Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 787 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮҘӘТКЕЛӘҮ
кел. Яманға барма, яҡшы юл куҙәткел. М. Өмөтбаев.
КҮҘӘТЕҮ II (Р.: наблюдение; И.: observation; T.: gözlem) и. кубр. купл.
Эш-хәлдең үҫеш-барышын тикшереү эше; күҙәтмә. □ Наблюдение. Метеорологик куҙәтеуҙәр. Административ куҙәтеу. ■ Ҡалғандар уныц [Салауаттың] куҙәтеу-ҙәренә уҙҙәренекен өҫтәп, аңлатмалар биреп, тоҫмалдар ҡороп шым ғына шаулашты. Б. Рафиҡов. [Йөҙйәшәр Миһран ҡарт] уҙенә генә билдәле, куп йылдар буйы алып барған куҙәтеуҙәренә нигеҙләнгән ырымдарға таянып, бөтөнләй икенсе һығымта яһай. Н. Мусин. Атҡа атланғандары хәҙер карателдәр ҡарамағында, йорттағылары куҙәтеу аҫтында. Ғ. Хөсәйенов.
КҮҘӘТЕҮ ПУНКТЫ (Р: наблюдательный пункт; И.: observation post; T.: gözetleme noktası) и.
Дошман яғын, һуғыштың барышын ҡарап тора торған урын. □ Наблюдательный пункт. ■ Бында — алғы хәрби пост. Яртылаш ергә кумелгән шул уҡ беҙҙең ауыр танк эргәһендә тауға өңөп эшләнгән блиндаж, куҙәтеу пункты, землянкалар, орудиелар теҙелгән. Р. Хажиев. Куҙәтеу пунктына төшөп ярылған снарядтан 312-се уҡсылар полкы командиры полковник Багиров һәләк булған. Я. Хамматов.
КҮҘӘТЕҮСЕ I (Р: наблюдающий; И.: supervising; T.: gözeten) с.
Күҙәтеп (ҡарап) тороусы. □ Наблюдающий. ■ Ахыры ул [Ғәшурә], тәҙрә ҡапҡасы йырығынан утеп ингән яҡтылыҡты абайлап, куҙәтеусе ҡатынға табан килә башланы. Р. Ҡол-Дәүләт.
КҮҘӘТЕҮСЕ II [боронғо төрки кузәт-чи\ (Р: наблюдатель; И.: supervising; T.: gözlemci) и.
1. Күҙәтеп (ҡарап) тороусы кеше; күҙәтсе. □ Наблюдатель. ■ Таҫыллы элемтәсе, зирәк куҙәтеусе ине Ваня. Ә. Хәкимов. Хлопуша төрлө тарафҡа куҙәтеуселәрен ебәрҙе, уҙе уйлағанса кәрәкле нәмәләрен әҙерләтте. Ғ. Ибраһимов. Был көндә Косоротое уҙен айырыуса етди тотто, һаҡлыҡ өсөн урамға куҙәтеусе лә ҡуйҙы. Н. Мусин.
2. Күҙәтеү яһаусы, күҙәтеп барыусы. □ Обозреватель. Халыҡ-ара хәлде куҙәтеусе. Сәйәси куҙәтеусе. Спорт куҙәтеусеһе.
КҮҘӘТЕҮСӘН (Р: наблюдательный; И.: supervisory; T.: gözlemci) с.
Иғтибарлы, күҙәтеп барыусы. □ Наблюдательный. ■ Һаҡ, таһыллы, куҙәтеусән януар ҙа кешенән аҡыллыраҡ тугел — теге аҙаштырғысҡа алданып барып инәләр. Г. Яҡупова. Балалар — уйланыусан, куҙә-теусән, сағыштыра һәм уҙ аллы һығымта яһай белеусе талапсан кешеләр улар. Р. Шәкүр. Тыумыштан уҡ уҙ иркенә тапшырылған Емеш бик иртә уйсан, куҙәтеусән, һынаусан булып уҫте. 3. Биишева.
КҮҘӘТЕҮСӘНЛЕК (күҙәтеүсәнлеге) (Р: наблюдательность; И.: observation; T.: gözlem) и.
Күҙәтеүсән булыу сифаты. □ Наблюдательность. Куҙәтеусәнлек һәләтенә эйә булыу. ■ [Лидия Николаевна:] Һеҙҙә, Мораҙым, куҙәтеусәнлек, художестволы фекер йөрөтә белеу көслө, курәһең. Ғ. Әмири. Бер ук әйбер-ҙең, куренештең төрлө сифаттарын, хатта бер ук сифаттың төрлө уҙгәлектәрен тотоп ала белеу әҙиптән ҙур куҙәтеусәнлек, ижади һиҙгерлек һәм тел оҫталығы талап итә. К. Әхмәтйәнов.
КҮҘӘТЕШЕҮ (күҙәтеш-) ҡ. урт. ҡар. күҙәтеү, взаимн. от күҙәтеү. ■ Ситтән генә булһа ла, бер-беребеҙҙе куҙәтешеп, бер һуҡмаҡтан атлап, бер ҡойонан һыу эсеп йөрөнөк. «Урал», 15 апрель 2010.
КҮҘӘТЕШТЕРЕҮ (күҙәтештер-) (Р: следить; И.: observe; T.: gözlemlemek) и.
Бер аҙ күҙәтешеү. □ Следить, наблюдать (иногда, время от времени). Куҙәтештереп алыу.
КҮҘӘТКЕ (Р: контроль; И.: control; T.: denet) и.
Ниҙеңдер торош-барышын ҡарап, һаҡлап тороу эше; контроль. □ Контроль. И Башҡортостан урмандары .. һис бер куҙәткеһеҙ ҡалды. «Башҡортостан», 19 декабрь 2009.
КҮҘӘТКЕЛӘҮ (күҙәткелә-) (Р: следить; И.: see; T.: gözetlemek) ҡ.
26*
787