КҮК
КҮҘӘҮЕК (Р.: с отверстием; И.: with eyelet; T.: delikli) с.
Күҙе, күҙәүе булған; тишекле. □ С отверстием (для нанизывания). Күҙәүек муйынсаҡ. Күҙәүек мунсаҡ. Күҙәүек мәрйен.
КҮҘӘҮЛЕ (Р: с отверстием; И.: with eyelet; T.: delikli) с.
1. Күҙе, тишеге булған; күҙәүек. □ С отверстием (для нанизывания). Күҙәүле мунсаҡ. Күҙәүле төймә. • Күҙәүле мунсаҡ ерҙә ятмаҫ. Мәҡәл.
2. Ваҡ ҡына ҡыуышлыҡтарҙан торған, күҙле-күҙле булған. □ Пористый, с порами. Күҙәүле тау тоҡомдары. Күҙәүле структуралы резина. Күҙәүле ҡорос. ■ Һуңынан ер геологик үҙгәрештәргә дусар ителеү арҡаһында, ул [нефть] айырым урындарҙа, бигерәк тә таулы райондарҙа, ер ярыҡтарынан һәм күҙәүле тау тоҡомдары араһынан һарҡып сыҡҡан. Д. Бураҡаев. Bridgestone компанияһы [шиналарҙыц] яцы моделдәрендә күҙәүле структуралы резинаны ҡуллана. «Йәшлек», 10 ноябрь 2009. [Мотаһар] кеҫәһенән сепрәк төйөнсөк сығарҙы, сисеп, һарғылт гәзит ҡағыҙ төргәген асты. Малайҙарҙыц ике күҙе шар булды — ап-аҡ күҙәүле шәкәр киҫәге ине. Й. Солтанов.
КҮҘӘҮЛӘҮ (күҙәүлә-) (Р.: украшать узорами в виде глазков; И.: ornament; T.: bezemek) ҡ.
Тишекле-тишекле итеп биҙәкләү; селтәрләү. □ Украшать узорами в виде глазков. Шәлдец ситен күҙәүләп бәйләү.
КҮҘ ЮҪЫҒЫНА (Р: на глаз; И.: just about; T.: yaklaşık) р.
Ҡарап, тоҫмаллап. □ На глаз; в направлении глаз(а). ■ Күҙ юҫығына сығып киттек. Тәүҙә бер һуҡмаҡ һымаҡ ерҙән барғайныҡ, тора-бара уныһы ла бөттө. Н. Мусин.
КҮҘ ЯҘҘЫРЫУ (күҙ яҙҙыр-) (Р: скрыться; И.: disappear; T.: gözden kaybolmak) ҡ.
Ҡарап торған, күҙәткән кешенең алдынан китеү, юғалыу, уға күренмәй башлау. □ Скрыться, уйти из поля зрения. И Урман шул тиклем матур, мец төрлө сәскәләр, мец төрлө ҡоштар. Хайран ҡалырлыҡ. Шулар менән мауығып килә торғас, ул Басирҙан күҙ яҙҙырҙы ла ҡуйҙы. Д. Бүләков.
КҮҘ ЯҘЛЫҠТЫРЫУ (күҙ яҙлыҡтыр-) (Р: скрыться; И.: disappear; T.: gözden kaybolmak) ҡ.
Юғалтыу, күрмәй башлау (ҡарап торған, күҙәтелгән кеше йәки нәмәне). □ Скрыться, уйти из поля зрения. И Карабай, ҡурҡыныс урындарға ҡарап та тормаҫтан, ҡоралай артынан күҙ яҙлыҡтырмай саба ла саба. «Ҡуҙыйкурпәс».
КҮҘ ЯҘЫЛДЫРЫУ (күҙ яҙылдыр-) ҡ. ҡар. күҙ яҙҙырыу.
КҮҘ ЯҘЫУ (күҙ яҙ-) (Р: терять из виду; И.: lose; T.: kaçırmak) ҡ.
Юғалтыу, күрмәй башлау (ҡарап торған, күҙәтелгән кеше йәки нәмәгә ҡарата). □ Терять из виду, упускать. ■ [Егет]төлкө артынан бер үҙе китте, ти... Урманға барып ингәс, төлкөнән күҙ яҙҙы, ти. Әкиәттән.
КҮҘ ЯҪМЫҒЫ (Р: хрусталик; И.: crystalline lens; T: göz merceği) и. анат.
Күҙҙең ҡараһы эсендәге бәләкәй генә линза һымаҡ нәмә (күҙгә төшкән һүрәт шуныц аша үтә). □ Хрусталик. Күҙ яҫмығының артҡы өлөшө. Күҙ яҫмығының урта өлөшө. Күҙ яҫмығының төҙөлөшө. Яһалма күҙ яҫмығы. И [Врач-офтальмолог:] Операция ярҙамында бушлай яһалма күҙ яҫмығы ҡуябыҙ. «Йүрүҙән», 22 июнь 2011.
КҮЖӘ и. ҡар. күзә. Күжә өйрәһе.
КҮЙ [фарс. (Р: деревня; И.: village; T: köy) и. иҫҡ. кит.
Ауыл. □ Деревня. ■ Мирсәйет, дәүерендә унан ғалим вә фазыйл әҙәм булманы, һис бер фән ҡалманы, һәр беренә бер хашийә әйтте. Сәжаүендә тигән күйҙә, фәраизмәтенең ҡәрйәһендә, вафат, «Фәраизға» шәрех итте. М. Өмөтбаев.
КҮК I [боронғо төрки көк\ (Р: синий; И.: blue; T: mavi) с.
1. Спектрҙағы төп төҫтәрҙең береһе; миләүшә менән зәңгәр араһындағы төҫ; шул төҫтә булған. □ Синий, голубой. Аҡһыл күк. Кара күк. Күк буяу. Күк күлдәк. [Алдар] Осло бүрек кейгән, буҫтау сәкмән, күк салбар. Б. Рафиҡов. Салауат кейгән күк сәкмән Гөлбәзиркәйенә саҡ икән. Халыҡ йырынан.
2. Көлһыу төҫтәге, күкһел. □ Серый, седой; голубоватый. Күк болот. Күк төтөн.
789