбәйтеү. Фотоны кубәйттереу.
КҮБӘК (күбәге) [боронғо төрки] (Р: собака; И.: dog; T.: köpek) и. иҫк.
Эттең боронғо атамаһы. □ Собака. Ҡара кубәк. Кубәк эйәртеу. Яҡшы кубәк. Тоғро кубәк.
К ҮБӘ Л ЕК (күбәлеге) (Р: предназначенный для копны; И.: for stack; T.: küme için) c.
Күбәгә ҡараған, күбәне тәшкил иткән. □ Предназначенный для копны, стога; величиной с копну. И [Һолтанбай] кисә, купме тырышһа ла, өс-дурт кубәлек бакуйын йыйып бөтә алмағас, ҡуна ҡалғайны. Н. Мусин. Хөсәйен был ваҡиғанан уҙенә бер кубәлек файҙа сығара. К. Мәргән.
КҮБӘЛӘГЕС (Р: копнитель; И.: harvester stacker; T.: yığıcı) и. a. х.
756