Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 778 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮҘ ҠЫУЫШЫ
3. кусм. Кемгәлер шиҡандау. □ Строить глазки, играть глазами.
КҮҘ ҠЫУЫШЫ и. анат. ҡар. күҙ ояһы. Куҙ ҡыуышын һаҡлау. Куҙ ҡыуышындасы ағзалар.
КҮҘЛЕ (Р.: имеющий глаза; И.: capable of seeing; sighted; T.: gözleri gören) с.
Күҙе булған; күрә алған, яҡшы күргән.
□ Имеющий глаза, зрячий. Үткер куҙле.
■ Курайсы, ғәйрәт урғылып торған кәуҙәле, тумалағыраҡ йөҙлө, уткер куҙле, тулҡынланып торған ҡуйы сәсле Хәләф Шайхисламов — полк командиры Кусимовтың ат ҡараусыһы. Р. Өмөтбаев. Курҡыу белмәҫ арыҫлан йөрәкле, бөркөт куҙле ғәййәр ата-бабаларыбыҙ тураһында уҙебеҙ генә тугел, илебеҙҙә йәшәгән башҡа халыҡтар ҙа мотлаҡ ишетергә тейеш! «Йәншишмә», 12 октябрь 2011.
♦ Күҙле бүкән тирә-яҡта ни булғанын аңламай ҡарап торған кеше; тупаҫ, аңра.
□ Болван, истукан, олух. доел. Пень с глазами. ■ [Яусы] өндәшмәй. Таяғына таянған да куҙле букән кеуек тора. Ғ. Ибраһимов.
КҮҘЛЕ-БАШЛЫ с. ҡар. башлы-күҙле.
■ Императорҙың һәр балаһына, тыуған көнөнән башлап балиғ булғансыға тиклем, йыл һайын утыҙ өс мең, балиғ булғас, куҙле-башлы итер өсөн, бер миллион һум аҡса туләнә икән. Я. Хамматов. Фашист илбаҫарҙарының ауыл йәштәрен Германияға ҡыуыу өсөн исемлек төҙөй башлауы билгеле булғас, Степан менән Анна ҡыҙҙарын тиҙерәк куҙле-башлы итеу сараһын курә. М. Ямалетдинов.
КҮҘЛЕ-БАШЛЫ БУЛЫУ (күҙле-башлы бул-) (Р: создать семью; И.: marry; T.: aile kurmak) ҡ.
Ғаиләле булыу, ғаилә ҡороу, әйләнеү.
□ Создать семью, жениться, выйти замуж.
■ [Хәбибулла:] Беҙ донъя рәхәтен курмә-гәнде, исмаһам, балаларым курһен. Иҫән-Һау ҡайтып, куҙле-башлы булһалар, улһәм дә укенмәйем. Я. Хамматов.
КҮҘЛЕҒАТА (Р: пикульник ладанниковый; И.: hemp; T.: kırmızı kenevirotu) и. бот.
Баҫыуҙа, урман ҡырҡҡан ерҙә үҫә торған, ирен сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, йөнтәҫ
һабаҡлы, ҡарама япраҡлы баллы ҡый үләне. □ Пикульник ладанниковый (лат. Galeopsis ladanum). Куҙлеғата сәскәһе.
КҮҘЛЕК (күҙлеге) [боронғо төрки көзлук] (Р: очки; И.: glasses; T.: gözlük) и.
1. Күреү һәләтен яҡшыртыу йәки күҙҙе ҡаплау, ҡояштан һаҡлау өсөн кейә торған оптик прибор. □ Очки. Куҙлек кейеу. Куҙлек һауыты. Куҙлек тирәсе. ■ Рәшиттең өҫтөндә өр-яңы ҡара комбинезон. Еңдәрен һыҙғанып ебәргән, манҙшйына киң куҙлек бәйләгән. Ф. Әсәнов. Был ни?Әсәйем дә китап уҡый — куҙлек кейеп сумған «Ырғыҙ»ға, оҡшап тора уҙе бер ҡыҙға! Р. Ғарипов.
2. кусм. сығн. клш. Нимәгәлер нигеҙләнгән ҡараш, уй. □ Точка зрения, угол зрения, аспект (в исх. п.). Уҡыусылар куҙлегенән сығып баһалау. Теоретик куҙлектән ҡарағанда. ■ Моң тәьҫирен донъя фәне яңы-яңы ғына өйрәнә башланы. Әммә фәнни куҙлектән яңы өйрәнеу кешелек донъяһының был хәҡиҡәтте ошоғаса белмәуе тигән һуҙ тугел. М. Бураҡаева.
3. диал. ҡар. битлек I, 2. Куҙлек кейеп ҡорт ҡарау.
КҮҘЛЕКЛЕ (Р: носящий очки; И.: bespectacled; T.: gözlüklü) с.
Күҙлек кейгән, күҙлеге булған. □ Носящий очки, в очках. Куҙлекле кеше. Куҙлекле up. ■ Куҙлекле малай йәнә йылмайҙы, ул, ниңәлер, Мәҙинәгә ҡараған һайын йылмайырға ғына тора. Д. Бүләков. Әнуәр хатты усы менән йәшерҙе һәм сикәләрен ерән һаҡал баҫҡан, ерән мыйыҡлы, куҙлекле кешегә ҡарап алды ла, уйҙарынан айнымайынса, ихтыярһыҙ ғына тәмәкегә урелде. Ғ. Лоҡманов.
КҮҘЛЕКЛЕ ЙЫЛАН (Р: очковая змея; И.: cobra; T.: gözlüklü yılan) и. зоол.
Күҙҙәре тирәһендә күҙлек кеүек түңәрәге булған ағыулы йылан. □ Очковая змея (лат. Naja naja). ■ Куҙлекле йылан тешләһә, кеше иҫән ҡалмай, тип һөйләйҙәр ине. Ә. Бикчәнтәев.
КҮҘЛЕ-КҮҘЛЕ (Р: пористый; И.: porous; T.: gözenekli) с.
Ваҡ ҡына тишектәре, күҙәнәктәре булған. □ Пористый, ячеистый. Куҙле-куҙле
778