КҮГӘРЕҮ
1. Күк төҫкә инеү. □ Синеть, голубеть, приобрести синий цвет, посинеть. И Яйпыҡ үҙәндә яңы ятыу барлыҡҡа килгән, күгәреп, хәтәр өйөрөлмәкләнеп ята. Н. Мусин. Алтынсы артылыш бер толом булып күгәреп ята. А. Абдуллин. Күгәрсендәй күгәрҙе инде өҫтөмдәге күлдәгем. Халыҡ йырынан.
2. Күкһел, зәңгәр төҫтә булыу. □ Синеть, голубеть. Күгәреп күренеү. ■ Йәшел аҡланды урман ҡаймалаған, алыҫта тауҙар күгәреп ята. Ә. Хәкимов. Тәҙрәнән йомшаҡ ҡына яҡтылыҡ үтеп, быяла күгәреп күренә башланы. Картотека фондынан. Уң яҡтағы һоҙәк ярында ғына кескәй аҡлан бар. Беҙ шунда [аҡланда] унан-бынан сисенәбеҙ ҙә шым ғына күгәреп ятҡан ятыуға сумабыҙ. Н. Мусин. Алыҫта, ҡарҙар эсендә, шыйыҡ ҡына томан аша урмандар күгәреп күренә. Д. Юлтый. Караһана, былбыл, ситлегеңдән: Урал тауы тора күгәреп. Ш. Бабич. Алыҫтан да күгәреп, ай, күренгән Кәжән генә буйы тирәге. Халыҡ йырынан.
3. Йәшел төҫкә инеү (үҫемлеккә ҡарата). □ Зазеленеть (о растениях). Үләндәр күгәреп күренә башланы. М [Кылыс] берегә томар-ланып, күгәреп ултырған яңғыҙ ҡайын янында атынан тешеп, ҡуржындан бәләкәсерәк муртай сығарҙы. Ә. Хәкимов.
4. Үҙ төҫөн юғалтып, төҫһөҙләнеү; буҙарыу. □ Побледнеть, посинеть. Күгәреп китеү. ■ Боронғолар әйткәнсә, саф алтын күгәрмәй. М. Кәрим. Кассир,.. өҫтө күгәргән бер киҫәк баҡырҙы хужаһына кире бирҙе. Я. Хамматов.
5. Ҡан һауып, күк төҫкә инеү. □ Появиться (о синяке). Күгәреп сығыу. Тән күгәреү. ■ [Кыҙҙар] һыуыҡ балсыҡҡа өшөп, күгәреп бөткән аяҡ, ҡул, биттәрен йыуа башланы, һ. Дәүләтшина. Хатта Мәхмүттең күгәргән ирендәрендә лә йылмайыу әҫәре сағылып ҡалды. М. Кәрим. [Курайсы] ҡунысынан ҡурайын тартып алып, күгәреп ҡарағусҡыллана башлаған ирендәренә терәне. К. Мәргән.
6. Һыуыҡтан төҫө үҙгәреү. □ Посинеть (от холода). Кулдар күгәрҙе. Күгәреп ҡатыу.
КҮГӘРЕҮ II (күгәр-) (Р.: плесневеть; И.: grow moldy; T.: küflenmek) ҡ.
Еүешкә боҙолоп күк алыу. □ Плесневеть, покрываться плесенью. Күгәргән икмәк. Күгәргән май. ■ Асыҡ банкалағы томат күгәрмәһен өсөн уның өҫтөнә ваҡ тоҙ һибеп, әҙ генә үҫемлек майы тамыҙып ҡуйығыҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2009. Забойҙы ишелеүҙән һаҡлаған ҡайын подхваттар, креплениелар һәм огневалар бәшмәкләнеп күгәргән. Я. Хамматов.
КҮГӘРЕҮ СИРЕ (Р: синевка; И.: a tree disease; T.: pas) и. махс.
Ағастарҙың күгәрә, карая башлауы һәм сереүе. □ Синевка (болезнь древесины, вызывающая её потемнение и гноение). ■ Быйыл, ямғыр булмауға ҡарамаҫтан, әллә күпме ағас күгәреү сире менән ауырыны. Н. Мусин.
КҮГӘРЕШЕҮ (күгәреш-) ҡ. урт. ҡар. күгәреү, взаимн. от күгәреү. ■ Тәҙрә өлгөләре, күгәрешеп, таң атыу ын хәбәр итәләр. Картотека фондынан. Ирендәр күгәрешеп, тәнгә бәпкә йөндәре ҡалҡҡансы ҡыялғандан аҙаҡ ҡына һыуҙан сығабыҙ. Экспедиция материалдарынан.
КҮГӘРСЕН (Р: голубь; И.: pigeon; T.: güvercin) и. зоол.
1. Күберәк күкшел, күк йәки аҡ төҫтәге ҙур бөрләтәүле гөрләй торған ҡош. □ Голубь, голубка. / Голубиный (лат. Columba livia). Аҡ күгәрсен. Бүрекле күгәрсен. Кыр күгәрсене. Урман күгәрсене. Күк күгәрсен. Күгәрсендәр тубы. ■ Көн буйына «гөлдөр-гөлдөр», эй, гөрөлдәй күгәрсен. Г. Юнысова. Илсе тоғон систе, унан ап-аҡ күгәрсенде алып, .. һауаға сөйҙө. Ә. Хәкимов. Ә тәбиғәттең үҙенән ингән өн-тауыштар күпме: .. күгәрсен гөрөлдәүе, торналар сыңрауы, сәпсек сутылдауы — шул көйө ишетеләме ни! Ғ. Хөсәйенов. Күк күгәрсен тигән ҡошҡайҙың аяҡтары ҡыҙыл, үҙе күк. Халыҡ йырынан. Күгәрсен күбеһенсә ике бала, бик һирәк кенә өс бала сығара. Э. Ишбирҙин. Бына мин һиңә әйтәйем, бер мәлде ошо асыҡ торған тәҙрәгеҙҙән ап-аҡ ҡына ике күгәрсен осоп инделә өй эсендә өйөрөлөп-өйөрөлөп осоп йөрөнө, шунан анау ҙур көҙгөгөҙҙөң башына ҡунды. Т. Хәйбуллин.
2. эйл. ф. Күгәрсенем. Иркәләп әйтелә. □ Голубка моя, голубушка моя, голуб-
762