Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 776 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮҘКӘ
маған арыш баҫыуҙары тулҡынып ята. Ә. Хәкимов. Шаулай диңгеҙ, .. мәңгелектәй сикһеҙ, мәңге шулай йәйрәп ята ул, куҙ куре-ме етер яры ла юҡ, офоҡтарға барып бата ул. Р. Ғарипов.
КҮҘКӘ и. диал. ҡар. күҙгәнәк 1. Бәләкәй куҙкә. Куҙкә ҡуйыу. Куҙкәләрҙе йыйып алыу.
КҮҘ КӘРТӘҺЕ (Р.: ореол вокруг глаз; И.: magical force around one’s eyes; T.: gözün koruması) и. миф.
Күҙҙе хәүеф-хәтәрҙән һаҡлаған сихри көс. □ Ореол вокруг глаз (оберегает глаза от травмы и сглаза), доел. Ограда глаза. Балаға куҙ кәртәһе ҡуйыу. Куҙ кәртәһе йомшаҡ. Куҙ кәртәһе аша уткән сихыр. Кором менән куҙ кәртәһе ҡуйыу.
КҮҘ ҠАБАҒЫ (Р: веко; И.: eyelid; T.: göz kapağı) и. анат.
Күҙ тирәләй урынлашҡан, күҙҙе төрлө зарарланыуҙарҙан һаҡлаусы хәрәкәтсән тире йыйырсыҡтары. □ Веко. Капыс куҙ ҡабаҡтары. Куҙ ҡабағы елһенеу. Куҙ ҡабаҡтары шешмәкләнеу. ■ [Кинйәнең] ҡәйнәһе лә бер арала кукһел төҫтәге тутыя мәғдәнен куҙ ҡабаҡтарына ышҡып алды. Ғ. Ибраһимов. Йоҡо туймаған, куҙҙең ҡабаҡтары ауыртып, уҙенән-уҙе кире йомолалар. Һ. Дәүләтшина. Катыны, йоҡоһонан уяна алмаған кешеләй, бер аҙ мәғәнәһеҙ ҡиәфәт менән ҡарап торҙо ла куҙ ҡабаҡтарын кире япты. Р. Солтангәрәев. [Таңһылыуҙың] куҙҙәре ҡыҫынҡы, куҙ ҡабаҡтары ҡабарынҡы, шеш. Р. Камал.
♦ Күҙ кабагын төйөү сырайға асыу билдәһе сығарыу. □ Нахмурить брови, насупиться.
КҮҘ ҠАҠЛЫҠТЫРЫУ (күҙ ҡаҡлык-тыр-) (Р: отводить сглаз; И.: remove a spell; T.: göz değmeden korumak) ҡ. миф.
Яман күҙҙән һаҡлау, яман күҙҙе ситкә ебәреү ысулы. □ Отводить сглаз. Йәш баланан куҙ ҡаҡлыҡтырыу. Куҙ ҡаҡлыҡтырыу ысулы. ■ Килен төшөргәндә, алдан ҡулына көҙгө тотоп еңгә йөрөй, куҙ ҡаҡлыҡтырып, йәштәргә куҙ теймәһен, тип. Башҡорт мифологияһынан.
КҮҘ ҠАМАШТЫРЫУ (күҙ ҡамаштыр-) (Р: ослеплять красотой, блеском; И.: dazzle; T.: göz kamaştırmak) ҡ.
Бик матур, сағыу булыу. □ Ослеплять красотой, блеском. Матурлыҡ менән куҙ ҡамаштырыу.
КҮҘ ҠАМАШТЫРЫУСЫ (Р: великолепный; И.: gorgeous; T.: göz kamaştırıcı) с.
Бик матур, сағыу. □ Великолепный, ослепительно красивый. Куҙ ҡамаштырыусы куренеш.
КҮҘ-ҠАРАҠ (күҙ-ҡарағы)г/. ҡар. күҙ-колаҡ. Куҙ-ҡараҡ булыу.
КҮҘ-ҠАРАМАҠТА (Р: в центре внимания; И.: on probation; T.: göz hapsinde) p.
Күҙ уңында, иғтибар үҙәгендә. □ В центре внимания. Бөтә йәйләу һинең куҙ-ҡарамаҡта.
КҮҘ ҠАРАҺЫ и.
1. ҡар. күҙ кешелеге. Куҙ ҡараһы кеуек һаҡлау. ■ [Йылҡыбай йырау] куҙ ҡараһылай һаҡлаған думбыраһын Һабрауға тотторҙо. Ә. Хәкимов. Әгәр ки ҙә илен-көнөн куҙ ҡара-һындай һаҡлаған атай-олатайҙарҙың васыятына хыянат итһәк, беҙҙе .. тормошобоҙҙо дауам иттерәсәк балаларыбыҙ ҡарғар. Н. Мусин. Куҙ ҡараһы кеуек ҡәҙерләп ҡурғалырға тейешле ҡомартҡы-һәйкәлдә-ребеҙ араһында Таштуғай төбәге лә уҙенең лайыҡлы урынын алыр. Й. Солтанов. Куҙ ҡараһы кеуек һаҡла, шағир, тарих дөрөҫлөгөн йырыңда. Р. Ғарипов.
2. миф. Күҙҙең йәне; эйәһе, хужаһы. □ Зрачок (по поверьям, является духом, хозяином глаза). Куҙ ҡараһы көсө.
3. кусм. ирк. Ҡәҙерле, йән киҫәге. □ Душа моя, милый, дорогой. Куҙемдең ҡараһы, йөрәгемдең майы.
КҮҘ ҠАРАШЫ (Р: взгляд; И.: glance; T.: bakış) и.
1. Күҙ ярҙамында вербаль булмаған мәғлүмәт тапшырыу ысулы, уйҙың, хис-тойғоноң күҙҙә сағылышы. □ Взгляд, взор; выражение глаз. Йәйғор ҡалҡытыр куҙ ҡарашы. Сәйер куҙ ҡарашы. Наҙлы куҙ ҡарашы. Куҙ ҡарашы менән алдатыу. ■ [Луизаның] оло итеп асылған куҙ ҡарашында .. ялтлап зәһәр нәфрәт уты ҡабынды. Т. Ғирфанов. [Суми-новты] хатта куҙ ҡарашы менән хуплаусы, дәртләндереусе табылманы. Ә. Хәкимов. Таң нурындай тартҡас куҙ ҡарашың,
776