КҮБӘЛӘКЛӘНЕҮ
Бесән, һалам күбәләй торған машина. □ Копнитель. Яңы кубәләгес. Кубәләгес һатып алыу. ■ Ырҙын аҙыҡтарын уҙ ваҡытында йыйыу өсөн һалам кубәләгестәр, кәбән йыйғыстар, һөйрәткеләр һәм башҡа кәрәк-яраҡты әҙерләргә кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
КҮБӘЛӘЙ (Р.: как копна; И.: heap; T.: küme gibi) p.
Күбә кеүек, күбә ҙурлыҡ. □ Как копна, размером с копну. И Стена буйҙарындағы кейем элеу өсөн яһалған урҙаларҙа, сәйҙәрҙә Этҡол байҙың төлкө толобо, ҡамсат бурке, кубәләй сәлләһе, һуҡҡан намаҙлығы, тумалаҡ көмөш төймәле кәзәкейе эленеп тора. Ғ. Дәүләтшин. Аҡмырҙа, тағы ла көсәйеп китеп, ике башлы дейеуҙец кәуҙәһен тураҡлап, кубәләй итеп өйөп ҡуйған, ти. Халыҡ ижадынан. • Тауҙай талабың менән бергә кубәләй эшец булһын. Мәҡәл.
КҮБӘЛӘК I (күбәләге) (Р.: бабочка; И.: butterfly; T.: kelebek) и. зоол.
1. Төҫлө сәскә һеркәһе һымаҡ нәмә менән ҡапланған ҡуш ҡанатлы, елпелдәп осҡан бөжәк. □ Бабочка, мотылёк. / Мотыльковый. Аҡ кубәләк. Сыбар кубәләк. Һары кубәләк. Ваҡ кубәләк. Кубәләк ҡанаттары. ■ Кубәләктец бар йәме, барлыҡ хаяты гөл менән. Ш. Бабич. Аҡ та була, кук тә була, төрлө була кубәләк: сәскә осҡан кеуек була, улар осһа бергәләп. Ҡ. Даян. Ҡыҙ кубәләк ҡанаттарындай керпеген бер һирпеп алғайны, уныц [Уйылдандыц] йөрәге терт итеп ҡалды. Н. Мусин. Леп-леп итеп осҡан ку-бәләктец ҡанат осҡайҙары туцәрәк. Халыҡ йырынан.
2. эйл. ф. Күбәләгем. Ҡатын-ҡыҙға иркәлән әйтелә. □ Бабочка моя {ласкательное слово). ■ Ошо илдә йәшәй минец мөхәббәт кубәләгем. М. Кәрим. Йә, хуш. Көт, кубәләгем. Мин ҡайтырмын! — тип йугереп ҡапҡанан сығып та китте [Хәмит]. 3. Биишева. Кубәләгем, туцәрәгем, аҫыл ҡошом, һандуғасым, һин бит куцелем ҡояшы. Халыҡ йырынан.
3. миф. Үлгәндән һуң кеше йәненең һынланышы. □ Душа покойного. ■ Зыя
раттағы аҡ кубәләктәр — улгән кешеләрҙең йәндәре ул. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Күбәләк кеүек еңел хәрәкәтле, наҙлы ҡыҙҙарға әйтелә. □ Как бабочка, похожая на бабочку (в лёгкости, нежности). И [Зөләйха] көлә-көлә йугерә, юҡ, йугермәй, аҡ кубәләк кеуек, сәскә ҡаплаған туғайҙа осоп йөрөй. Н. Мусин. Бейеу бөтөу менән, Мәрйәм кубәләк кеуек осоп минец эргәмә килеп китте. Д. Юлтый.
КҮБӘЛӘК II (күбәләге) (Р: название одного из башкирских родов; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и.
Табын ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Кубаляк (название одного из башкирских родов племени табын). Кубәләктәр йыйыны. Кубәләк ауылдары. ■ .. Береһе — Тамъян, икенсеһе — Үҫкән [Үҫәргән], өсөнсөһө — Кубәләк, дуртенсеһе — Һарт, бишенсеһе — Тырнаҡлы, алтынсыһы — Тубәс, етенсеһе Дыуан булып, .. Истәк уғландарылыр. Ғ. Кейеков.
КҮБӘЛӘК III (күбәләге) (Р: маленькое озеро; И.: small lake; T: küçük göl) и. диал.
Бәләкәй генә түңәрәк күл. □ Маленькое озеро. Кубәләккә барыу. Кубәләктә һыу инеу. Кубәләктә балыҡ ҡармаҡлау.
КҮБӘЛӘК ҠАР (Р: снежинка; И.: snowflake; T: kuşbaşı kar) и.
Эре күҙле йомшаҡ ҡар; ябалаҡ ҡар. □ Снежинка, хлопья снега. ■ Кубәләк ҡар төшкөләп торған йылымса ғына көн ине. Ә. Вәли. Кискә ҡаршы талғын ғына кубәләк ҡар яуа башланы. М. Кәрим. Тын ғына яуған кубәләк ҡар бөртөктәре мәктәп тәҙрәләре арҡыры тышҡа һирпелгән яҡтылыҡ утәләй елбәҙәкләнеп куренәләр. С. Ҡудаш.
КҮБӘЛӘКЛӘНЕҮ (күбәләкләй-) (Р: превратиться в бабочку; И.: be butterfly; T: kelebeklenmek) ҡ.
1. Күбәләк ҡортонан үҫеп күбәләккә әйләнеү. □ Превратиться в бабочку. Яралғынан килеп сығып кубәләкләнгәнсе байтаҡ ваҡыт кәрәк.
2. кусм. Үҙеңде күбәләк кеүек еңел итеп тойоу. □ Порхать, почувствовать лёгкость, свойственную бабочкам. И Һәр бер һулыш
757