Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 795 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮКРӘК
КҮКЛӘҮ I (күклә-) (Р.: синить; И.: to blue; T.: çivitlemek) ҡ.
Күк төҫкә индереү, күккә буяу. □ Синить, красить в синий цвет. Ҡапҡаны кукләу. Кукләп сығыу. Кукләп ҡуйыу.
КҮКЛӘҮ II (күклә-) (Р: подниматься высоко; И.: leak out; T: havalamak) ҡ. диал.
Күккә күтәрелеү, ауалау. □ Подниматься высоко; выситься. ■ Бар ҡоштарҙан ҡайғылы — оя баҫмаҫ кәкуктер. Бейек тауҙа кукләгән ҡарсығалай бул, балам. Туй йырынан.
КҮКЛӘҮ III (күклә-) (Р: куковать; И.: cuckoo; T: ötmek) ҡ.
Кәк-күк тип ҡысҡырыу. □ Куковать. ■ Ул оя ла яһамай, балалар ҙа сығармай; шуға йәйҙең яртыһын кукләп йөрөй, ҡаңғырып. «Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу».
КҮК РАББЫҺЫ и. миф. ҡар. күк тәңре.
КҮКРӘК I (күкрәге) [боронғо төрки көкөз\ (Р: грудь; И.: chest; T: göğüs) и.
1. анат. Кәүҙәнең муйындан ҡорһаҡҡа тиклемге алғы өлөшө. □ Грудь (часть передней стороны туловища, ниже шеи до живота). Кукрәк һөйәге. Кукрәккә ҡыҫыу. Кукрәк менән ҡаплау. Ҡулды кукрәккә ҡуйыу. ■ Сәғиҙә, Өфө төнөнөц ошондай куренештәрен тамаша ҡылып тора торғас, башын Хәйҙәрҙең кукрәгенә терәп, тәрән итеп көрһөнөп ҡуйҙы. М. Тажи. Ғәйшә, уҙенец кескәй ғумере эсендә беренсе тапҡыр кургән был кешенец киц кукрәгенә башын ҡуйып, өндәшмәй шымтайып ҡалды. Һ. Дәүләтшина.
2. Кәүҙәнең йөрәк, үпкә урынлашҡан эске өлөшө; күкрәк ҡыуышлығы. □ Грудная полость (часть туловища как вместилище лёгких и сердца). Ҡукрәк тултырып haya һулау. М Муйылдарҙыц хуш еҫенә кукрәгем кицәйеп китте. Н. Мусин. Айбулаттыц йөрәге кукрәгендә тугел, әллә ҡайҙа, арҡа һыртында һуҡҡан кеуек булып тарһылдай. Һ. Дәүләтшина. Май айында упкәләрец тулғансы, кукрәгец ҡалҡҡансы хуш еҫтәр һулап рәхәтләнәһең инде ул беҙҙә. Яр. Вәлиев. Хистәрем дә булмәләргә һыймай, кукрәк тә тар төҫлө йөрәккә. М. Хәй.
3. Кешенең физик көс сығанағы, көс-ғәйрәтенә ҡарата әйтелә. □ Грудь (как олице
творение физической силы и силы воли). Ауырлыҡты уҙ кукрәгем менән кутәрҙем. ■ Ғәмилә — сая, уҙ һуҙле һәм бөтә хужалыҡ эштәрен кукрәгеменән алға этеп алып барыусы ҡатын. Б. Бикбай. Туҙемлебеҙ батыр Са-лауаттай, кукрәк ғәйрәт менән тулғандай. Ш. Бабич.
4. кусм. Кешенең хис-тойғоһо тупланған шартлы урын; күңел, йөрәк. □ Душа. Шатлығым кукрәгемә һыймай. И Тышҡы ҡайғы, эске хәсрәткә әйләнеп, кукрәккә ултырҙы. Һ. Дәүләтшина. Ян, минең аҡ кукрәгем, ян, ян, янып тор мәңгегә. Ш. Бабич. Күкрәгемдә һөйөу һағыштары, куҙҙәремдә тоҙло йәш минең. 3. Биишева. Йырлаусы лә әҙәм йырлай алмай, кукрәгендә зары булмаһа. Халыҡ йырынан.
5. Кейемдең шул тәңгәлдәге урыны.
□ Грудь (место в одежде для прикалывания украшений и т. д.). ■ Ғәскәр Ҡариҙелде уңышлы кисеп сыҡҡас, Блюхер Лотфул-ланың кукрәгенә бронза миҙал ҡаҙай. И. Ниғмәтуллин.
6. кусм. шиғр. Өҫкө йөҙ, өҫ (ер-һыуға ҡарата ). □ Поверхность (земли, воды и т. д.). Ер кукрәге. Тау кукрәге. ■ Йырҙар яҙам тауҙың кукрәгендә, зинһар, тимен, елкәй, иҫмәй тор. Ш. Бабич. Иге-сиге куренмәгән иркен дала уҙенең кукрәген көн буйы ҡайнар ҡояшта ҡыҙҙырып алған да шуның ҡыҙыуын хәҙер һауаға бөркөп ята. Һ. Дәүләтшина. Баҡсаларҙа муйыл, сирень еҫтәре аңҡып торған, ҡайын, йукәләр шаулап япраҡ ярған, ер кукрәге бәрхәт һымаҡ йомшаҡ, хәтфә төҫлө йәм-йәшел йәш уләнгә төрөнгән иң куркәм бер миҙгел ине. М. Тажи.
Ф Күкрәгендә күтәреү һыр бирмәү.
□ Не подавать вида, не давать заметить. Ул бит бөтәһен дә кукрәгендә кутәрә, тышҡа сығармай. Күкрәк буш булмау ҡайғы-хәсрәтһеҙ булмау. □ Иметь горести-печали. Сәлимәнең дә кукрәге буш тугел инде. Күкрәк ҡағыу 1) маҡтаныу, кәпәренеү. □ Хвастаться, кичиться. ■ Шаҡмандар байлыҡтары, ҡыпсаҡтар иһә уҙҙәренең батырлыҡтары, аңлыраҡ булыуҙары менән кукрәк ҡаҡҡандар. Б. Бикбай; 2) елкенеү, йөрәкһеү. □ Рваться, порываться, стремиться к чему. Күкрәк
795