Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 793 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮК ҠАБАҒЫ АСЫЛЫУ
көмбәҙе әллә күсәме? Ялҡын бәреп яҡыная кеуек асмандағы утлы есеме. Картотека фондынан.
КҮК КӨРТМӘЛЕ (Р.: голубика; И.: blueberry; T: yabanmersini) и. бот.
Йылтыр ваҡ япраҡлы, алһыу сәскәле, ҡыҫҡа һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек. □ Голубика (лат. Vaccinium uliginosum). Кук көртмәле сәскәһе. Кук көртмәле япрағы. Кук көртмәле йыйыу.
КҮК КҮГӘРСЕН (Р.: сизый голубь; И.: rock dove; T.: kaya güvercini) и.
1. зоол. Күкһел һоро төҫтәге йорт күгәрсене ҙурлығындағы, ҡая-таштар, текә ярҙарҙа йәшәүсе ултыраҡ ҡош. □ Сизый голубь (лат. Columba livia). ■ [Кук күгәрсендәр] күмәкләшеп ҡая-таштарҙа, мәмерйәләрҙә, ташландыҡ ҡоролма һәм ҡоҙоҡтарҙа, йорттарҙыц ҡыйыҡ эҫтәрендә оялай. Э. Ишбирҙин. Эйәр артынса, шундай уҡ көмөшләп, ысын аҡыҡтар менән биҙәп эшләнгән ҡайыш йүгән, ҡойошҡан, ҡомолдо-роҡ, уныц ҡынына арыҫлан менән кук кугәрсен һүрәте төшөрөлгән ауыр яҫы ҡылыс өҫтәлгә сығып ятты. 3. Биишева. Гөлйөҙөм дә, бына ошо янған шырпы һымаҡ, янып-көйөп йәйҙе үткәргән, ләкин осоп барыр өсөн, ошо кук кугәрсен ҡауырһыны кеуек, еңел ҡанаттары булмаған. Һ. Дәүләтшина. Кук кугәрсен тигән ҡош ҡынаның аяҡтары ҡыҙыл, уҙе кук. Халыҡ ижадынан.
2. миф. Үлгән кешенең йәне. □ Сизый голубь, мифологизированная птица, душа умершего человека. И Ишек алдына кук кугәрсен килеп ултырһа, мәрхүмдең йәне ҡайтты, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
КҮК КҮГӘҮЕН (Р: слепень с красно-сине-зеленоватой окраской; И.: horse-fly; T.: sığır sineği) и. зоол.
Ҡыҙғылт, күкһел йәшел төҫтәге ваҡ күгәүен. □ Слепень с красно-сине-зеленоватой окраской (лат. Tabanidae'). Кук күгәүен тешләгән.
КҮККҮҘ и. бот. ҡар. күк сәскә. ■ Элек, беҙҙең заманда, арыш араһында куккуҙ куп була торған ине. А. Ғиләжев.
КҮК КҮКРӘТЕҮ (күкрәт-) (Р: вызывать гром; И.: to rain cats and dogs; T.: gök delinmek) ҡ.
1. Күк йөҙөн дөбөр-шатыр килтереү. □ Вызывать гром, грохотанье. ■ Бына ҡапыл дауыл күтәрелде, йәшнәп китте йәшен ялт итеп. Кук күкрәтеп, ер тетрәтеп, йәшен сытырҙатып тау битен. Н. Нәжми. Кук күкрәтеп болот килә, ямғыр тамсылар ваҡыт. Ә. Атнабаев. Бер ваҡыт ел-дауыл ҡуптарып, кук күкрәтеп, йәшен йәшнәтеп, дейеү ҡайтып килә икән, ти. Әкиәттән.
2. Дер һелкетеү (тауыштың көсөн, дәһшәтен күрһәткәндә ҡулланыла). □ Сильно колыхать, трясти (о шуме). ■ Кук күкрәтеп кешнәй ерән атым, тыпылдатып баҫа яй ғына. Картотека фондынан.
КҮК КҮКРӘҮ (күк күкрә-) (Р: гром; И.: thunder; T.: gök gürültüsü) ҡ.
1. Йәшен йәшнәгәндә, дөбөр-шатыр тауыш сығыу. □ Гром. Ерҙе һелкетеп кук күкрәне, .. ямғыр шәбәйҙе. Я. Хамматов. Хәйер, ишетәһегеҙме, Ағиҙел урмандары артында кук күкрәгәндәй итте? Д. Бүләков. Болот берекһә — кук күкрәр, халыҡ берекһә — ер тетрәр. Әйтем. ■ [Тимер]ауылға етеп өлгөрә алманы, кук күкрәп көслө ямғыр ҡойорға тотондо. Б. Бикбай. Кук йөҙөндә ҡара болот ҡуйырғандан-ҡуйырҙы, ҡапыл кук күкрәп, ямғыр яуа башланы. М. Тажи.
2. миф. Күк тәңреһенең атҡа ултырып килеүе. □ Гром (по представлениям башкир, это топот небесных коней божества Неба). ■ Кук күкрәгәндә Тәңре Тәғәлә арбаһына ултырып, куп итеп мискәһенә һыу тултырып килтерә. Шуға шатыр-шотор килә кук. Башҡорт мифологияһынан.
КҮК-КҮМГӘК (Р: посеревший; И.: grey; T.: renksiz) с.
Төҫһөҙ, көлһыу күк (төҫө боҙолған, буҙарған нәмәгә ҡарата). □ Посеревший, посиневший. ■ Берҙән-бер көн бар ерҙә күк-күмгәк һыу эркелгән, кук йөҙөндә ҡып-ҡыҙыл ялҡынлы ут бөркөлгән. Халыҡ ижадынан.
КҮК ҠАБАҒЫ АСЫЛЫУ (күк ҡабағы асыл-) (Р: открытие небесного купола; И.: kind of Moslem superstition; T.: berat gecesi göklerin kapıları açılması) ҡ. дини.
793