КҮҘӘТМӘ
Һирәк-Һаяҡ күҙ ташлау (куҙәтеу, аңдыу маҡсатында). □ Следить, наблюдать (иногда, время от времени).
КҮҘӘТМӘ (Р.: обзор, обозрение; И.: review; T.:görüş sahası) и.
Ниҙецдер үҫеш-барышын ҡарап тикшереү эше. □ Обзор, обозрение. Кыҫҡаса куҙәтмә. Куҙәтмә яһау. Район гәзиттәренә яһалған куҙәтмә. Ваҡытлы матбуғатҡа куҙәтмә яһау. ■ Бына ошондай һаран һәм тапҡыр әйтелгән куҙәтмә, сағыштырмалар шиғырҙы ут-ялҡынлы, эстән көйрәмәле итә. Ғ. Хөсәйенов.
КҮҘӘТСЕ (Р: наблюдатель; И.: observer; T.: gözlemci) и.
1. Ҡарап күҙәтеп тороусы. □ Наблюдатель. ■ Купме һанамаһын куҙәтсе, бер кеше артыҡ була. Ә. Хәкимов. .. Башҡорт старшиналарына мотлаҡ мишәр писарҙары тәғәйенләнә. Куҙәтсе, шымсы итеп. Ғ. Хөсәйенов. Мин уҙ ихтыярымдан тыш шулай куҙәтсегә әйләндем. М. Кәрим. Рамғундыц куҙәтселәре лә йоҡлап ятманы, ҡаршы ярҙа ни барғанын еткереп кенә торҙолар.
3. Ураҡсин.
2. Эш-хәлдең торошон, эш барышын ҡарап тороусы. □ Наблюдатель, контролёр. ■ [Андрей] ябай куҙәтсе генә булмай, килгән һайын беҙҙец эштәге кәмселектәрҙе куреп, бөтөрөу юлдарын өйрәтте. Д. Исламов.
КҮҘӘТТЕРЕҮ (күҙәттер-) ҡ. йөкм. ҡар. күҙәтеү, понуд. от күҙәтеү. Ололарҙан ку-ҙәттереу. Куҙәттереуҙе һорау.
КҮҘӘҮ I (Р: маленькое круглое отверстие, ушко; И.: eyelet; T.: gözcük) и.
1. Энә, мәрйен, төймәләрҙәге еп үткәрә торған тишек; күҙ. □ Маленькое круглое отверстие, ушко. Төймә куҙәуе. Энә ку-ҙәуе. Мылтыҡ куҙәуе. ■ Энә куҙәуендәй генә бөрсөктәр сәсрәтеп, .. куцелдәрҙе ҡы-тыҡлағыс һитә еҫе бөркә. Н. Мусин. Энә куҙәуенән уткәреп тикшерелгән, аргумент-ланған факттарға таянған ғилми хеҙмәтен дәлиллерәк, нигеҙлерәк итер өсөн техник саралар ҡулланды [Линара]. Л. Якшыбаева. Эҙләп йөрөй торғас, төлкө бер энә куҙәуендәй генә ярыҡтан эскә ҡарай, ти. Әкиәттән. Алпамышаныц уғы, куҙәуҙән утә сығып,
майҙан уртаһына килеп ҡаҙала. «Алпамыша».
2. Элмәк хеҙмәтен үтәгән бәләкәй генә тишек. □ Отверстие. Асҡыс куҙәуе. Кунәк ҡолағының куҙәуе.
3. Көпшәк нәмә эсендәге ваҡ-ваҡ ҡына ҡыуышлыҡ. □ Пора, пустота между частицами пористой материи; маленькое углубление. И Һыулы һәм нефтле ҡатламдарҙа шыйыҡлыҡ куҙәу ҙәргә .. тупланған була. К. Ти-мерғазин.
4. Селтәр биҙәктең күҙ-күҙ булып торған тишеге. □ Ажур «глазок» (элемент узора). Куҙәу менән селтәрләу.
5. диал. ҡар. күҙәнәк 4.
КҮҘӘҮ II (күҙә-) (Р: прицеливаться; И.: take aim; T.: nişan almak) ҡ.
1. Атыу өсөн ҡоралды сәпкә турылау; тоҫҡау, төҙәү. □ Прицеливаться, наводить оружие на кого-что. Куҙәмәй атыу. ■ Алпамыша быны куреп ҡалған да уц яҡ ҡанатының өсөнсө ҡауырһынына уғын куҙәп кенә атып ебәргән, ти. «Алпамыша». Һунарсы тиҙ генә яны менән уғын алып, эткә куҙәй. Әкиәттән. Оҫта уҡсы, куҙәп тормай атһа ла, теләгән ергә тейҙерә ала. К. Мәргән. • Куҙәмәй осҡан ҡош ҡуныр урын тапмаған. Мәҡәл.
2. диал. Еп үткәреү; һабаҡлау. □ Вдевать нитку в иголку. ■ Мәҙинәнең ярылып кипкән ирене йырлағанда тартышты, унан энә куҙәу өсөн еп осон ҡабып еуешләтергә иткәйне, ҡан сырҡырап сыҡты. Т. Ғарипова. • Катының һәпрә булһа, энәңде уҙең куҙәрһең. Мәҡәл.
КҮҘӘҮ III (күҙә-) (Р: сдирать шелуху с зерна; И.: strip; T.: soymak) ҡ.
Ярма өсөн тын бойҙайҙы һыулап килелә төйөү. □ Сдирать шелуху с зерна, отвеивать. Бойҙай куҙәу. Һоло куҙәу. И Тары бешә башлағас, Ваһаптың ҡарсығы ара-тирә килгеләп башаҡ алды, башаҡты куҙәп, ҡыҙҙырып, килелә төйөп, бутҡа бешерҙе. Ж. Кейекбаев.
КҮҘӘҮ IV (күҙә-) (Р: мешать; И.: stir; T.: karıştırmak) ҡ.
Болғатыу, ҡуҙғатыу (утты). □ Мешать, помешивать. • Утын ағасы менән ут куҙәмә. Мәҡәл.
788