КҮҘӘНӘК
ялт-йолт итә. .. Уйнаҡлауына куҙ эйәрмәй. Д. Бүләков. Йомағол ҡыҙыу-ҡыҙыу арҡанын ишергә тотондо. Ҡулдарына куҙ эйәрмәй. М. Кәрим. Айһылыуҙыц .. бармаҡтарының йөрөшөнә куҙ эйәрмәй. 3. Биишева.
КҮҘ ЭЛЕНЕҮ (күҙ элен-) ҡ. ҡар. күҙ һөҙөлөү. ■ Куҙ эленһә, йәнә һине курәм, һыбай еләм, булһын именгә, утлауҙарҙа кешнәй туры атым, тибендәрҙә нисек сыҙаһын ти, бер өйрәнгәс малҡай теҙгенгә. Т. Ғәниева.
КҮҘӘ (Р.: крупа; И.: cereals; T.: yarma) и.
1. Бөтәү ашлыҡты ҡабығы һыҙырылғансы килелә төйөп яһалған ярма. □ Крупа (из толчёной пшеницы или проса). Төйөлгән куҙә. ■ Куҙәне тары ярмаһынан, ул иҙелгәнсе ҡуйы өйрә рәуешендә бешереп, супрә һалып ике-өс көн әсеткәндәр ҙә касанан кутәреп эскәндәр. Й. Солтанов.
2. Шул ярманан бешерелгән ашамлыҡ. □ Еда из этой крупы. Куҙә өйрәһе ашау.
КҮҘӘГӘ (Р.: сосуд из шкуры вымени коровы; И.: vessel; Т: кар) и. этн.
Һыйырҙың елен тиреһенән ҡылыслап, моронлап яһалған һауыт (шыйыҡ нәмә өсөн); мурҙай. □ Сосуд из шкуры вымени коровы. һөттө куҙәгәгә һалыу.
КҮҘӘЙ (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Бер башҡорт ырыуының исеме (әйлеләргә инә). □ Кудей (название рода из башкирского племени айли). Шайтан куҙәй. Ҡыр куҙәй. М Куҙәйҙең йөрәген ярып утә торған Кариҙел, уның матур туғайҙары, шул туғайҙарҙы уйып-уйып инеп ултырған кулдәре тағы ла йәйге кейемгә кейенделәр. И. Насыри.
КҮҘ ӘЙЛӘНЕҮ (күҙ әйлән-) (Р: таращить глаза; И.: stare; T.: gözlerini germek) ҡ.
Асыу менән аҡшайыу. □ Таращить, выпучить глаза. ■ Куҙең-башың ҡыйшайып, аташ куҙең әйләнеп, кемгә тейереңде белмәйһеңме, ҡорсаңғы? Ш. Шәһәр.
КҮҘӘК (күҙәге) и. диал. ҡар. күҙәү I, 4. Селтәр биҙәк куҙәге.
КҮҘӘЛӘгл диал. ҡар. күҙә. Куҙәлә төйөу.
КҮҘӘМӘ (Р: глазомер; И.: ability to tell distance; T: göz ölçüsü) и.
Нимәнеңдер сифатын, күләмен күҙ менән самалау; күҙ самаһы. □ Глазомер. Куҙәмә-гә билдәләу. И Был өлөш Ваһап ҡартҡа .. куҙәмә менән бер дисәтинәгә бу леп бирелгән сиҙәм ине. Ж. Кейекбаев. Теуәлләнәсәк йорттоң куҙәмә контурҙарында ла һәр нәмә уҙ тәғәйенләнешен утәрҙәй төҫмөрләнә. Й. Солтанов.
КҮҘӘМӘ БАРМАҠ (бармағы) и. диал. ҡар. һуҡ бармаҡ. Куҙәмә бармаҡ осо. Куҙәмә бармаҡҡа шырау ҡаҙалыу.
КҮҘӘМӘЛӘҮ (күҙәмәлә-) (Р: определять на глаз; И.: estimate by eye; T: göz ölçüsü ile ölçmek) ҡ.
Нимәнеңдер сифатын, күләмен күҙ менән билдәләү. □ Определять на глаз. ■ [Азамат] тәуҙә йылҡының ниндәй нәҫелдән .. икәнен куҙәмәләй, шунан һуң ғына ҡулға төшөрөу яйын ҡарай. «Ағиҙел», № 1,1970.
КҮҘӘНӘК (күҙәнәге) (Р: клетка; И.: celi; T: gözenek) и.
1. биол. Тере организм төҙөлөшөндәге протоплазма, ядро һәм көптән торған иң ябай берәмек. □ Клетка. Нервы куҙәнәктәре. Япраҡ куҙәнәктәре. Куҙәнәк ядроһы. Куҙәнәктең буленеше. ■ Ҡасандыр кешеләр ҙә, йәғни уларҙың тәуге куҙәнәктәре, бына шулай тупраҡты тишеп сыҡҡандыр һымаҡ тойолдо миңә. М. Кәрим. Тағы бер-ике аҙнанан ер йәшәрә, куҙәнәктәр буйлап һут китһә, һуң буласак. Т. Ғарипова.
2. Тиреләге күҙгә күренмәҫлек ваҡ ҡына тишек. □ Пора (на коже). ■ Арҡа куҙәнәктә-ренә кер инеп әсеттерә. С. Агиш. Камалетдинов мунсаның башына бер уҙе барырға ярата. Бешкән ҡайын япрағы еҫе, һәр куҙәнәгеңә утеп инер ҡоро боҫ .. Т. Ғарипова. [Моң] куңелгә, хатта тәнгә, һәр куҙәнәккә майҙай һеңә, наҙлай. Ә. Әминев.
3. ҡар. күҙәү I, 3. ■ Мәреу ҡарҙың куҙәнәктәре мөлдөрәй, ҡалҡыу урындарҙа асылған ҡап-ҡара ер боҫорап ята. А. Абдуллин.
4. Балауыҙҙағы оя. □ Ячея, ячейка (сотовая). Бала куҙәнәге. Инә куҙәнәге. Эре куҙә-нәкле кәрәҙ. ■ Бал ҡорттары ҡуна куҙәнәккә,
26- 1.0117.12
785