КҮҘ МАЙЫ
се көндө Бикбулатты допросҡа тағы саҡырҙылар, Йомағужа старшина менән күҙләштерҙеләр. Ғ. Хөсәйенов. Хаҡлыҡ менән ғәҙелде күҙләштергән тел булыр. Тарҡау ятҡан илецде берләштергән тел булыр. Ҡобайырҙан.
КҮҘ МАЙЫ (Р.: внутриорбитальный жир; И.: layer of fat around the eyeball; T: göz yağı) и.
1. Күҙ алмаһын уратып алған май ҡатламы. □ Внутриорбитальный жир (жировая ткань вокруг глазного яблока). Күҙ майы ҡатламы. В [Коҙғон:] Мин ҡан эсмәй, ит еймәй, үләкһәнең күҙ майын өс көндә бер соҡомай, һис донъяла тора алмам. «Урал батыр».
2. күсм. Иң ҡәҙерле нәмә. □ Самое дорогое. ■ [Шәмғүн:] Булмай, Ишнияз, бирмәйем, һайлап ал бүтәнде, тыймайым, һорама тик күҙ майым! М. Буранғолов.
3. Күҙҙең күреү һәләте. □ Способность видеть. Күҙ майын бөтөрөү. Күҙ майын бөтөрөп китап уҡыу. ■ Ябыҡ сырайлы, күҙҙәре бик йонсоу кешеләрҙекенсә төпкә батҡан [кеше]. Ундай кешеләргә, күҙ майы бөткән, тиҙәр. Н. Мусин.
4. мед. Күҙҙе төрлө ауырыуҙарҙан дауалау ауырыуҙарҙы профилактикалау маҡсатында ҡулланылған майлы дарыу. □ Глазная мазь. Күҙ майы һөртөү. Күҙ майы һатып алыу. Күҙ майына рецепт яҙҙырыу.
КҮҘ МОРОНО (Р.: внутренний угол глаза; И.: the eye’s inner corner; T: göz ucu) и.
Күҙҙең танау яҡ осо. □ Внутренний угол глаза. Күҙ моронондағы миң. Күҙ моронон-дағы күҙ йәше. Күҙ моронон дауалау.
КҮҘМӘ-КҮҘ (Р: лицом к лицу; И.: face to face, one on one; T: yüz yüze) р.
Ҡара-ҡаршы, йөҙгә-йөҙ килеп. □ Лицом к лицу. Күҙмә-күҙ осрашыу. Күҙмә-күҙ ҡарап һөйләшеү. ■ Әхиәр үлем менән беренсе тапҡыр күҙмә-күҙ осрашты. Картотека фондынан. Күп тә үтмәне, Әниф Кәйүм менән күҙмә-күҙ осрашып һөйләшергә лә тура килде Искәндәргә. Ә. Хәкимов. Баштарыңды эйеп тораһың, ҡарашыңды ситкә бораһың. Әйләнеп баҫ миңә йөҙмә-йөҙ — һөйләшергә ваҡыт күҙмә-күҙ. Ш. Бикҡол.
КҮҘМӘ-КҮҘ АЛДАУ (күҙмә-күҙ алда-) (Р: врать нагло; И.: tell lies to one’s face; T.: gözüne bakarak yalan söylemek) ҡ.
Күҙгә ҡарап алдау. □ Врать нагло, без стеснения, врать в глаза. Күҙмә-күҙ алдап тороу. И Мамонт күрҙем мин унда, - тип күҙмә-күҙ алдай малай. Үҙе шул саҡ бик аҫтыртын теге бесәйгә ҡарай. Т. Арслан.
КҮҘ НУРЫ (Р: зрение; И.: vision; T.: göz nuru) и.
1. Күреү һәләте. □ Зрение. Күҙҙең нурын бөтөрөү. ■ Күҙ йәше күҙҙең нурын ҡырҡа. Я. Хамматов.
2. күсм. Ҡараштағы йылылыҡ, яҡтылыҡ.
□ Тепло, нежность взгляда. Йылы күҙ нуры.
3. күсм. Ҡараштағы сағыулыҡ. □ Сияние глаз. Күҙ нуры балҡып китте.
4. күсм. Тырышып эшләү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән эш. □ Плод труда. Был китап — минең күҙ нурым.
5. Күҙ нурым. Иркәләгәндә әйтелә.
□ Свет очей моих! Радость моя! И Мин әйтермен, сабый япраҡ булып, бер генә һүҙ: «Инәй! — күҙ нурым, аҡ ҡайынды һыйпап тыцла бер йыр, аҡ ҡайында — минең үҙ йырым». Р. Ғарипов.
♦ Күҙ нурындай (йәки кеүек) бик ҡәҙерле, ғәзиз. □ Как свет очей (моих). Күҙ нурындай һаҡлау. И Урал тигән ере бар, күҙ нурындай иле бар батыр башын эйерме? Ҡобайырҙан. Күҙ нурын түгеү бик ентекләп тырышып ҡарау. □ Тратить (напрягать) зрение на что (о напряжённой работе, связанной со зрением).
КҮҘ ОЯҺЫ (Р: глазная впадина; И.: eye socket; T: göz yuvası) и. анат.
Эсендә күҙ алмаһы, мускулдар, нервылар, күҙ майы, ҡан тамырҙары урынлашҡан ҡыуыш. □ Глазная впадина, глазница, глазная орбита. Күҙ ояһын дауалау. Күҙ ояһы һыҙлауы.
КҮҘ ӨЙРӘНЕҮ (күҙ өйрән-) (Р: привыкнуть; И.: be used to; T: alışmak) ҡ.
Оҙаҡ ваҡыт ҡарап, күреп йөрөп күнегеү.
□ Привыкнуть к чему (например, темноте, яркости). ■ Күҙ өйрәнеп киткәс кенә Мырҙаш артыҡ ят күренмәй. Күрмәгән
780