Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 784 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮҘ ҮЛӘНЕ
КҮҘ ҮЛӘНЕ (Р: очанка лекарственная; И.: eyebright; T.: göz otu) и. бот.
Шомбоя һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ шифалы үлән үҫемлек (куҙ ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланыла)', ҡарһаҡ үлән. □ Очанка лекарственная (лат. Euphrasia). ■ Куҙ уләне бөтә ерҙә лә: урманлы, яланлы урындарҙа уҫә. Куҙ уләне, исеменән ук куренеуенсә, куҙ ҡабағы, куҙ йәше юлдары һ. б. куҙ ауырыуҙары, шулай уҡ бронхыларға һалҡын тейгәндә, аш һецдереу эшмәкәрлеге боҙолғанда, ашҡаҙан, һары, ревматизм, ангина, бауыр ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланыла. Интернет селтәренән.
КҮҘ ҮТКЕРЛЕГЕ (Р.: острота зрения; И.: vigilance; T.: uzgörürlük) и.
Күҙҙең билдәле бер алыҫлыҡтағы ҙур булмаған нөктәне күрә алыу һәләтлеге. □ Острота зрения. Куҙ уткерлеген билдәләу. Куҙ уткерлеген асыҡлау. ■ Куҙ уткерлеге тугел, бәғер ҡатылығы кәрәклектән вәкил итеп Колошҡа бер курәғарау уҫал кешене ебәрҙеләр. М. Кәрим.
КҮҘ ҺАБЫНЫ (Р.: туалетное мыло; И.: toilet soap; T.: tuvalet sabunu) и.
Бит, ҡул йыуыу өсөн ҡулланылған һабын. □ Туалетное мыло.
КҮҘ ҺАҠЛАҒЫС (Р: оберёг от сглаза; И.: amulet; T: nazar boncuğu) и.
Күҙ теймәһен өсөн баланың беләгенә ҡыҙыл еп, тәңкә бәйләү, маңлайына буяу, ҡором һөртөү, кейеменә ҡаҙ өлтөгө, тәңкә, ҡортбаш тегеп, бишеккә артыш, миләш, төрлө суҡтар элеү. □ Оберёг от сглаза. Куҙ һаҡлағыс тегеу. Куҙ һаҡлағыс һөртөу. Куҙ һаҡлағыс тағыу. Куҙ һаҡлағыс элеу.
КҮҘ ҺАЛЫУ (күҙ һал-) (Р: взглянуть; И.: take a look at; T.: göz atmak) ҡ.
1. Ҡарау, күҙ ташлау. □ Взглянуть, бросить взгляд, посматривать. ■ Әсәйем бөтә нәмәне ашъяулыҡҡа ҡуйып бөткәс, ғәҙәтенсә, тәҙрәгә куҙ һалды: атайым ҡайтып килмәйме, тиҙер инде. Н. Мусин.
2. Оҡшатыу, иғтибар итеү. □ Симпатизировать кому, быть неравнодушным к кому. ■ Шәл аҫтынан куҙен һала, курмәгәнгә һалышып. Халыҡ йырынан.
КҮҘ ҺАМАҒЫ (Р: заклинание глаза; И.: eye exorcism; T.: büyü türü) и. миф.
Күҙҙе арбау, сихырлау маҡсатында көйләп әйтелгән шиғри һүҙ. □ Заклинание глаза. ■ Куҙ һамағы: «Убыр, куҙем йот, йот!» Мәскәй, куҙем йотма, йотма! Башҡорт мифологияһынан.
КҮҘ ҺАТЫУ (күҙ һат-) (Р: глазеть; И.: stare; T.: etrafa bakınmak) ҡ.
Кәрәкмәгәнгә, буштан-бушҡа ҡарау; күҙәтеү. □ Глазеть, смотреть, глядеть, рассматривать без определённых целей. ■ Өл-кәнерәктәр яйлап тарала. Йәштәр араһында бер уҙемә куҙ һатып ултырыу уцайһыҙ ине. Мин дә ҡуҙғалдым. Ф. Иҫәнғолов.
КҮҘҺЕНДЕРЕҮ (күҙһендер-) (Р: сглазить; И.: hoodoo; T.: göz değdirmek) ҡ.
Күҙ тейҙереү. □ Сглазить, һоҡланып куҙ-һендереу.
КҮҘҺЕНЕҮ (күҙһен-) (Р: подвергаться сглазу; И.: hoodoo; T.: göz değmek) ҡ.
Күҙ тейеп ауырыу, боҙолоу; күҙегеү. □ Подвергаться сглазу. ■ [Энйебикә — Көн-һылыуға:] Бик һәйбәт, балам, бик һәйбәт! Мин уйындан киҙеу-маҙар эйәреп ҡайтҡандыр, тип ҡурҡҡайным. Һеҙ шул ни бары куҙһенгәнһегеҙ инде. М. Буранғолов.
КҮҘ ҺИРПЕҮ (күҙ һирп-) (Р: взглянуть; И.: take a look at; T.: göz atmak) ҡ.
Ҡапыл ғына ҡарау; ҡараш ташлау. □ Взглянуть, бросить, метнуть взгляд. И Куҙен һирпһә — куцелецде иретә, һуҙен әйтһә — йөрәгеңде елкетә. Я. Ҡолмой.
КҮҘ ҺӨҘӨЛӨҮ (күҙ һөҙөл-) (Р: осоловеть; И.: catch some shuteye; T.: göz süzmek) ҡ.
Йоҡо баҫып, күҙ йомолоп барыу. □ Осоловеть (о глазах).
. КҮҘ ҺУҒЫЛЫУ (күҙ һуғыл-) ҡ. диал. ҡар. күҙ тейеү. Насар куҙ һуғылыу. Балаға куҙ һуғылыу. Кара куҙ һуғылыу.
КҮҘ ЭЙӘРМӘҮ (күҙ эйәрмә-) (Р: не успевать следить глазами; И.: hardly follow with one’s eyes; T.: gözlerle yetişememek) ҡ.
Күреп өлгөрә алмау (бик етеҙ хәрәкәткә ҡарата). □ Не успевать следить глазами (за быстрыми движениями). Бармаҡтарына куҙ эйәрмәй. ■ [Йылға] таштан ташҡа һикерә, ҡояшта кескәй тулҡындарын уйнатып,
784