Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 764 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮГӘРТЕНЕШЕҮ
ҡайнатмаһы менән сәй эсергә кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
КҮГӘРТЕНЕШЕҮ (күгәртенеш-) ҡ. ҡайт. ҡар. күгәртешеү. возвр. от күгәртешеү.
КҮГӘРТЕШЕҮ (күгәртеш-) ҡ. урт. ҡар. күгәртеү, взаимн. от күгәртеү.
КҮГӘРТЕҮ (күгәрт-) (Р.: придавать синий цвет; И.: to make (something) turn blue; T.: mavileştirmek) ҡ.
1. Күк төҫкә индереү. □ Придавать синий цвет или сероватый оттенок. И Взвод командиры Ғәләү һәр кон сикәләрен күгәрткәнсе ҡырына. А. Таһиров. Ҡаштары аҫтына күгәртеп һөрмә тартҡан, ҡаранан оҙон яһалма керпектәр йәбештергән .. ҡыҙ-ҡырҡын — балет сәхнәһе йондоҙҙары... Й. Солтанов.
2. Бәреп, һуғып күк итеү (тәнгә ҡарата). □ Ушибить, набить синяк (отеле). Күгәрткәнсе һуғыу. Күҙҙе күгәртеү. Аяҡты күгәртеү. ■ Боҙ хазина эҙләүселәрҙең ҡаҡ баштарын яра, арҡаларын, яурындарын күгәртеп бөтөрә. Легенданан.
3. Еүеш, дым тейҙереп күк алдырыу. □ Давать заплесневеть. Икмәкте күгәртеү. ■ Икмәкте оҙаҡҡа еткерәм тип, ҡарт уларҙы күгәртеп бөтә. «Йәшлек», 3 май 2010.
КҮГӘРӘК (күгәрәге) и. диал. ҡар. үңәҙ бәшмәктәр. Күгәрәктән дауалау. Күгәрәкте ҡырып ташлау.
КҮГӘҮЕН (Р.: овод; И.: botfly; T: büve) и. зоол.
Ҙурлығы себен ҡәҙәре булған яры ҡанатлылар класына ҡараған кеше һәм хайуандар ҡаны менән туҡлана торған ялтыр ҙур күҙле, ике ҡанатлы бөжәк. □ Овод. Үгеҙ күгәүене. Болан күгәүене. Ат күгәүене. ■ Әле кистәр һалҡын түгел, ә себен, серәкәй, күгәүен заты инде интектермәй. М. Кәрим. Лысма һыу булып арҡама йәбешкән күлдәгемде һалып ырғыттым, ләкин күгәүендәр тешләй башлағас, уны яңынан кейергә мәжбүр булдым. Р. Шаммас. Ләпәктәр менән күгәүендәр өҙлөкһөҙ бызылдап, күк айғыр янында өйө-рөлә. 3. Биишева. Аттар күгәүендәрҙе, себен-серәкәйҙәрҙе ҡыуалап, ҡойроҡтары менән һис туҡтауһыҙ һелтәнәләр. Ғ. Ибраһимов. Төтөнлөк ул, — тине Зөләйхә
әбей. — Күгәүен, себен, серәкәй-маҙарҙы ҡасырыу өсөн һалынған. 3. Биишева. Малдар, ябырылған күгәүендәрҙән ҡотолорға теләгәндәй, бер тирәгә өйкөлөшкән. А. Абдуллин.
КҮГӘҮЕНДӘЙ (Р.: как слепень; И.: like botfly; T: büve gibi) р.
Күгәүен ише, күгәүен кеүек. □ Как слепень, подобно слепню. Күгәүендәй тешләшә. Күгәүендәй биҙҙертә. Маҙаһына тейгән күгәүендәй. ■ Урман бабайҙың Тирәклегә ағас ултыртыу өсөн көрәше әле лә хәтерҙә. Шулай уҙен ҡайһы бер колхоз етәкселәренән күгәүендәй биҙҙертеп бөттө. Й. Солтанов. Самосвал,.. тәҙрә күҙенә бәрелгән күгәүендәй, ҡапҡаға морон төрттө. Картотека фондынан.
Ф Күҙен алған күгәүендәй тоноп килеү бер нәмәгә иғтибар итмәй һөмһөҙләнеп ҡайҙалыр үтергә, инергә тырышҡан кешегә әйтелә. □ Лезть, как лезет ослеплённый слепень.
КҮҘ I [боронғо төрки көз\ (Р: глаз; И.: eye; T.: göz) и.
1. анат. Күреү ағзаһы. □ Глаз, око; взгляд, взор. Матур күҙ. Нурлы күҙ. Һоҡланғыс күҙ. Зәңгәр күҙ. Һоро күҙ. Кара күҙ. Йәшел күҙ. Куҙы күҙ. Сағыр күҙ. Ҙур күҙ. Кылый күҙ. Таһыр күҙ. һуҡыр күҙ. Шешмәк күҙ. Күҙ майы. Күҙ дарыуы. Күҙ ҡарашы. Күҙ баҫымы. Күҙҙе ҙур асыу. Күҙ ауырыуҙары клиникаһы. Күҙгә йоҡо килеү. Күҙгә йәш тулыу. Күҙгә ҡан һауыу. Күҙ йылтырау. Күҙ яныу. Күҙ сағылыу. ■ Үҙен күргәндәр, әлбиттә, уның [Сөләймәндең] күҙендәге үткерлекте лә, баҫалҡы аҡыл барлығын да тоймай ҡалманы. 3. Ураҡсин. Тоняның дымһыу зәңгәр күҙендә лә,.. ап-аҡ йөҙөндә лә борсолоу-болоҡһоуҙың әҫәре лә юҡ ине. А. Абдуллин. Зөләйхә, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы, күҙҙәреңдә яна күктең йондоҙо. С. Юлаев. Ғимран бабай кеткелдәп көлә, төпкә батҡан сағыр күҙҙәрен алмаш-тилмәш беҙгә йөрөтөп сыға. Н. Мусин. • Дуҫ күҙеңә ҡарап әйтер, дошман артыңда ғәйбәт һатыр. Мәҡәл. Егет булһа мут булһын, ике күҙе ут булһын. Мәҡәл. Күҙ — даръя, күңел — быяла, һаҡламаһаң, төшә лә ыуала. Мәҡәл. Күҙ — күңелдең
764