Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 770 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮҘ БАҒЫУ
КҮҘ БАҒЫУ (күҙ бак-) (Р.: надеяться; И.: hope; T.: ummak) ҡ.
Өмөт бағлау. □ Надеяться, возлагать надежды на кого. Куҙ бағып торған балам.
КҮҘ-БАШ (Р: лицо; И.: face; T.: yüz) и. йыйн.
Бөтә йөҙ; төҫ-баш. □ Лицо, голова. ■ [Буҙйегет:] Куҙ-башымды ҡан алды, донъя атама киц ҡалды, хәсрәт алды йөҙөмдө, ҡорбан ҡылдым уҙемде. «Буҙйегет». [Мостафа:] Кайҙа эләкһәм дә, сәмләнеп аяуһыҙ һуғышам мәгәр: танау ҡанамай, куҙ-баш кугәрмәй ҡалған саҡ һирәк була. М. Кәрим.
КҮҘ-БАШ АЛАРЫУ (күҙ-баш алар-) ҡ. ҡар. күҙ-баш тоноу.
КҮҘ-БАШ АЛЫУ (күҙ-баш ал-) (Р: прийти в себя; И.: recover; T.: kendine gelmek) ҡ.
Ашығыс эштәрҙе бөтөрөп, бер аҙ бушау. □ Прийти в себя (освободившись от забот, дел). И [Рәхимә — Булатҡа:] Саҡ ҡына куҙ-баш алайым да, өйөңдө матур итеп аҡлап бирәйем. К. Кинйәбулатова.
КҮҘ-БАШ ЙЫЛТАҢЛАУ (күҙ-баш йылтаңла-) ҡ. ҡар. күҙ-баш уйнаҡлау.
КҮҘ-БАШ ТОНОУ (күҙ-баш тон-) (Р: ничего не видеть; И.: be angry; T.: kızmak) ҡ.
Бер ни күрмәй шашыу, ярһыу. □ Ничего не видеть, не соображать (от расстройства, возбуждения и т. п.). ■ Хәҙерге заманда, аҡса тип кешенең куҙе-башы тоноп бара бит. «Башҡортостан», 9 август 2011.
КҮҘ-БАШ УЙНАҠЛАУ (күҙ-баш уйнаҡла-) (Р: заигрывать; И.: flirt; T.: flört etmek) ҡ.
Йылтаңлап, ҡылансыҡланып ҡарау. □ Заигрывать, стрелять глазами, бросать кокетливые взгляды. И [Кыҙҙар:] Ай, Хоҙайым, ҡайһылай матур! Йылтанлап тора бит куҙ-башы, тап Ағиҙел буҙ ташы. М. Буранғолов. Нажиә исемле был ҡатын, Таһирҙың буйҙаҡ икәнлеген белеп ҡалып, куҙ-башын уйнаҡлатыбыраҡ йөрөй ине. М. Хужин.
КҮҘ-БАШ УЙНАҠЛАТЫУ (күҙ-баш уйнаҡлат-) ҡ. ҡар. күҙ-баш уйнаҡлау.
КҮҘ БЕСӘНЕ (Р: трава для заговора глаз; И.: hearb for casting an eye spell; T: büyü ile tedavi ederken kullanılan bitki) и. миф.
Им-том үләне. □ Трава для заговора глаз. Куҙ бесәне менән дауалау. Куҙ бесәне әҙерләу. Куҙ бесәне ҡайнатыу.
КҮҘ БУЯУ (күҙ буя-) (Р: обманывать; И.: betray; T: göz boyamak) ҡ.
Алдау, насарлыҡты йәшереп, тыштан яҡшы күрһәтеү. □ Обманывать, соотв. Втирать очки. ■ Алдар тешен ҡыҫты. Бына бит, уйы дөрөҫ булған. Батша кешеләре һу-ҙендә тора буламы ни? Куҙ буяу, һуғышты тиҙерәк туҡтатыу өсөн генә әйткәндәр. Н. Мусин.
КҮҘ БЫУЫУ (күҙ быу-) (Р: околдовывать; И.: bewitch; T: göz bağı olmak) ҡ.
Зиһенде томалап, кешенең ихтыярына тәьҫир итеү. □ Околдовывать, гипнотизировать. Куҙ быуыу һәләте. Сиғандар куҙ быуыуға оҫта. ■ Йуләр булдым, табындым мин, ул бит куҙҙе быуған икән. Алла тиеп йөрөгәнем шайтан уҙе булған икән. М. Кәрим. Хәҙрәт һуҙе менән дә, куҙе менән дә арбай. Куҙ быуыр тылсымы бар тиҙәр уҙендә. Ғ. Хөсәйенов. Иблис куҙ быуҙымы? Мин хыянат иттем... Т. Ғәниева. Әлеге-баяғы теге тимерсыбыҡ тәнгә тейеп торһа, шул кеше куренмәй икән, куҙ быуа икән. Халыҡ ижадынан.
КҮҘ БӘБӘГЕ (Р: нижний и верхний край век; И.: pupil; T: göz bebeği) и. анат.
1. Күҙ ҡабағының керпек үҫкән сите. □ Нижний и верхний край век. Аҡ ҡына куҙ бәбәге. ■ Емеш ағаһының куҙ бәбәгендә ҡара ҡурғаш кеуек ауыр йәш тамсыһы куреп ҡалғандай булды. 3. Биишева. [Аҡбуҙ толпар] алғыр буре куҙендәй, куҙ бәбәген сылатыр, ауыҙлыҡ сәйнәп, ярһыуҙан ауыҙҙарын купсетер. «Урал батыр».
2. диал. ҡар. күҙ кешелеге.
КҮҘ БӘЙЛӘНЕҮ (күҙ бәйлән-) (Р: темнеть; И.: get dark; T: kararmak) ҡ.
Ҡараңғы төшөү. □ Темнеть, смеркаться. Куҙ бәйләнер ваҡыт етеу. Куҙ бәйләнеу менән. ■ Куҙ бәйләнә. Төшә киске эңер, ҡысҡырыша ярһып тартайҙар. Р. Ғарипов. [Аҡһаҡ буре] көндөҙҙәрен берәй төпкөлдә
770