Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 783 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮҘ УТЫ
КҮҘ ТЕРӘҮ (күҙ терә-) (Р.: надеяться; возлагать надежды на кого; И.: soar; T.: göz dikmek) ҡ. диал.
Өмөт бағлау, ышаныу. □ Надеяться, возлагать надежды на кого. Куҙ терәгән бала. Куҙ терәгән өмөт. ■ Куптәр куҙ терәп торған малдарын һатты. Ғ. Хәйри. Ирәктенең уҙ эсендәге Әудеуәк тигән егеткә ысынлап куҙ терәй башланылар. К. Мәргән. Өйҙә куҙ терәп торорға бер Мөхәмәтша ғына ҡалып бара. М. Хужин. Куҙ терәп торғандары шул [Нәфисә]ата-әсәһенец. Ә. Хәкимов.
КҮҘ ТОМАЛАНЫУ (күҙ томалан-) (Р.: затуманиться (о глазах); И.: water; T.: gözleri buğulanmak) ҡ.
Күҙҙәргә йәш тулып, тирә-яҡты томан аша кеүек күреү. □ Затуманиться, наполниться слезами (о глазах).
КҮҘ ТОМАҺЫ и. миф. диал. ҡар. күҙ рәнйеүе. ■ Куҙ тыпаһын ҡайһы берәуҙәр куҙ томаһы, ти. Башҡорт мифологияһынан.
КҮҘ ТОНОУ (күҙ тон-) (Р: потемнеть в глазах; И.: see red; T.: gözü dönmek) ҡ.
1. Күрмәҫ булыу (берәй көслө тойғо тәьҫиренән ярһығанда). □ Потемнеть в глазах. Капыл куҙ тоноу.
2. Аптырау, йөҙәү. □ Выбиться из сил (например, в ожидании кого-чего, в поисках чего). Эҙләй-эҙләй куҙем тондо.
КҮҘ ТОТОУ (күҙ тот-) ҡ. ҡар. күҙ терәү. Балаға куҙ тотоу. ■ Нафиҡ ҡарттың куҙ тотоп торған берҙән-бер улы һуғышҡа китте. М. Ғафури.
КҮҘ ТӨБӨ (Р: подглазье; И.: under eye; T.: göz altı) и.
1. Аҫҡы күҙ ҡабағының түбәнге өлөшө. □ Подглазье, место под глазами. Куҙ төбөндәге куләгә. Куҙ төбөндәге йыйырсыҡтар. ■ Кыуандыҡ куҙ ҡарашын яйлап-абайлап, һөйгәненең керпектәренә, куҙ төбөндәге тоноҡ ҡына куләгәләренә, битенә кусерҙе. Ә. Хәкимов. [Назаровтың] куҙ төбөндәге йоҡаҡ тире сырышып, ҡапсайып тора. Н. Мусин. Эргәмдә ултырып килгән бабайҙың куҙ төбөндә көмөштәй тамсы емелдәне. Д. Бүләков.
2. ҡар. күҙ мороно. Куҙ төбөндәге йәш бөрсөктәре.
КҮҘ ТӨБӘҮ (күҙ төбә-) ҡ. ҡар. күҙ текәү 1,2. Куҙ төбәп йөрөгән ҡыҙ. Куҙ төбәп килгән йорт. ■ Егеттең куңеленә һаман шөбһәле уйҙар килә: «Куҙ төбәп йөрөгән һылыуым, былай булғас, миңә сығырға риза буламы һуң инде?» Ш. Бикҡол.
КҮҘ ТӨШӨРӨҮ (күҙ төшөр-) ҡ. ҡар. күҙ текәү 1. ■ Беҙ берәм-берәм [өйҙәге] кешеләргә куҙ төшөрөп сыҡтыҡ. Улар ҙа беҙгә ҡараны. Д. Юлтый.
КҮҘ ТӨШӨҮ (күҙ төш-) (Р: увидеть случайно; И.: notice; T.: gözü ilişmek) ҡ.
1. Күреү, күреп ҡалыу. □ Увидеть, заметить случайно, взглянуть ненароком. ■ Иртәнсәкәй тороп тышҡа сыҡһам, куҙем төштө умырзаяға. Халыҡ йырынан.
2. кусм. Оҡшатыу, яратыу. □ Симпатизировать кому, быть неравнодушным к кому. ■ Уҫалһың, ҡыҙыҡай, һинең менән бергә эшләп йөрөй торғас, куҙ төшөп-нитеп ҡуйһа — харап! Н. Мусин.
КҮҘ ТУЙЫУ (күҙ туй-) (Р: наглядеться; И.: look enough; T.: gözü doymak) и.
Ҡарап танһыҡ ҡаныу. □ Наглядеться, насмотреться. ■ Атаҡайым, мине йәштән бирҙең, курә алманым куҙем туйғанса. Сеңләүҙән.
КҮҘ ТУМАЛАҒЫ и. ҡар. күҙ алмаһы. Нурлы куҙ тумалағы. Куҙ тумалағы ауырыуҙары. Куҙ тумалағындай һаҡлау. Куҙ тумалағындай куреу.
КҮҘ ТЫПАҺЫ и. миф. диал. ҡар. күҙ рәнйеүе. ■ Куҙ тыпаһы булһа, имсе әбей ауырыуҙың куҙен ялаған. Башҡорт мифологияһынан.
КҮҘ УҒЫ (Р: мифические стрелы, имеющиеся в глазах некоторых людей; И.: evil eye; T.: nazar oku) и. миф.
Күҙҙең арбай торған сихри көсө. □ Мифические стрелы, имеющиеся в глазах некоторых людей, магическая сила глаз. Кара куҙҙә куҙ уғы куп була. И Йәш балаға ҡарарға ярамай, уға куҙ уғы тейеусән. Башҡорт мифологияһынан. Ул [имсе]төрлө ысулдар ҡулланып, баланы куҙ уғынан ҡотҡарған. Башҡорт мифологияһынан.
КҮҘ УТЫ и. диал. ҡар. күҙ ҡараһы 1, 2.
Куҙ утының көсө. Куҙ уты һунеу.
783