КҮҘ АТЫУ
раған осҡон да куренмәй. Н. Мусин. Куҙ алмаһы — ул да ҡара, ап-аҡ балҡый донъя шуға. Р. Назаров. Курше йәйләу матурын ошо йәйләу батыры, уҙенә тиц йәр итеп, куҙ алмаһын иретеп, һөйгән, ти, бар йөрәктән. Эпостан.
♦ Күҙ алмаһылай ҡәҙерле, берҙән-бер әй-бергә ҡарата әйтелә. □ Дорогое, единственное. Куҙ алмаһылай бала. Куҙ алмаһылай һаҡлау. ■ Куҙ алмаһылай балаһының яҙмышы ете ятҡа бәйләнгәнен атайҙар ауырыраҡ кисерә шул. Картотека фондынан.
КҮҘ АЛМАШЫНЫУ (күҙ алмашын-) (Р: слепнуть; И.: screw up one’s eyes; T.: göz süzmek) ҡ.
Көслө яҡтылыҡтан күпмелер ваҡытҡа күҙҙең күреү һәләте юғалыуы, кәмеүе.
□ Слепнуть, плохо видеть (от яркого света). Капыл куҙ алмашыныу. Кояштан куҙ алмашыныу. Кышҡы ҡарҙа куҙ алмашыныу.
КҮҘ АЛЫМЫ и. ҡар. күҙ күреме.
■ Куҙ алымы ерҙән куренеп ята Урал тауҙарының кук ташы. Халыҡ йырынан.
КҮҘ АЛЫШЫНЫУ (күҙ алышын-) ҡ. ҡар. күҙ алмашыныу. Яҙ өйгә инеу менән куҙ алышына.
КҮҘ АНАЛИЗАТОРЫ (Р: зрительный анализатор; И.: visual system; T.: görme sistemi) и. анат.
Күреү функцияһын тәьмин итеүсе ҡатмарлы нейрорецептор, күҙ системаһы.
□ Зрительный анализатор. Куҙ анализаторы төҙөлөшө. Кешенең куҙ анализаторы. Йәнлектәрҙең куҙ анализаторы. Куҙ анализаторының эшмәкәрлеге.
КҮҘ АНАҺЫ и. диал. ҡар. күҙ алмаһы. Кешенең куҙ анаһы. Оло кешенең куҙ анаһы. Йылҡының куҙ анаһы.
КҮҘ АРТЫНДА (Р: за глаза; И.: sight unseen; Т.: gaybane)/?.
Кеше үҙе булмағанда, үҙе юҡта. □ За глаза; в отсутствие кого.
КҮҘ АСҠЫҺЫҘ (Р: очень сильный; И.: strong; T.: kuvvetli) c.
Бик көслө (буран, төтөнгә һ. б. ҡарата).
□ Очень сильный (о метели, густом тумане, дыме и т. п.). ■ Куҙ асҡыһыҙ ҡаты ҡышҡы буран буре кеуек олоп ҡотора. Ш. Бикҡол.
Үҫмерлегендә ҡыш буйы, сатлама һыуыҡтарға, куҙ асҡыһыҙ ыжғыр бурандарға ҡарамай, элеваторға ашлыҡ ташыған саҡтарҙа, был станция, ер сигендәге һымаҡ, алыҫ куренә торғайны Ирназарға. Ә. Хәкимов.
КҮҘ АСЫЛЫУ (күҙ асыл-) (Р: прозреть; И.: recover one’s sight; T.: gözü açılmak) ҡ.
1. Күреү һәләтенә эйә булыу, күрә башлау. □ Прозреть, стать зрячим. Кылауырҙы алдырғас, куҙ асылды.
2. кусм. Еңеллек һиҙеү, тән еңеләйеү.
□ Почувствовать облегчение. ■ Һалҡын һыу менән бик шәп [итеп] .. йыуындым. Куҙ асылды. Бөтөнләй хәл инеп китте. С. Агиш.
3. кусм. Укый-яҙырға өйрәнеү. □ Научиться читать и писать, стать грамотным. И Кыш буйы уҡылһа, арыу ғына куҙем асылып ҡалған булыр ине. Б. Бикбай.
4. кусм. Аң кимәле күтәрелеү, ниҙең ни икәнен төшөнөрлөк булыу. □ Раскрыть глаза, прозреть, поумнеть. И Февраль революцияһын Садрислам апаруҡ куҙе асылған, хаҡлыҡты төҫмөрләгән, уҙенең артабан кем яғында булырын төплө билдәләгән һалдат булып ҡаршыланы. Ф. Иҫәнғолов.
КҮҘ АСЫРЛЫҠ ТҮГЕЛ с. ҡар. күҙ асҡыһыҙ.
КҮҘ АҪТЫ и. ҡар. күҙ төбө 1. Куҙ аҫты ҡарайған.
КҮҘ АТАҺЫ и. анат. диал. ҡар. күҙ алмаһы. Куҙ атаһының туңәрәге. Куҙ атаһын тикшертеу. Куҙ атаһын дауалау.
КҮҘ АТЫУ (күҙ ат-) (Р: взглянуть; И.: take a look at; T.: göz atmak) ҡ.
1. Ҡарау, ҡараш ташлау. □ Взглянуть на кого, бросить взгляд. ■ Тағы бына ҡыр ҡаҙҙары китә, ҡул болғамай ҡалам куҙ атып. И. Кинйәбулатов.
2. Иғтибар итеү, күңел биреп ҡарау.
□ Симпатизировать кому, быть влюблённым в кого. И [Кәнзәфәр]куптән бирле инде Әлимәгә куҙ атып, куңел һалып йөрөй. Д. Юлтый. Нуғай ҡыҙына ул уҙе [Арғын] куҙ атып йөрөгән икән. Ә. Хәкимов.
3. Күңелен яуларға тырышып күҙ һалыу.
□ Стрелять, стрельнуть глазами (глазками). Кыҙҙарға куҙ атыу.
769