Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 794 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮК ҠАНАТ
Ышаныуҙар буйынса, ҡәҙер кисендә һауала яҡты нур балҡып китә, ошо ваҡытта теләгән теләк ҡабул була. □ Открытие небесного купола (поверье, по которому желание, загаданное во время небесного свечения, обязательно исполнится). И Һуғыш уты ҡабынған июнь айҙары килеп етһә, дегеттәй ҡара төндәрҙә, һаҡмарһыу яры башындағы өй урыны тәңгәлендә кук ҡабағы асылып, утлы ҡылыс һелтәгәндәй йәшен уғы балҡып китә. Й. Солтанов. Кук ҡабағы асылғандай мәл. Ғ. Хөсәйенов. Эй балам, изге юлда йөрө, кук ҡабағы һиңә асылған икән, — тине әсәйем. Экспедиция материалдарынан.
КҮК ҠАНАТ и. зоол. диал. ҡар. бәрҙе. Кук ҡанат тотоу. Кармаҡҡа кук ҡанат эләкте. Был йылғала кук ҡанаттарҙы куп осратырға була.
КҮК ҠАПЫҺЫ АСЫЛЫУ (күк ҡапы-һы асыл-) ҡ. дини. ҡар. күк кабагы асылыу. Кук ҡапыһы асылғандай булды.
КҮК ҠАРҒА (Р.: сизоворонка; И.: roller; T.: gökkuzgun) и. зоол.
Сәүкә ҙурлығындағы сыбар ҡауырһынлы күсмә ҡош. □ Сизоворонка (лат. Coracias garrulus). Кук ҡарғалар йылы яҡҡа осто.
■ Кук ҡарға ерҙәге өңдәрҙә йәки ағас ҡыуыштарында оялай. Э. Ишбирҙин.
КҮК ҠАРСЫҒА (Р.: серо-голубой ястреб; И.: hawk; T.: atmaca) и. зоол.
Күкһел төҫтәге ҡарсыға төрө. □ Серо-голубой ястреб (лат. Accipiter luteoschistaceus).
■ Ебәк кенә баулы кук ҡарсыға талпына ла микән ҡош куреп. Халыҡ йырынан.
КҮК ҠАТЛАМЫ (Р: небесный слой; И.: sphere; T.: gökküresi) и. миф.
Башҡорт мифологияһында күктең төҙөлөшө; ул ете ҡатламдан тора. □ Небесный слой (в башкирской мифологии небо состоит из семи слоёв). И Кук ете ҡатламдан тора. Беренсе ҡат йәшел зөбәржәттән тора. Унда фәрештәләр әҙәм сифатында йөрөй. Башҡорт мифологияһынан.
КҮК ҠОШ и. зоол. ҡар. күк ҡарға. Кук ҡоштар — кусмә ҡоштар.
КҮКЛЕ (Р: голубой; И.: blue; T.: gök) с.
Күк төҫө булған. □ Голубой. Аҡлы яу лыҡ, кукле яулыҡ, яратҡан яулыҡҡайым. Халыҡ
ижадынан. Аҡлы ғына кукле, ала йылҡы тибен тибә тауҙың уңерендә. Кәмһетмәгеҙ ирҙе, хурламағыҙ, ниҙәр булмаҫ уның ғумерендә. Бәйеттән. Өй эсендәге һылыу итеп һалынған мейес егәрле еңгәйҙәр тарафынан ап-аҡ итеп аҡбалсыҡланған да, йәшелле, кукле, ҡыҙыллы буяуҙар менән кәрниздәре, ҡашағалары биҙәкләнгән. Ғ. Дәүләтшин.
КҮКЛЕ-ЗӘҢГӘРЛЕ (Р: сине-голубой; И.: blue; T.: gök) с.
Күк менән зәңгәр ҡатнаш. □ Сине-голубой. Кукле-зәңгәрле биҙәк төшкән был кулдәк апайыма бик килешә. И Ергә бик яҡын торған куктән яуған фонтан ямғыры эсендә аллы-ҡыҙыллы, һарылы-йәшелле, кукле-зәңгәрле йәйғор таҫмаһы уйнай. Ғ. Ғүмәр.
КҮКЛЕ-ЙӘШЕЛЛЕ (Р: сине-зелёный; И.: green; T.: yeşil) с.
1. Күк менән йәшел ҡатнаш. □ Сине-зелёный. И Кукле-йәшелле яулыҡ. Тынысланып өлгөрөугә, ҡулына кукле-йәшелле ҡағыҙҙар тотҡан, ауыҙы шатлығынан ҡолағынаса йырылған Тумәр килеп инде. С. Агиш.
2. Үҙ төҫөн юғалтҡан, төҫө ҡасҡан, кү-гәреп-буҙарып киткән. □ Очень бледный, синий, сине-зелёный (о цвете лица). Уның йөҙө кукле-йәшелле булып китте. Һыуыҡта өшөп кукле-йәшелле булған балалар тиҙ генә йылы сәй эсергә ултырҙылар.
3. кусм. Йән өшөткәс йәмһеҙ, сыйылдаҡ (тауышҡа ҡарата). □ Визгливо-писклявый (о голосе). Кукле-йәшелле тауыш. ■ Шәрәп бай шул секундта йомшарҙы. Кукле-йәшелле тауыш сығарып, шаян баланы киҫәткән һымаҡ: «Ташбулат», — тип ҡуйҙы. С. Агиш.
КҮКЛЕК (күклеге) (Р: синь; И.: blueness; T.: mavilik) и.
Саф күк төҫ. □ Синь, синева. ■ Вышкалар, промысла шул яҡтағы офоҡтоң, тауҙарҙың куклегенә инә баралар — поезд алға саба... А. Карнай.
КҮКЛӘНДЕРЕҮ (күкләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. күкләнеү. понуд. от күкләнеү. Кук-ләндерелгән куҙ ҡабаҡтары.
КҮКЛӘНЕҮ (күклән-) ҡ. төш. ҡар. күкләү. страд, от күкләү. И Кул тора ауыл артында зәңгәрләнеп, кукләнеп. Ситендәге һай ерҙәре һаҙлыҡланған мукләнеп. Р. Назаров.
794