Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 786 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮҘӘНӘК-АРА
турғай сәсә шатлыҡ моңдарын, елдәр алып килә ҡыҙҙар йырын, алып китә салғы сыңда-рын... М. Кәрим.
КҮҘӘНӘК-АРА (Р.: межклеточный; И.: intercellular; T.: hücrelerarası) с. биол.
Күҙәнәктәр (1) араһындағы. □ Межклеточный. Күҙәнәк-ара матдә.
КҮҘӘНӘКЛЕ (Р: клеточный; И.: cellular; cell; T.: hücresel, hücreli) c.
1. Күҙәнәктәрҙән торған, төҙөлөшөндә күҙәнәктәр булған. □ Клеточный. Бер күҙәнәклеләр. Куп күҙәнәклеләр. ■ Уның [Кылыс-баевтың] бөгөнгө дәресенең темаһы үҫемлектәрҙең күҙәнәкле төҙөлөшө хаҡында ине.
3. Биишева. Бит тиреһе майлы һәм эре күҙәнәкле булғанда, керән тамыры иҙмәһен маска рәүешендә файҙаланып була. В. Ғүмәров.
2. Ваҡ ҡына оялы. □ Пористый. ■ Атал-масов күҙәнәкле йәйге эшләпәһен алып башына кейҙе лә киҫкен хәрәкәт менән участка на-чальнигына табан боролдо. Н. Мусин. Ваҡ-ваҡ күҙәнәкле ҡар бөртөктәре уның [айҙың] тоноҡ нурҙарында сағылды. Я. Хамматов.
КҮҘӘНӘКЛЕК (күҙәнәклеге) (Р: клетчатка; И.: cellulose; T.: selüloz) и. биол.
1. Күҙәнәктең көбөн тәшкил иткән матдә; целлюлоза. □ Клетчатка. ■ [Зәйтүн] майында йөҙгә яҡын файҙалы матдә бар: аҡһым, углеводтар, күҙәнәклек, шулай уҡ пектиндар, калий, кальций, натрий, А, В, Е витаминдары. «Киске Өфө», 5 март 2012.
2. Кеше һәм хайуандар организмындағы тоташтырғыс майлы кәүшәк туҡыма. □ Клетчатка. Тире аҫты күҙәнәклеге. ■ 17 шишмәнән сыҡҡан тоҙло минераль һыу невроз һәм уға оҡшаш ауырыуҙарҙан, простата биҙе сирҙәренән, тире һәм тире аҫты күҙәнәклеге ауырыуынан,.. аш һеңдереү ағзалары ауырыуы ваҡытында ярҙам итә. «Башҡортостан панорамаһы», № 4, 2007.
КҮҘ ӘПСЕНЕ (Р: заговор от сглаза; И.: evil eye; T.: nazar değmesine karşı yapılacak dua) u.
Күҙ тейеүҙән өшкөрөү доғаһы. □ Заговор от сглаза. Күҙ әпсене ятлау. Күҙ әпсене белеү.
КҮҘӘТЕЛЕҮ (күҙәтел-) ҡ. төш. ҡар. күҙәтеү I. страд, от күҙәтеү I. ■ Оҙаҡла
май уларҙың [Салауаттарҙың] иғтибары крепость батареялары ҡуйылған бейеклеккә тупланды: унда атышҡа әҙерләнгәндәге һымаҡ йәнлелек күҙәтелә ине. Б. Рафиҡов. Кинйә берауыҡ уға [Айымға] ҡарап торҙо ла, үҙенең һәр ваҡыт күҙәтелеп тороуын аңғартып, баш ахун әйткәндәрҙе һөйләп бирҙе. Ғ. Ибраһимов.
КҮҘӘТЕҮ I (күҙәт-) [боронғо төрки күзәт] (Р: следить; И.: watch; follow; T.: gözetlemek) ҡ.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер эш-хәрәкәтен иғтибар менән оҙаҡ итеп ҡарау. □ Следить, наблюдать, надзирать за кем-чем. Н Алмасыбар ат өҫтөндәге сөгөлдөр танаулы, сәстәре дала ҡылғанылай һәр саҡ тырпайышып тороусы, биттәренә һипкел төшкән һары малайҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтәм. Д. Бүләков. Күршеләр был тамашаны сәйерһенеп тә, көлөмһөрәп тә күҙәтте, әммә шаярыу йәки үсекләү һымаҡ нәмә ишетелмәне. М. Кәрим. [Малай] атаһының алдына ултырған да .. мейестә дөрләп янған утты күҙәтә. Ғ. Әмири. Мин уның [Йәнтимерҙең] йөрөш-торошон күҙәтәм. С. Агиш. Егеттәрҙән ике-өс аҙым ситтә өй-көмләшкән ҡыҙҙар, көлөшә-көлөшә, аҫтыртын ғына егеттәрҙе күҙәтәләр. Ғ. Лоҡманов. Урман эсенә инеп, ағастарға ышыҡланып, Ишмөхәмәт һынды яҡынданыраҡ күҙәтте. Т. Ғарипова.
2. Ниндәйҙер эш-хәлдең булыу-булма-уын, булыу кимәлен, эшләнешен, башҡа-рылышын һ. б. ҡарау, тикшереү. □ Следить, наблюдать за кем-чем. Тәртипте күҙәтеү. Эште күҙәтеү. Прокурор күҙәтеүе. И Линияларҙы күҙәтеү өсөн, телефонистарға ярҙам итеү өсөн Новиковты ебәрергә булғандар. Д. Юлтый.
3. Тикшереп белеү өсөн ниҙеңдер үҫеш-барышын ҡарау. □ Следить, наблюдать. Тәбиғәтте күҙәтеү. Күҙәтеү — белем һәм тәрбиәнең мөһим сығанағы.
4. Кем йәки нимә тураһындалыр ҡайғыртыу маҡсатынан сығып эш итеү. □ Преследовать цель, иметь целью. Үҙ файҙаңды күҙәтеү. И Кил, әй, сабып, үҙеңде хуп төҙәт-
786