КҮҘҘӘН ЯҘҘЫРЫУ
КҮҘҘЕҢ ЯУЫН АЛЫУ (күҙҙең яуын ал-) (Р.: ослеплять красотой, блеском; И.: dazzle; T.: göz kamaştırmak) ҡ.
Бик матур, сағыу булыу. □ Быть ослепительно красивым, очень привлекательным. ■ Куҙҙең яуын алалар аҡ, һары, ал сәскәләр. С. Юлаев.
КҮҘҘӘЙ (Р.: до краёв; И.: full-up; T.: dopdolu);?.
Ситенән артыла яҙғансы; мөлдөрәмә, артығы менән (шыйыҡсаға ҡарата). □ До краёв, доверху, в уровень с краями посуды (о жидкостях). ■ Ҡасим йылға буйына килеп еткәндә, [Гөлсөм] йыуынып, биҙрәһен куҙҙәй тултырып һыу алырға ла өлгөргәйне инде. Н. Мусин.
КҮҘҘӘН КИСЕРЕҮ (күҙҙән кисер-) (Р: осмотреть; И.: look over; T.: gözden geçirmek) ҡ.
Ҡарау, ҡарап сығыу. □ Осмотреть, подвергнуть осмотру. ■ Көллө тәне ватылып, уңалып етмәгән йәрәхәттәре ни тиклем һулҡылдап һыҙламаһын, Рамазан кинәнеп тирә-яҡты куҙҙән кисерергә кереште. Н. Мусин.
КҮҘҘӘН КИТЕҮ (күҙҙән кит-) (Р: умереть от сглаза; И.: die from a spell; T.: nazardan ölmek) ҡ. миф. диал.
Күҙ тейеүҙән үлеү. □ Умереть от сглаза. доел. Уходить от сглаза. Ҡапыл куҙҙән китеу. ■ Балам йугереп уйнап йөрөй ине, куҙҙән генә китте. Башҡорт мифологияһынан.
КҮҘҘӘН ҠАТЫУ (күҙҙән кат-) ҡ. диал. ҡар. күҙ тейеү. Куҙҙән ҡатҡан бала. Куҙҙән ҡатҡан сир.
КҮҘҘӘН ТАЙҘЫРЫУ (күҙҙән тайҙыр-) ҡ. ҡар. күҙҙән ыскындырыу.
КҮҘҘӘН ТАЙЫУ (күҙҙән тай-) (Р: исчезнуть из поля зрения; И.: disappear; T.: gözden kaybolmak) ҡ.
Күренмәҫ булыу, юғалыу. □ Исчезнуть из поля зрения, скрыться.
КҮҘҘӘН ТАЙЫШЫУ (күҙҙән тайыш-) (Р: исчезнуть из виду; И.: disappear; T.: gözden kaybolmak) ҡ.
Кемдеңдер янынан ситкә китеп күренмәҫкә тырышыу. □ Исчезнуть из виду.
КҮҘҘӘН ТӨШӨҮ (күҙҙән төш-) (Р: потерять авторитет; И.: fall out of favor; T.: gözden düşmek) ҡ.
Берәй кеше йәки халыҡ алдында абруй бөтөү. □ Потерять авторитет, уважение в глазах других. ■ Арҡаларҙа йылҡы, ай, куҙәттем, талдан ғына ҡойроҡ һөйрәттем, малҡайымдан яҙҙым, куҙҙән төштөм, ғәзиз башҡайымды йөҙәттем. Йырҙан.
КҮҘҘӘН УҘҒАРЫУ (күҙҙән уҙғар-) (Р: просмотреть; И.: revise; T.: gözden geçirmek) ҡ.
Барлау, тикшереү ниәтендә бөтәһен дә ҡарап сығыу. □ Просмотреть, пропускать перед глазами.
КҮҘҘӘН ҮТКӘРЕҮ (күҙҙән үткәр-) ҡ. ҡар. күҙҙән уҙғарыу. ■ Ҡыҙ һәр кешене куҙҙән уткәрә, иллә мәгәр Ҡамыр батыр юҡ та юҡ, ти. Әкиәттән.
КҮҘҘӘН ЫСҠЫНДЫРЫУ (күҙҙән ыскындыр-) (Р: упустить из виду; И.: overlook; T.: gözden kaçırmak) ҡ.
Кемделер йәки нимәнелер күрмәй башлау, күҙәтә алмау. □ Упустить из виду. Куҙҙән ыскындырмай ҡарап тороу. ■ һолтанбай, айыуҙың юлдан боролған ерен куҙҙән ыскындырмау өсөн, юлдың ике яғына ла куҙ һала-һала, ҡабаланмай ғына атлай. Н. Мусин.
КҮҘҘӘН ЫСҠЫНЫУ (күҙҙән ысҡын-) (Р: уйти из виду; И.: disappear; T.: gözden kaybolmak) ҡ.
1. Эргәнән, яндан ситкә китеп күренмәй башлау. □ Уйти из виду, пропасть.
2. Иғтибарҙан ситтә ҡалыу. □ Остаться без внимания. И Мурзиндың .. ҡыланышының береһе лә Юлиәнең куҙенән ысҡынманы. Һ. Дәүләтшина.
КҮҘҘӘН ЮҒАЛЫУ (күҙҙән юғал-) (Р: пропасть; И.: disappear; T.: gözden kaybolmak) ҡ.
Юҡ булыу, күренмәҫ булыу. □ Пропасть, скрыться. ■ Моторлы кәмә куҙҙән юғалыу менән, Хәмит юлдаштарына боролоп ҡараны. Д. Бүләков.
КҮҘҘӘН ЯҘҘЫРЫУ (күҙҙән яҙҙыр-) ҡ. йөкм. ҡар. күҙҙән ыскындырыу, понуд. от күҙҙән ыскындырыу. Көтөуҙе куҙҙән
773