Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 766 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮҘ
ҡара күренмәү ниндәйҙер тойғо-кисерешкә артыҡ бирелеүҙән бер ни күрмәү, иғтибарһыҙға әйләнеү. □ Ничего не видеть. ■ Төлкөсура арттараҡ ниҙер ҡысҡырына-ҡысҡырына аттарын бейетеп бер урында тапанған офицер менән Романды куреп ҡалды һәм, куҙенә аҡ-ҡара куренмәй, наганын алға һоноп, тешен ҡыҫып, шуларға ҡарай йугерҙе. Н. Мусин. Күҙгә йоҡо төйөлөү йоҡо баҫыу. □ Клонить ко сну. ■ Арығанлыҡ уҙе-неҡен итә:куҙҙәргә йоҡо төйөлөп, серемгә тарта башлай. И. Ноғоманов. Күҙгә көрпә осороу диал. ҡар. күҙ буяу. Күҙгә ҡырып һалыр лыҡ бик әҙ, саҡ ҡына. □ Только в глаз капнуть (о малом количестве). И Байҙан куҙгә ҡырып һалырлыҡ та ярҙам көтөргә ярамай. Т. Хәйбуллин. Күҙгә наҡыҫ булыу диал. насар күреү. □ Видеть плохо. Олоғая килә куҙгә наҡыҫ булды. Куҙгә наҡыҫ булып ҡалыу. Күҙгә сүп һалыу кемгәлер ҡамасаулау, кемделер борсоу. □ Беспокоить кого-л. Күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы бик ныҡ ҡараңғы. □ Темно, хоть глаз выколи. Күҙгә <тура> ҡарап 1) кешенең үҙе алдында, туранан-тура (әйтеү). □ Смотря в глаза. И [Хафиз:] Корбанов ул урыны менән маҡтай ҙа белә, етешһеҙ яғыңды куҙеңә тура ҡарап әйтә лә белә. М. Тажи; 2) оялып-тар-тынып тормай; күҙен дә йоммай. □ Без опасения, без стеснения. Куҙгә ҡарап алдау. Күҙҙе ала алмау бик ныҡ һоҡланғанда әйтелә. □ Не сводить, не спускать глаз с кого-чего. И Улар һоҡланып, Волганан куҙен ала алмай. Ғ. Әмири. Күҙҙе тултырып ҡарау ныҡ иғтибар, хис менән ҡарау. □ Смотреть внимательно. Күҙҙе тырнап асыу йоҡонан тора һалыу (торғас та нимәлер эшләй башлағанда әйтелә). □ Протереть глаза. Куҙен тырнап асып килеп тә еткән. Күҙҙән уттар күренеү күҙ алдында осҡондар сәсрәгән кеүек булыу (бик ҡаты бәрелеу, һуғылыуҙан һ. б.). □ соотв. Искры из глаз посыпались. Күҙ<ҙән> осормау кемделер йәки нимәнелер күҙәтә алыу, эргәнән ситкә ебәрмәй күреп тороу. □ Не упускать из виду кого-л. Куҙ осормай ҡарау. Күҙҙә тотоу ҡар. күҙ алдында тотоу. Күҙе лә йөҙө берәй кешене үҙе алдында һөйләгәндә әйтелә. □ Го
ворится о человеке, присутствующем рядом. Күҙе менән һөйл. ҡар. күҙенән. Күҙемә күренмә (йәки күҙемдән юғал) асыуланып ҡыуғанда әйтелә. □ бран. С глаз долой! Күҙен дә йоммай оялып-тартынып тормай (әйтеү, һөйләү). □ Врать бессовестным образом. ■ Мөнир куҙен дә йоммай алданы, ләкин тыңлап тороусылар уныц йөҙөнән саҡ ҡына шик килтерерлек тә яһалмалыҡ әҫәрен тапманылар. Б. Бикбай. Күҙен тондороп (йәки тондора ла) бер нәмәгә иғтибар итмәй, аҡ-ҡараны күрмәй. □ Ничего не видя, не замечая. Күҙеңдән кинән (йәки һөйөн) рәхмәт белдергәндә әйтелә. □ Дай бог тебе наслаждаться пользой глаз. Күҙе осло ҡар. осло күҙ. Күҙе тоноп (йәки сығып, ташып) ниндәйҙер эшкә, тойғоға артыҡ бирелеүҙән бер нәмәгә иғтибар итмәй, бер ни күрмәй.
□ Ничего не видя, не замечая (от сильного возбуждения). Күҙ көйөгө ҡар. көйөк. ■ Үҙенә урын тапмай һуғылып йөрөнө-йөрөнө лә ул [Ирназар], бында куҙ көйөгө булып йәшәгәнсе, берәй-яры сығып китергә кәрәк, тигән фекергә килде. Ә. Хәкимов. Күҙ күргән аралашып йөрөгән, белгән, таныш.
□ Знакомый. ■ [Асҡаров — Маратҡа:]Йомош?.. Барҙыр, барҙыр. Куҙ кургән кешеңә һыйыныу — тәбиғи хәл. Ә. Хәкимов. Мәҙинә тәуҙә риза булмайыраҡ та торғайны, тик киткән саҡта ата-әсәһенең: «Рәмзил менән бергәрәк йөрө, балам, куҙ кургән кеше, яҡшы ғаиләнән. Бата-нитә курмә», — тигән һуҙ-ҙәрен хәтерләп, рюкзагын Рәмзилгә тотторҙо. Д. Бүләков. Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән 1) ғәжәпләнерлек нәмәгә ҡарата әйтелә. □ Свет не видывал. Куҙ курмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән хәл; 2) таныш булмаған, билдәһеҙ. □ Незнакомый, неизвестный. Куҙ курмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яҡҡа кейәугә китеу. Күҙ ҡарайыу ҡар. ҡарайыу. Күҙ ҡорто диал. һоҡландырған, алыу теләген уятҡан нәмә. □ Привлекающий внимание, соблазнительный. ■ Батмустың әйләнәһен ҡалас, май, йомортҡа, лампасый кеуек бисәләрҙең куҙ ҡорто булған нәмәләр өйләндереп алған. Ғ. Дәүләтшин. Күҙ<ҙәр> маңлайға менеү ҡар. күҙ<ҙәр> шар<ҙай> булыу. Күҙ менән ҡаш араһында ҡарап тор-
766