Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 797 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮКРӘКСЕН
КҮКРӘК КӨСӨ (Р.: свой собственный труд; И.: labor; T.: emek) и.
Кешенең үҙ хәләл көсө, үҙ хеҙмәте. □ Свой собственный труд, собственные усилия. ■ Аҡ ҡағыҙға юлаҡ-юлаҡ итеп ҡойһон ямғыр, ҡәләмдә юҡ тарлыҡ: ирҙең ирке — кукрәк көсө, намыҫ, ерҙең курке — ул бит миһырбанлыҡ. X. Назар. Ҡар аҫтында тәрән йоҡоһон йоҡлаған осһоҙ-ҡырыйһыҙ аҡ яландар иңендә тос һалҡын һауа йотоп, кукрәк көсө сығарып эшләу уны [Йәуҙәтте] сикһеҙ ләззәтләндерҙе. Й. Солтанов. • Хәләл ризыҡ кукрәк көсө менән табыла. Әйтем.
КҮКРӘК ҠАПҠАСЫ (Р.: сердечный клапан; И.: heart valve; T.: kalp kapakçığı) и. анат.
Күкрәк менән ҡорһаҡ ҡыуышлығын айырып торған яры. □ Сердечный клапан.
■ Эс-бауырҙан ғына тугел, әллә ҡайҙан йән төпкөлөнән ҡалҡҡан төйөр [Кәшфулланың] боғаҙына килеп тығылды, кукрәк ҡапҡасы ҡапыл шартлап ярылды. М. Кәрим. Ниғмәтйән ҡарт баҙына инеп, атып йөрөгәндә, [Карабаштың] йөрәге кукрәк ҡапҡасын бәреп сығырҙай булып леп-леп итеп типте. И. Насыри.
КҮКРӘК ҠАТЛАНЫУ (күкрәк ҡатлан-) (Р.: искривление позвоночника; И.: scoliosis; T.: skolyoz) ҡ.
Күкрәк сурайып сығыу (иртә йәки оҙаҡ ултырған йәш балала була). □ Искривление позвоночника (у детей). Баланың кукрәге ҡатланған.
КҮКРӘК ҠЫҪЫУ (күкрәк ҡыҫ-) (Р: задыхаться; И.: suffocate; T.: nefesi tutulmak) ҡ.
Тын алыу ауырлашыу. □ Задыхаться.
■ [Шәйхи ҡарт — егеттәргә:] Асыҡ һауала ҡуныуҙың файҙаһын, минең шикелле ҡарт булғас, кукрәгегеҙ ҡыҫа башлағас, белерһегеҙ. Ул бик файҙалы! Ғ. Хәйри. Ни эшләмәк кәрәк, ҡартлыҡ ҡартлыҡ инде. Кукрәк ҡыҫа, ҡолаҡ ишетмәй. Т. Сәғитов.
КҮКРӘК ҠЫУЫШЛЫҒЫ (Р: грудная полость; И.: chest cavity; T: göğüs boşluğu) и. анат.
Кәүҙәнең йөрәк, үпкә урынлашҡан эске өлөшө. □ Грудная полость. Кукрәк ҡыуышлығы ағзаларын тикшертеу.
КҮКРӘКЛЕ (Р: с широкой грудью; И.: breasted; T: göğüslü) с.
1. Күкрәге киң, көслө, мыҡты. □ С широкой грудью, широкогрудый. Киң кукрәк-ле ир. ■ Киң кукрәкле, нәҙек бауырлы, урта көрлөктәге, еңел кәуҙәле, куҙҙәре сос сабышҡы ат [Жәлилдең] эргәһенә елдереп килде. Л. Якшыбаева. [Кул эйәһенең] аты — алтынға алыштырғыһыҙ булған: ҡаты тояҡлы, шырт текә яллы, бөркөт кукрәкле, суртан һыртлы, шеш ҡолаҡлы, еҙ куҙле .. бер арғымаҡ икән, ти. Әкиәттән.
2. Күкрәге (I—V) булған. □ Имеющий грудь (нагрудники, дрог и т. д.). ■ Таш кукрәкле тауҙарҙың он-талҡанын килтергән, Уралдың ен-пәрейен барыһын баш эйҙергән, эймәһә — баш ҡыйҙырған даны сыҡҡан ҡылыс ул. «Урал батыр». Оҙон кукрәкле урман арбаһы ҡарыша-тартыша көскә ҡуҙғалып китте, оҙатыусылар уға эйәреп урамға сыҡтылар.
3. Биишева.
КҮКРӘКЛӘНЕҮ (күкрәклән-) ҡ. ҡайт. ҡар. күкрәкләү, возвр. от күкрәкләү. ■ Кук-рәкләнде кәбән, куркәмләнде, куп тә утмәй, кәбән осланды. Р. Ғарипов.
КҮКРӘКЛӘҮ (күкрәклә-) (Р: поднять до самой широкой части; И.: lift; T: kaldırmak) ҡ.
Күкрәк өлөшөн һалыу (кәбәндең)', күкрәкле итеү. □ Поднять до самой широкой части (стога). Кәбән кукрэклэу. И [Биби] кук-рәкләп кәбәнен дә һалды, тумрау-тумрау сей утынын да тейәп ташыны. И. Ноғоманов.
КҮКРӘК ПӘРҘӘҺЕ и. анат. диал. ҡар. күкрәк шаршауы. ■ Йөрөгән, ауырттырған ере буйынса буҫерҙе кендек буҫеренә, сандыр буҫеренә, кукрәк пәрҙәһе буҫеренә, арҡа мейеһе буҫеренә, баш мейеһе буҫеренә буләләр. Башҡорт мифологияһынан.
КҮКРӘКСЕН (Р: душегрейка; И.: waistcoat; T: yelek) и.
Күкрәккә йылы булһын өсөн кейә торған еңһеҙ ҡыҫҡа кейем; көртөй. □ Душегрейка. Кукрәксен тегеу. ■ [Килен] ҡыҙына кукрәк-сен, кофталар ҙа бәйләй, яҡындарының тыуған көндәренә лә уҙенең ҡул эштәрен булэк итә. «Шоңҡар», № 7, 2010.
797