КҮК ИНӘҺЕ
□ Небесное тело, светило (планета, звезда, комета и т. Э.). ■ Уҡытыусы .. ер, кук есемдәре хаҡындағы дини төшөнсәләрҙе тәу башлап кире ҡаҡҡан бөйөк астроном Коперник .. һәм башҡалар хаҡында таң ҡалдырғыс хикәйәттәр һөйләп ташланы. 3. Биишева. Йыһан киңлегенән сығып, башҡа кук есемдәре менән сағыштырғанда, Ер шары бик бәләкәй генә планета булып тойола. «Йәшлек», 1 сентябрь 2009.
КҮК ИНӘҺЕ (Р.: божество грома; И.: thunder deity; T: gök annesi) и. миф.
Башҡорт мифологияһында күк тәңреһе.
□ Божество грома, доел. Мать грома.
КҮК ЙОНДОҘ (Р.: печёночница благородная; И.: liverwort; T.: kızılyaprak) и. бот.
Лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған күк сәскә атыусы күп йыллыҡ тәпәш үлән.
□ Печёночница благородная (лат. Hepatica asiatica). ■ Кук йондоҙ ағыулы улән тип һаналһа ла, халыҡ медицинаһында уның шифалы уҙенсәлектәре лә асыҡланған. Интернет селтәренән.
КҮК ЙӨҘӨ (Р: небо; И.: welkin; T.: gökyüzü) и.
1. Күктең күҙгә күренгән киңлеге.
□ Небо, небосвод. И Кук йөҙөндә ҡара болот ҡуйырғандан-ҡуйырҙы, ҡапыл кук кук-рәп, ямғыр яуа башланы. М. Тажи. Төндә кук йөҙөндә яңы тулып килгән айҙы куреп, Нәзир өләсәһенә: «Өләсәй, өләсәй, ҡара әле, айҙы ҡырҡҡыслап бөткәндәр», — ти. «Йәншишмә», 27 июль 2011.
2. миф. Башҡорт мифологияһында өҫкө донъя, тәңреләр төйәге. □ Небо. доел. Лик, лицо неба; в мифологии верхний мир, место обитания богов, птиц.
КҮКЙӨН (Р: синец; И.: blue bream; T: balık türü) и. зоол.
Ҡорбан балыҡтар ғаиләһенә ҡараған, йәшел һыртлы йоҡа ғына йылтыр йылға балығы. □ Синец (рыба) (лат. Abramis bal-lerus). Кукйөн тотоу. Кукйөнгә ҡармаҡ һалыу. ■ Бына ҡыҙылғанаттар, алабуғалар, кук-йөндәр көтөуе, һыу өҫтөнән һырттарын курһәтә яҙып, талғын ғына йөҙөп утәләр.
3. Биишева.
КҮК ЙҮТӘЛ (Р: коклюш; И.: whooping cough; T: boğmaca öksürüğü) и. мед.
1. Ҡаҡырыҡһыҙ йүтәл; ҡоро йүтәл.
□ Коклюш. ■ Каразирә япрағынан әҙерләнгән төнәтмә һулау рәуешендә бронхиаль астманан, йөҙәткес йуткереуҙе, кук йутәлде баҫыу.. өсөн ҡулланыла. В. Ғүмәров.
2. миф. Ҡоро йүтәл; башҡорт мифологияһында магик саралар менән генә дауалап була тип иҫәпләнгән ауырыу. □ Коклюш (по представлениям башкир, избавиться от болезни можно только с помощью магических средств лечения). И Кук йутэлгэ, кук кугәрсенде һуйып, йөрәген ашатҡандар. Башҡорт мифологияһынан.
КҮК ЙҮТӘЛ ИМЕ (Р: заговаривание коклюша; И.: spell against hooping cough; T: büyü türü) и. миф.
Күк йүтәлде магик дауалау име. □ Заговаривание коклюша; магический способ лечения коклюша или сухого кашля. И Кук йутәлде кук кугәрсен ҡанын һөртөп, кук таш һалып, кук кейем кейҙереп, кук муйынсаҡ, кук һырға тағып, кук кәзә, кук һыйыр һөтөн эсереп имләгәндәр. Башҡорт мифологияһынан.
КҮК КИЛЕҮ (күк кил-) ҡ. ҡар. күк күкрәү. ■ Кук килгәндә кук аттары кешнәп килә, ти. Башҡорт мифологияһынан.
КҮК КӨМБӘҘЕ (Р: небосвод; И.: welkin; T: gökyüzü) и.
Ерҙән көмбәҙләнеп күренгән күк йөҙө.
□ Небосвод (купол неба). ■ Көнсығышта кук көмбәҙенең яртыһынан артығы тиңдәшһеҙ яҡты балҡыш менән солғанған. М. Кәрим. Кәҙер төнөндә кук көмбәҙе асыла, ти. Экспедиция материалдарынан. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Рәсих Әғзәм улы Хәмитов менән әңгәмәлә республикала тау-геология хеҙмәте, уның потенциалы һәм ил ҡеуәтен арттырыуға индергән өлөшө тураһында һөйләшеуҙән тыш, халыҡты борсоған һорауҙарға ла яуап алдыҡ, Башҡортостандың ысын мәғәнәһендә зәңгәр кук көмбәҙе аҫтындағы асыҡ тәбиғәт музейы икәнлегенә инандыҡ. «Башҡортостан», 31 март 2012. Гераклдың иңдәренә тағы кук
792