КҮҘЛӘШТЕРЕҮ
таш. Күҙле-күҙле шоколад. Икмәк ҡабарып, күҙле-күҙле булып бешкән.
КҮҘЛУТ (Р.: пикульник; И.: hemp nettle; T.: kedibaşı) и. бот.
Ирен сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, емешсәһе өйкөмләнеп күҙ-күҙ булып урынлашҡан, баллы ҡый үләне. □ Пикульник (лат. Galeopsis). ■ [Ҡарттарҙың] тарыһы уңмай, тары урынына бил быуарҙан билсән, һарут, күҙлут үҫә. Ж. Кейекбаев.
КҮҘЛӘНЕҮ I (күҙлән-) (Р.: становиться пористым; И.: become porous; T.: gözenekli olmak) ҡ.
Күҙле-күҙле булыу; тишек, күҙ барлыҡҡа килеү. □ Становиться пористым, ноздреватым, приобретать пористость. Күҙләнеп тороу. Күҙләнеп бешеү. ■ Ғәрифәгәолокарауай аҡ ҡалас, бер таҡта сәй тотторғандан тыш, ашъяулыҡҡа шәкәр, кәнфит, күҙләнеп бешкән, ғәжәп тәмле еҫ аңҡытҡан бойҙай икмәге телеп һалдылар. Н. Мусин.
КҮҘЛӘНЕҮ II (күҙлән-) ҡ. төш. ҡар. күҙләү II. страд, от күҙләү II. ■ Оло урамға ҡараған был эре-эре биш тәҙрәнең мөйөшләп, түңәрәкләп, төрлө формаларҙа матурлап эшләнгән эре рамдары бер иле ҡалынлыҡ быялалар менән күҙләнгән, уның өҫтөнә эстән ап-аҡ селтәр ҡорғандар ҡоролған. Һ. Дәүләтшина. Мәктәптең тәҙрәләре үҙ ваҡытында күҙләнмәгән, мейестәре төҙәтелмәгән. Ғ. Дәүләтшин.
КҮҘЛӘНСЕК (күҙләнсеге) (Р: сетка; И.: honeycomb bag; T.: gevişgetiren hayvanların ikinci midesi) u.
Көйөшлө малдың ашҡаҙанындағы икенсе бүлек, күҙле-күҙле ҡарын; таҙғарын. □ Сетка (часть желудка жвачных животных). Һыйыр күҙләнсеге.
КҮҘЛӘҮ I (күҙлә-) [боронғо төрки көзлә- һағалау’] (Р: высматривать; И.: look out (for); T.: gözetmek) ҡ.
1. Күҙәтеү, ҡарау. □ Высматривать, подсматривать. И Ай йөҙ түбән ятып ерҙе күҙләй, урамдарға тынлыҡ тарала, тойғоларға тулы хоҡуҡ биреп, төн ҡарарға сыҡтым ҡалаға. М. Кәрим. Күҙемдең ҡырыйы менән генә өҫтәлде күҙләйем. К. Мәргән. [Ғәзиз] тирә-яғын төн ҡараһы аша күҙләп, күҙҙәре
менән һөҙөп, баҫҡысҡа күтәрелде лә туҡтаны. Ғ. Хәйри. • Ярлы ил эҙләй, бай файҙа күҙләй. Мәҡәл.
2. һайлап алыу өсөн ҡарау (ҡыҙҙы). □ Выбирать невесту. Кыҙ күҙләү. ■ Был һуҡмаҡта буй еткән ҡайһы ғына егет үҙенә ҡыҙ күҙләмәгән дә ҡайһы ҡыҙ, буласаҡ ғүмерлек йәренең серле, ялҡынлы ҡарашы менән осрашып, татлы хистәр тулҡынында йөҙмәгән! Ғ. Лоҡманов. Кыҙ күҙләү, кәләш әйттереү - борон-борондан ҡалған йола. Я. Хамматов. • Айһыҙ төндә ҡыҙ күҙләмәйҙәр. Әйтем.
3. диал. Һабаҡлау, һаплау. □ Продевать нитку (в иголку). Энә күҙләү. ■ Ғимади ҡарт менән Ғөлйөҙөм ҡарсыҡ, бригадир Сәлим барып ингән саҡта, нимәлер тегер өсөн энә күҙләй алмай маташалар ине. С. Ҡудаш.
КҮҘЛӘҮ II (күҙлә-) ҡ. ҡар. күҙгәнәкләү. Тәҙрә күҙләү. Күҙләп ҡуйыу.
КҮҘЛӘҮЕК (күҙләүеге) (Р: маленький родник; И.: small spring; T.: pınar) и.
1. Бәләкәй генә шишмә. □ Маленький родник, родничок. Һалҡын күҙләүек. ■ [Батырша ] ташып барған көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәй, мас килеп күҙләүекте батҡаҡ-ләмдәрҙән таҙартышты. Ғ. Хөсәйенов. Кинйә менән Айым, ике баланы ике яҡтан етәкләп, сылтырап аҡҡан күҙләүек янына килделәр ҙә ятып һыу эстеләр. Ғ. Ибраһимов.
2. диал. ҡар. күләүек. Юлдағы күҙләүектәр. Күҙләүек аша һикереү.
КҮҘЛӘШЕҮ (күҙләш-) ҡ. урт. ҡар. күҙләү 1,1, 2. взаимн. от күҙләү 1,1, 2. Кыҙ күҙләшеү. ■ [Урал — IFIүлгәнгә:] Батыр иргә ырыҫ та, донъялағы ҡырыҫ та, икәү бергә менгәшеп, бер-береһен күҙләшеп, күләгәләй йөрөйҙәр. «Урал батыр». Ғау артынан сыҡҡан ҡояш төҫлө, һин сығырһың һымаҡ ҡаршыма, их, күҙләшер, бер серләшер инек, баштарыңды һалып башыма. «Ағиҙел», № 5, 2008.
КҮҘЛӘШТЕРЕҮ (күҙләштер-) (Р: устраивать очную ставку; И.: arrange a confrontation; T.: yüzleştirmek) ҡ.
Ике яҡты ҡара-ҡаршы килтереп осраштырыу (низағты асыҡлау, дөрөҫлөктө билдәләү өсөн). □ Устраивать очную ставку. Күҙләштереү ваҡытында асыҡлау. ■ Икен
779