Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 804 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮКШИН
КҮКШИН I (Р.: молескин; И.: moleskin; T.: köstebek derisi) и.
1. туҡ. Арзанлы күкшел тауар. □ Молескин (ткань серовато-синего цвета). Тунының тышы күкшиндән.
2. Иҫке кейемдән тегелгән өҫ кейеме. □ Верхняя одежда из распоротой старой одежды. Күкшин тегеү. Күкшин кейеп йөрөү.
КҮКШИН II (Р.: ношеный; И.: dingy; T.: ağarmış) с. диал.
Иҫке, төҫө уңған. □ Ношеный; выцветший. Күкшин күлдәк. ■ Туҡтамыштың сарайын, аса аҫыл балаҫын — барын күкшин итәрмен! Эпостан.
КҮК ШОМБОЯ (Р.: заразиха голубая; И.: broomrape; T.: canavar otu) и. бот.
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең тамырына йәбешеп, уларҙың һуты менән аҙыҡлана торған, күк сәскә атыусы үҫемлек. □ Заразиха голубая (лат. Orobanche caesia Reichenb). Күк шомбоя — ҡайһы бер үҫемлектәрҙең тамырына үрелеп, улар аша туҡланыусы үҫемлек.
КҮКШӘҮЕЛ и. бот. ҡар. күкһәүел. ■ Беҙ күкшәүелме, әремме өлпөләре араһынан барабыҙ. Д. Юлтый.
КҮК ЫЛАСЫН (Р: чеглок; И.: eurasian hobby; T.: delice doğan) и. зоол.
Ыласындар араһында иң шәп осҡан, сапсандан бәләкәйерәк ҡош; ҡыйғыр. □ Чеглок (лат. Falco subbuteo) (птица рода соколов похожа на сапсана, но мельче его). И Күк ыласындың һырт яғы күкһел ҡара, башы күкһел һоро. Башҡа ыласындарҙан сикәләрендәге һыҙыҡтар менән айырыла. Элек ауға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.
Э. Ишбирҙин. Күк ыласындың тауышы яңғырауыҡлы: «ҡыйй-ҡыйй-ҡыйй» йәки «кик-кик-кик». Картотека фондынан. Күк ыласын үҙе оя ҡормай, башҡа ҡоштарҙың ағас баштарындағы, ҡая таштарҙағы ояһын үҙ итә, ҡош-ҡорт аулай. Э. Ишбирҙин. Кош тырнағы теймәгән, күк ыласын типмәгән торомтай тигән бер ҡош бар. Халыҡ ижадынан.
КҮКЬЯЛ I (Р: мировой посредник; И.: go-between; T.: meyanci) и. map.
Элек башҡорттоң аҫаба ерҙәрен һатып, байып йөрөгән кеше; ҡуштан. □ Мировой
посредник (участвовавший в продаже башкирских общинных земель и разбогатевший на этом деле). И Ауылдың күкьялдары, һөс тиһәң, хәҙер баҫып таларға торған кешеләр ине. Т. Хәйбуллин.
КҮКЬЯЛ II (Р: с серой гривой; И.: with grey crest; T: boz yeleli) c.
Күк йөнлө, яллы. □ С серой гривой. Күкьял бүре. Күкьял эт. ■ Тауҙың ташлы моронон ураңҡырап барып, текәһенән тырышып-тырмашып өҫкө күтәрелеп тә етте, юл эсендә күкьял бүренең ауыҙын, һыртын көҙөрәйтеп ултырыуына тап булды. Халыҡ ижадынан.
КҮКӘЙ (Р: яичко; И.: testicle; Т.: testis) и. диал. анат.
1. Иркәктәрҙең енси күҙәнәктәр эшләп сығара торған ҡуш биҙе. □ Яичко. ■ Ирҙәр күкәйе бер үк ваҡытта ике функция үтәй. Береһе — сперматозоидтар етештереү булһа, икенсеһе — гормондар исемле матдәләрҙе эшләп сығарыу. В. Ғүмәров.
2. һөйл. Ҡоштарҙың һәм ҡайһы бер йәнлектәрҙең (мәҫәлән, гөбөргәйелдең, крокодилдың) бала сығарыу өсөн һалған йомро яралғыһы; йомортҡа. □ Яйцо. Каҙ күкәйе. Турғай күкәйе. Күкәй ҡабығы. Күкәй һалыу.
■ Уның [Камилдың] элек тә һипкелле биттәре хәҙер сәүкә күкәйе төҫлө сып-сыбар ине. Ә. Вәли. • Күкәй һалмаҫ тауыҡ көн элгәре ҡытаҡлай. Әйтем. Бәхетленең әтәсе лә күкәй һала. Әйтем.
3. Тауыҡтың аҙыҡҡа файҙаланылған шундай уҡ яралғыһы; йомортҡа. □ Яйцо. Яңы күкәй. Күкәй ағы. Күкәй һарыһы. Күкәй бешереү. Күкәй ҡурыу. Күкәйгә баҫҡан күмәс.
■ һуңынан, тәгәрмәсләнеп бер ерҙә торғас, атлылар, барыһына кәнфит, керәндил һәм күкәй тараттылар. Ш. Бабич. Әбей менән бабай, теге күкәйҙе тотоп, йәнә бағыусыға барғандар. Бағыусы был күкәйҙе хәҙер ашарға ҡушҡан. Әкиәттән.
4. Ҡайһы бер бөжәк, селәүсен кеүек-тәрҙең оҙонсараҡ ваҡ бөртөксәләрҙән торған яралғыһы. □ Яйцо. Кырмыҫҡа күкәйе. Күбәләк күкәйе. ■ Ә инде шул таяҡ менән иләүҙең аҫтын-өҫкә аҡтарып ебәрһәң, һәр бер
804