Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 775 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮҘ КҮРЕМЕ
1. Аҫҡы һәм өҫкө күҙ ҡабаҡтарын бер-береһенә тейҙереп күҙҙәрҙе ҡаплау. □ Закрыть глаза. Диванда куҙ йомоп ятыу. • Курәсәк куҙ йомдора. Мәҡәл.
2. Аҫҡы һәм өҫкө күҙ ҡабаҡтарын бер-береһенә тиҙ-тиҙ тейҙереп күҙҙәрҙе асып ябыу. □ Мигать, моргать. Ҡыҙ бала сырт-сырт куҙҙәрен йомоп алды.
3. кусм. Ниндәйҙер етешһеҙлеккә әһәмиәт бирмәү, иғтибар итмәү; күрмәмешкә һалышыу. □ Закрывать глаза на что, закрыть глаза на что, перед чем. И Халыҡтың рэн-йеу катыш ауазын иғтибарһыҙ ҡалдырыу — бөгөнгө көндә уны борсоған проблемаларға куҙ йомоу менән бер булыр ине. «Юшатыр», 25 ноябрь 2010.
4. Нимәгәлер түҙеү. □ Терпеть, сносить. Ҡылыҡтарына куҙ йомоп йәшәу.
КҮҘ ЙӨРӨТӨҮ (күҙ йөрөт-) (Р.: просмотреть; И.: revise; T: gözden geçirmek) ҡ.
Тиҙ генә байҡап ҡарап алыу, тиҙ генә барыһын да ҡарап сығыу. □ Просмотреть, пробежаться глазами. ■ Муйнаҡты дурт кеше көскә кутәреп ултыртты. Ул тоноҡ ҡарашы менән иптәштәренә куҙ йөрөтөп сыҡты. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
КҮҘ ЙҮГЕРТЕҮ (күҙ йүгерт-) ҡ. ҡар. күҙ йөрөтөү.
КҮҘ ЙӘШЕ (Р.: слеза; И.: teardrop; Т: gözyaşı) и.
Күҙ биҙҙәре бүлеп сығарған, 99% һыуҙан торған үтә күренмәле, төҫһөҙ, бер ни тиклем тоҙло шыйыҡса. □ Слеза. Ҡуҙ йәштәренең һаҡлау функцияһы. Керпек осондағы куҙ йәше. Әсәләрҙең куҙ йәше. Куңелде өтөрлөк куҙ йәше. Өмөт булып тамған куҙ йәше. ■ Куҙ йәше сығарыу онотолоп та бөткән кеуек ине лә, мәле еткәс, бөтәһе лә урынына ҡайта икән. Р. Солтангәрәев. «Ерем!» — тиеп ауған уландарын көткән инәйҙәрҙең куҙ йәше һымаҡ, устарымда алтын бөртөк яна нур сәсеп. Р. Ҡол-Дәүләт.
♦ Күҙ йәше кеүек бик таҙа, саф (һыу һымаҡ шыйыҡлыҡҡа ҡарата). □ Чистая, как слеза. Куҙ йәше кеуек саф һыу. Күҙ йәше менән илай-илай. □ соотв. Со слезами на глазах. Куҙ йәше менән инәлеу.
КҮҘ ЙӘШЕ БИҘҘӘРЕ (Р: слёзная железа; И.: lachrymal; T: gözyaşı bezleri) и. анат.
Күҙ йәштәре барлыҡҡа килә торған күҙ янындағы биҙ. □ Слёзная железа.
КҮҘ ЙӘШЕРЕҮ (күҙ йәшер-) (Р: прятать глаза; И.: revise; T: gözü kaçırmak) ҡ.
1. Кешегә тура ҡарамаҫҡа тырышыу.
□ Прятать глаза.
2. Кемгәлер күренмәҫкә тырышыу, ҡасып йөрөү. □ Прятаться.
КҮҘ КЕШЕЛЕГЕ (Р: зрачок, зеница; И.: pupil; T.: gözbebeği) и. анат.
Күҙҙең төҫлө шекәрәһендә түңәрәк йәки ек формаһында булған яҡтылыҡ нурҙарын үткәреүсе ағза; күҙҙең иң уртаһындағы, шәүлә төшкән ҡара нөктә. □ Зрачок; зеница. Куҙ кешелегенең киңәйеуе. Куҙ кешелегенең яҡтылыҡта тарайыу ы. Куҙ кешелеге диаметры. Куҙ кешелеге ауырыуҙары.
КҮҘ КЕШЕҺЕ и. ҡар. күҙ кешелеге.
КҮҘ КҮГӘРЕҮ (күҙ күгәр-) (Р: посинеть; И.: shiner; T.: morarmak) ҡ.
1. Һуғылыуҙан, бәрелеүҙән күҙ аҫты тиреһенең күк төҫкә инеүе. □ Посинеть (от удара). Бәрелеуҙән куҙ кугәреу. Төртөлөуҙән куҙ кугәреу.
2. кусм. Көтөп, аптырап бөтөү. □ Одуреть от долгого ожидания. ■ Кисәнән бире көтә-көтә куҙҙәр кугәрҙе. Ә. Мирзаһитов.
КҮҘ-КҮҘ (Р: пористый; И.: poriferous; T.: gözenekli) р.
Ваҡ ҡына тишектәрҙән, күҙҙәрҙән ғибәрәт. □ Пористый, губчатый. ■ Егет, ҡыҙҙарҙың ихласлығын, уны мыҫҡылларға уйла-мауын кургәс, ҡыйыулана төштө. «Бының ише шоколадтың куҙ-куҙ эреһен ашаған юҡ ине әле», — тип йылмайҙы. Я. Хамматов.
КҮҘ КҮРЕМЕ (Р: горизонт; И.: horizon; T.: göz erimi) и.
Ҡараш менән ҡабул итерлек ер, офоҡ.
□ Горизонт, поле зрения, кругозор, обозреваемое расстояние. Куҙ куреме ер барыу. ■ Экон, ысынлап та, боҙолдо. Куҙ куреме ерҙәге бөтә нәмә ашығып уҙгәрә, сәхнәләге кеуек һаман-һаман икенсе куренеш менән алмашына барҙы. 3. Биишева. Юлдан уңда ла, һулда ла куҙ куреме ерҙә урман ҡултығына һыйынып ултырған ауылдар куренә, урыл
775