Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 791 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮК ЕСЕМЕ
КҮК АЛАБУТА (Р.: лебеда сереющая; И.: saltbush; T.: kara pazi) и. бот.
Сыбар япраҡлы, тарбаҡ һабаҡлы, ваҡ орлоҡло сүп үләне. □ Лебеда сереющая (лат. Atriplex canescens). Кук алабута орлоғо. Кук алабута йолҡоу.
КҮК БАЛЫК (балығы) и. зоол. ҡар. күкен. Кук балыҡ тотоу.
КҮК БАРМАҠСЫ (Р.: нонея тёмная; И.: field grass species; T.: hodangiller familyasına ait bir bitki) и. бот.
Ҡан ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланыла торған көрән төҫтәге үлән үҫемлек.
□ Нонея тёмная, нонея русская (лат. Nonea rossica Stev). И Кук бармаҡсы ҡан ауырыуҙарын дауалағанда: ҡан әйләнеше боҙолғанда, тромбоз ҡурҡынысы булғанда, ҡан баҫымы юғары булғанда, ҡанда холестерин кубәйгәндә һ. б. ҡулланыла. Кук бармаҡсы төнәтмәһен һалҡын теймәһен өсөн әсәләр. Кук бармаҡсы, хатта, малярияны дауалағанда ҡулланыла. Т. Аҙнабаев.
КҮК БАҪЫУ (күк баҫ-) (Р: плесневеть; И.: mold; T.: küflenmek) ҡ.
Иҫкереп, еүешләнеп күгәреп боҙолоу; үңәҙләнеү. □ Плесневеть, покрываться плесенью. Икмәкте кук баҫҡан.
КҮК БАТШАҺЫ и. ҡар. Тәңре. ■ Көйгәнәк тә, ҡыйғыр ҙа юғалды. Ләкин уларға Кук батшаһы тоҫҡалмағанын белә ине Кинйә. Ғ. Ибраһимов.
КҮК БАУЫР (Р: сиводушка; И.: fox species, a cross; T.: tilki) и. зоол.
Бауыр аҫты күкшел төлкө (ҡара төлкө менән ҡыҙыл төлкөнән килеп сыҡҡан тоҡом).
□ Сиводушка. Кук бауыр тиреһе.
КҮКБАШ I (Р: синеголовник плосколистый; И.: feverweed; T.: boğadikeni) и. бот.
Бейеклеге 30—75 сантиметрға еткән, июнь-июль айҙарында зәңгәр сәскә ата торған сатырлылар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үлән үҫемлек. □ Синеголовник плосколистный, синеголовник плоский (лат. Eryngium planum). М Кукбаштың бер нисә исеме бар: кук дегәнәк (тегәнәк), мисуәк уләне. Әрәмәлектә, йылға ярҙарында, тау-ҡалҡыулыҡ биттәрендә уҫә кукбаш. Экспедиция материалдарынан. Кукбаш уҫемлеге
Рәсәйҙец Европа өлөшөндә, Төньяҡ Кавказда, Көнбайыш Себерҙә уҫә. Башҡортостанда Ағиҙел, Дим, Кариҙел буйҙарында, Ирәндек, Кырҡтау биттәрендә осрай. Интернет селтәренән.
КҮКБАШ II (Р: лазоревка; И.: blue tit; T.: mavi baştankara) и. зоол.
Ҡарабаш турғайҙар ғаиләһенә ҡараған, күк түбәле, һары түшле, йәшел ала ҡанатлы ваҡ турғай; күкәнәш. □ Лазоревка (лат. Cyanistes caeruleus). ■ [Кукбаш] япраҡлы урмандарҙа йәшәй. Бөжәктәр һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туйына, йылы яҡҡа китмәй. Э. Ишбирҙин.
КҮК БИЛСӘН (Р: молокан татарский; И.: blue lettuce; T.: marul) и. бот.
Яланда, баҫыуҙа ашлыҡ культураларын ҡыйлап үҫә торған сүп үләне, ҡайҙауыл. □ Молокан татарский (лат. Lactuca tatarica). Яланды кук билсән баҫҡан.
КҮК БИТЕ и. ҡар. күк йөҙө 1. Кук битендәге болоттар.
КҮК БӨРЛӨГӘН и. бот. диал. ҡар. бөрлөгән. ■ Кара бөрлөгәнде ҡайһы бер урында кук бөрлөгән тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
КҮКЕ и. зоол. диал. ҡар. кәкүк. Куке тауышы. Куке саҡыра.
КҮКЕЛ и. диал. ҡар. ҡарасҡы. Кукел яһау. Баҡсаға кукел ҡуйыу.
КҮК ЕЛӘК (еләге) (Р: голубика; И.: blueberry; T.: yabanmersini) и. бот.
Йылтыр ваҡ япраҡлы, алһыу сәскәле, ҡыҫҡа һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек; күк көртмәле. □ Голубика (лат. Vaccinium uliginosum). Кук еләк сәскәһе. Кук еләк япрағы. Кук еләк йыйыу. ■ Тундрала һаҙлыҡлы урындарҙа мук уҫә. Муктәр араһында һаҙ еләге, ҡыҙыл көртмәле, кук еләк куп. Картотека фондынан.
КҮКЕН и. зоол. диал. ҡар. күкйөн. Кукен-гә ҡармаҡ һалыу. Кукен тотоу. ■ Ситлек төбөндә һикергән бармаҡ буйы ике кукенде лә буш ебәрмәнем, иш янына ҡуш итеп, дөйөм табыш өҫтөнә ырғыттым. Й. Солтанов.
КҮК ЕСЕМЕ (Р: небесное тело; И.: heavenly body; T.: gökcismi) и. астр.
Астрономия фәне өйрәнә торған планета, комета, йондоҙ һ. б. йыһан объекты.
791