Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 796 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮКРӘК
ҡалҡыу үҫеп, эшкә ярарлыҡ булыу. □ Вырасти, стать помощником в работе. И Үҫеп, кукрәге ҡалҡҡас, ул [Татлыбай] йәйләуҙә өло-лар менән бер ҡатарҙан дегет ҡайнатты, бесән сапты, һунарға йөрөнө. Ш. Шәһәр. Күкрәктә ҡалыу онотмау. □ Запомнить (обиды и т. д.). Уның әйткәндәре кукрәгемдә ҡалды. Күкрәк һуғыу маҡтаныу, шапырыныу. □ Бить себя в грудь (доказывая что-л.). Кукрәк һуғып маҡтаныу. Күкрәк яныу ҡайғы-хәсрәт кисереү. □ Испытывать горечь, боль. Тар күкрәкле булыу тар күңелле, көнсөл булыу. □ Быть завистливым, недоброжелательным. Тар кукрәкле кешеләр бар бит.
КҮКРӘК II (күкрәге) (Р. : женская грудь; И.: breast; T.: göğüs, meme) u.
Ҡатын-ҡыҙҙың түше; имсәк. □ Женская грудь. ■ Ул [Соня], ҡалҡып торған кукрәк-тәрен өҫтәл ситенә аҙ ғына терәй биреп, һыҙғанған таҙа беләктәрен өҫтәл өҫтөнә һалып, бармаҡтарын аралаштырҙы ла, .. Сәлихкә ҡараны. Б. Ишемғол. Ул болоттар һөтлө кукрәк төҫлө, ул болоттар шундай өмөтлө. М. Кәрим.
КҮКРӘК III (күкрәге) (Р.: самая широкая часть стога; И.: haystack’s widest part; T.: kuru ot yığınının en geniş kısmı) u.
Кәбәндең киң урта өлөшө. □ Самая широкая часть стога. Кукрәкле кәбән. Кәбәндең кукрәк өлөшөнә килеп еттек.
КҮКРӘК IV (күкрәге) и. ҡар. күкрәк ағасы. ■ Мөлөк ағай .. арба кукрәгенә бәйләп ҡуйған баҡырсаһын сисеп һыу тултырып, тағанға аҫты ла, сәй ҡайнатырға кереште. Т. Хәйбуллин.
КҮКРӘК V (күкрәге) и. диал. ҡар. күкрәксә 2. ■ Элек кукрәкте эстән кейә торғайныҡ. Экспедиция материалдарынан.
КҮКРӘК VI с. ҡар. тәкәббер. Кукрәк кеше. И Һай-Һай, харап булған икән. Орошһа ла, һуҡһа ла, уҙ ағаһы бит. Ул тиклем кукрәк булырлыҡ ни нәмәһе бар. Һ. Дәүләтшина.
КҮКРӘК АҒАСЫ (Р: дрога; И.: perch; T.: ölçü sırığı) и.
Арбаның алғы яҫтығы менән артҡы күсәрен тоташтырған ике буй ағас. □ Дрога, дрожина (брусья для соединения передней
оси с задней частью). Кукрәк ағасы һынған. Арбаның кукрәге оҙон.
КҮКРӘК АРБА (Р: двухколёсная маленькая тележка; И.: trolley; T.: iki tekerlekli küçük araba) и. диал.
Ике тәгәрмәсле бәләкәй арба. □ Двухколёсная маленькая тележка. Кукрәк арба менән алып барыу. Кукрәк арбаға һалыу. Оҙон кукрәк арба. ■ Әйләр хан шымсылары килеп, Алпамышаның аяҡ-ҡулын сынйырҙар менән сырмап, оҙон кукрәк арбаға һалып, атын етәкләп алып киткәндәр, ти. Халыҡ ижадынан. Рәфҡәт һабантуй майҙанына уҙе йөрөгән атты кукрәк арбаға егеп, ғаиләһен ултыртып алдан уҡ килде. Ғ. Хисамов. Мөлөк ағай иртук тора һалып, кис менән тышап ебәргән турысайын эҙләп алды ла, оҙон кукрәк арбаға егеп, һайғау тейәп .. ауылға төштө. Т. Хәйбуллин.
КҮКРӘК АУЫҘЫ (Р: подвздошная часть; И.: ileum; T.: kıvrımbağırsak) и. анат.
Күкрәк һөйәгенең аҫты, ашҡаҙан тәңгәле. □ Подвздошная часть. ■ [Карт:] Мин туктергән куҙ йәштәре, мин ҡойған ҡандар бына бында, кукрәк ауыҙына, килеп тығылған. М. Кәрим. Шулай тыныс ҡына ятҡанда ул [Сажидә] кукрәк ауыҙында ниҙер ҡыбырлауын тойҙо, тертләгәндәй итте. Н. Мусин.
КҮКРӘК КИРЕҮ (күкрәк кир-) (Р: выпячивать грудь; И.: stick out one’s chest; T.: göğüs germek) ҡ.
Ғәйрәтләнеп ғорур ҡиәфәт алыу. □ Выпячивать грудь; принимать гордый вид, напускать на себя важность. Кукрәк киреп тороу. Кукрәк киреп һөйләу. Кукрәк киреп тын алыу. Кукрәк киреп һөйләшеу. Кукрәк киреп эшләу. ■ Кукрәк киреп ғорур тауҙар тора, ел-дауылдан мәңге ҡурҡмағандай. Картотека фондынан. Кукрәк киреп баҫҡан ҙур-ҙур таштар кәртә була уның [ташҡын] юлына. Р. Шаммас. Йырла, егет, киреп киң кукрәгең, яңғыратып Уралдың буйҙарын. Йырҙан. Бейек тирәктәр ыжғыр елдәргә кукрәк киреп баҫып торалар, ә яр ситендәге талдарҙы ҡалын ҡар кумеп киткән. Ш. Янбаев. • Кукрәк киреп эшләһәң, килер ерең киң булыр. Мәҡәл.
796