КҮКШЕЛТ
КҮК ҺӘҢГӘР и. ҡар. күкташ. Кук һәңгәр кристалдары.
КҮКҺӘҮ I (күкһә-) (Р.: кашлять; И.: cough; T.: öksürmek) ҡ. мед.
Йүткереү. □ Кашлять. Бала кукһәп тик йөрөй.
КҮКҺӘҮ II (Р.: чахотка; И.: consumption; T.: verem) и. мед.
1. Үпкә сире. □ Чахотка. Кукһәу менән ауырыу. ■ [Кешеләрҙең] .. арҡаларынан һыуыҡ утеп, ҡара кукһәу менән ауырып улә-ләр, ти торғайны медицинанан хәбәрҙар булған әсәйем. Й. Солтанов. Кайным бахыр ҙа ҡартайҙы. Кукһәу ауырыуына һабышып китте. һ. Дәүләтшина.
2. Туҡтауһыҙ йүткергән кеше. □ Хронически кашляющий человек. Кукһәу йуткереп тик йөрөй.
КҮКҺӘҮ III (Р: чахоточный; И.: consumptive; T: verem) с.
Үпкә сирле. □ Чахоточный. Кукһәу ир. Кукһәу кеше. Кукһәу һарыҡ.
КҮКҺӘҮЕЛ (Р: полынь белая; И.: wormwood; T: pelin) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡаты йәшкелт сыбыҡлы ваҡ япраҡлы бейек ҡыуаҡ үлән; аҡ әрем. □ Полынь белая (лат. Artimisia absinthium). Кукһәуел сабыу. Кукһәуел яғыу.
КҮК ШАРШАУЫ АСЫЛЫУ (күк шаршауы асыл-) ҡ. дини ҡар. күк ҡабағы асылыу. Кук шаршауы асылған мәлдә теләк теләу.
КҮКШЕЛ [боронғо төрки көкшин] с.
1. ҡар. күкһел 1. Кукшел ҡара. Кукшел һоро. И Кукшел һарғылт сәскәле, ваҡ ҡына орлоҡло уләнде, йәғни тилебәрәнде ашау ҡәтғи тыйылған, сөнки ул тилертә. «Ағиҙел», № 10, 2010.
2. ҡар. күкһел 2. ■ Йондоҙҙар менән биҙәлгән кукшел куктә генә тынлыҡ хөкөм һөрә. А. Карнай. Ә яҙғы арыш бер ҡа-рыштай ғына ҡалҡты ла, өҙлөкһөҙ өргән ҡоро ел көсөнә башын эйеп, сацға әйләнеп борҡолдап ятҡан кукшел тупраҡҡа һынып ҡойолдо. Һ. Дәүләтшина. Беҙҙе таңмы әллә солғағайны, әллә кистең кукшел шаршауы. М. Кәрим. Өлгөр киленсәктәр яҡҡан усаҡ-
мейестәрҙән сығып, ауыл өҫтөнә шыйыҡ ҡына кукшел төтөн тарала. Ҡ. Аралбаев.
3. ҡар. күкһел 3. Кукшел тауҙар. ■ Ка-йынлы ауылынан алыҫта, ҡалын урмандар төпкөлөндә ултырған кукшел тауҙарҙа, ҡар ҡалын ята әле. Б. Бикбай.
КҮКШЕЛЛЕК (күкшеллеге) и. ҡар. күкһеллек. S Сысҡан куҙендәй шул [мысай ] бөртөктәрҙең кукшеллеге керә төшөмә. Й. Солтанов. Был зәңгәрһыу кукшеллек барған һайын алыҫлаша һәм уҙе һаман саҡыра кеуек. К. Мәргән.
КҮКШЕЛЛӘНДЕРЕҮ (күкшеллән-дер-) ҡ. йөкм. ҡар. күкшелләнеү, понуд. от күкшелләнеү. Кукшелләндереп ебәреу.
КҮКШЕЛЛӘНЕҮ (күкшеллән-) ҡ. ҡар. күкһелләнеү. Офоҡта монар кукшелләнә. Тау кукшелләнеп куренә. ■ Кукшелләнеп ятыуына ҡарағанда, зөмбәй тәрән генәлер. И. Ноғоманов. [Дауыттың] һиҙелерлек тайыш табанлығы өҫтөнә, һәр кунегеуҙән, һәр ярыштан һуң, ҡан тамырҙары ҡыҙарып шешенде, урыны менән кукшелләнеп төйөрләнде. С. Шәрипов. Егеткә [Сабитҡа] тулҡынланып ултырған кукуруз урманы — диңгеҙ, ә алда кукшелләнеп куренгән тау шул диңгеҙҙең ярылыр кеуек тойолдо. Ф. Әсәнов. Тау өҫтөндә тауҙар кукшелләнеп тора алыҫтан. Н. Нәжми.
КҮКШЕЛЛӘТЕҮ (күкшелләт-) ҡ. ҡар. күкһелләтеү. Томан тауҙарҙы кукшелләтеп йәйелә.
КҮКШЕЛЛӘТТЕРЕҮ (күкшелләттер-) ҡ. йөкм. ҡар. күкшелләтеү. понуд. от күк-шелләтеү. Кукшелләттереп ебәреу.
КҮКШЕЛЛӘҮ (күкшеллә-) ҡ. диал. ҡар. төләү. Тауыҡ кукшелләй. Йылан кукшелләй. Бикле тороп, тауыҡтар кукшелләп бөткән.
КҮКШЕЛТ с. ҡар. күкшел. а Кара болоттар, тош-тош тәңгәлдән умырылып, арттарында боҙҙай кукшелт уйынтылар ҡалдырып, офоҡ ситенә тумарланы. Й. Солтанов. Кук менән ерҙең араһында береһен икенсеһенән айырырлыҡ асыҡ бер билдә булмағанға, ауыл туп-тумалаҡ кукшелт ҡара йомортҡа эсенә алынған саң-туҙан кеуек куренә ине. Ғ. Дәүләтшин.
803