Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 782 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮҘ ТАЛДЫРЫУ
һары ауырыуы, бөйөр ташы, упкә ту бер -кулёзы, эпилепсия һәм психик ауырыуҙарҙы дауалағанда ҡулланыла. В. Ғүмәров.
КҮҘ ТАЛДЫРЫУ (күҙ талдыр-) ҡ. йөкм. ҡар. күҙ талыу, понуд. от күҙ талыу.
КҮҘ ТАЛЫУ (күҙ тал-) (Р.: утомиться (о глазах); И.: stare; T.: gözü dalmak) ҡ.
Күҙҙәрҙең бер нөктәгә ҡарап тороп, арыуы. □ Утомиться (о глазах:).
КҮҘ ТАРТЫУ (күҙ тарт-) (Р.: дёргаться (о веках); И.: twitch; T.: göz kapaği titremek) ҡ.
1. Күҙ ҡабаҡтарының тартышыуы.
□ Дёргаться (о веках).
2. миф. Күҙ ҡабаҡтарының тартышыуы.
□ Дёргаться (о веках) (мифологизированное действие, связанное с приметами).
■ Куҙ тартһа, илайһыц. Башҡорт мифологияһынан. Һул куҙ тартһа: «Тфу!» — тип аҫтына аҡ төртәһең. Башҡорт мифологияһынан.
КҮҘ ТАШЛАУ (күҙ ташла-) ҡ. ҡар. күҙ һалыу. ■ Ҡайҙа куҙ ташлама, завод торбалары тырпайып тора, мәсет манаралары, сиркәу көмбәҙҙәре ялтырай. М. Кәрим.
КҮҘ ТАЯУ (күҙ тая-) ҡ. диал. ҡар. ышаныу. ■ Әлдә уҙемдең куҙ таяп көткән ейәнем бар бит әле, ул кәм-хур итмәҫ, — ти ул [ҡарсыҡ]. Й. Солтанов.
КҮҘ ТЕЙҘЕРЕҮ (күҙ тейҙер-) (Р: сглазить; И.: bewitch, jinx; T.: göz değdirmek) ҡ.
1. миф. Күҙ ҡарашы менән берәй төрлө зыян килтереү, сирләтеү. □ Сглазить. Балаға куҙ тейҙереу. Малға куҙ тейҙереу.
■ Куҙ тейҙерермен тип, Анастасия был хәлде иң яҡын әхирәттәренә лә әйтмәй торҙо. М. Кәрим. Әйтерһең дә, ғаләм уны [Көнһылыуҙы] йәшерә, куҙ тейҙереуҙән ҡурҡа. Р. Камал. [Комиссар] «куҙ тейҙерерһегеҙ», тип, башҡаларға һыртын да һыйпарға рөхсәт итмәгән кук айғырын [Ғимайға] егеп алырға ҡушты. И. Насыри. Уның куҙе ҡаты, куҙ тейҙерер, куҙе ҡаты кеше хатта ағасты ҡорота, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
2. шаяр. Кемделер, нимәнелер артыҡ маҡтап боҙоу. □ Сглазить. Куҙ тейҙереп бөтәләр инде.
КҮҘ ТЕЙЕҮ (күҙ тей-) (Р: подвергаться сглазу; И.: hoodoo; T.: göz değmek) ҡ.
1. миф. Кешенең ҡарашынан ауырыу йәки берәй төрлө зарар күреү. □ Подвергаться сглазу. Бетеу куҙ тейеуҙән һаҡлай. ■ Куҙ тейһә, кеше куҙен аса алмай, иҫәнләп ауырый. Башҡорт мифологияһынан. • Ҡуҙ тейеу куҙҙән тугел, куңелдең ҡаралығынан. Әйтем.
2. шаяр. Кемдеңдер, нимәнеңдер артыҡ маҡтағандан боҙолоуы. □ Подвергаться сглазу. ■ Маладис ир ул беҙҙең Фәхри. Тик артыҡ маҡтап, куҙ тейеп ҡуймаһын. Б. Бикбай.
♦ Күҙ теймәһен кемгәлер йәки нимәгәлер асыҡтан-асыҡ һоҡланғанда әйтелә. □ Чтоб не сглазить! Ҡыҙың ҡалай матур, куҙ теймәһен. ■ Әйттеләр: һинең дуҫыңа куҙ тейгән, һары алған, һарылған уға һағыштар йөрәге талыуҙарҙан. Т. Ғәниева.
КҮҘ ТЕЙЕҮҘӘН ӘМӘЛЛӘҮ (Р: лечение от сглаза; И.: treatment of an eye spell; T.: büyü ile tedavi etmek) и.
Күҙ тейеүҙән халыҡ дауалау ысулы. □ Лечение от сглаза. Баланы куҙ тейеуҙән әмәлләу. Куҙ тейеуҙән әмәлләу ысулдары. Куҙ тейеуҙән әмәлләгән саҡта.
КҮҘ ТЕКЛӘШТЕРЕҮ (күҙ текләш-тер-) ҡ. ҡар. күҙләштереү. Куҙ текләште-pen маташыу. Ҡуҙ текләштерергә тырышыу.
КҮҘ ТЕКӘҮ (күҙ текә-) (Р: устремить взор; И.: to covet; T.: göz dikmek) ҡ.
1. Ҡарашты нимәгәлер йүнәлтеү. □ Устремить взор, взгляд. Алыҫ тауҙарға куҙ текәу. Куҙгә-куҙ текәлеу. ■ [Шаҡманға] Һеңрән иленең турәһе Буләкән менән куҙгә-куҙ текәшеп, икәуҙән-икәу генә һөйләшеу кәрәк ине. Легенданан.
2. Өмөт бәйләү, ышаныу. □ Надеяться. Улына куҙ текәп ҡалды. ■ [Ырыуҙаштарының] яртылашы Арыҫланға куҙ текәп, уның йоғонтоһонан сыҡмаясағын Килмәк ап-асыҡ курә ине. Ғ. Ибраһимов.
КҮҘ ТЕЛЕ и. миф. ҡар. күҙ әпсене. Куҙ телен белеу. Куҙ телен ятлау. Куҙ телен уҡыу.
КҮҘ ТЕРӘГЕ и. ҡар. терәк.
782